“Перәник” бар, эшлә генә!17.10.2015
Республика мәктәптәрендә электрон белем биреү өлгөләре бар, әммә дөйөм үҫеш яй бара. Уның сәбәптәре ниҙә? Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса Советтың күсмә ултырышында ошо мәсьәлә ҡаралды.

Фекер алышыу майҙансығы итеп был юлы Өфөнөң 159-сы урта мәктәбе һайланды. Биш йыл элек эш башлаған был мәғариф учреждениеһы тулыһын­са тиерлек электрон белем биреүгә күскән.
– Киләсәгебеҙ ошондай мәктәптәр­ҙең артыуына бәйле, – тине сығышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов. – Үҙгәрештәрҙең яй барыуына бәйле мәсьәләләр менән шөғөлләнгән махсус төркөмдәр булдырырға кәрәк. Республика электрон белем биреүҙе яйға һалыу буйынса майҙансыҡҡа әүере­лергә тейеш.
Рөстәм Зәки улы был йәһәттән ал­дынғылыҡ күрһәткән мәктәптәргә дөйөм суммаһы йылына 30 миллион һум тәшкил иткән гранттар булды­рыласағы тураһында белдерҙе. Фекер алышыу барышында мәсьәлә төрлө яҡлап тикшерелде. Башҡортостандың Мәғариф­ты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәжитовтың тәҡдименә ярашлы, киләһе күсмә ултырыш уларҙа уҙасаҡ.


(Тема буйынса тулыраҡ мәғлүмәтте гәзиттең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ).


Вернуться назад