Теренс Джордж Лэнгдон — беҙҙең лауреат17.10.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән фән һәм техника өлкәһендәге республика дәүләт премиялары тапшырылды.

Быйыл премия лауреаты исеменә “Өр-яңы нанокристалл материалдарҙы эшләү, тикшереү һәм ҡулланыу” эше өсөн Өфө дәүләт авиация техник университетының Перспективалы материалдар физикаһы институты директоры Вәлиев Руслан Зөфәр улы, “Наноструктуралы материалдар һәм юғары технологиялар” фәнни-белем биреү үҙәгенең ғилми етәксеһе Александров Игорь Васильевич, ошо уҡ институттың директор урынбаҫары Исламғәлиев Ринат Ҡаҙыхан улы, Башҡортостан Фәндәр академияһының сит ил ағзаһы, Көньяҡ Калифорния һәм Саутгемптон университеттары профессоры Теренс Джордж Лэнгдон, ҡағыҙҙа баҫылған һәм электрон рәүеш­тә­ге ете томлыҡ “Башҡорт энцик­лопе­дия­һы” өсөн “Башҡорт энциклопе­дия­һы” ғилми-нәшриәт комплексының ге­­не­раль директоры Сәйетов Уйылдан Ғилман улы, Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты советнигы Илһамов Марат Әҡсән улы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Миркин Борис Михайлович, “Баш­ҡорт энциклопедияһы” ғилми нәш­риәт комплексы генераль директо­ры­ның беренсе урынбаҫары Әһлиул­­лина Клара Ишбулды ҡыҙы, ошо уҡ комплекстың ғилми хеҙмәткәре Шарапова Лиана Ишмөхәмәт ҡыҙы, “Баш­ҡортостан Рес­публикаһында нәҫел­дән килгән һәм күп факторлы сирҙәрҙе ДНК-диагностикалау алымдары” хеҙ­мәте өсөн биохимия һәм генетика институтының ла­­бо­ратория мөдире Хөснөтдинова Эльза Камил ҡыҙы, ошо уҡ институт лабора­тория­һының төп ғилми хеҙмәт­кәре Һиҙиәтова Ирина Михайловна лайыҡ булды.


Вернуться назад