Тел һәм ил именлеге һағында17.10.2015
Тел һәм ил именлеге һағында Бәлки, мәғлүмәт саралары өсөн улар заман геройҙары түгелдер. Образдары телеэкрандарҙа йыш ялтламай, фоторәсемдәре ялтыр тышлы журналдарҙы биҙәмәй, виртуаль донъяның яңылыҡтар теҙмәһендә исемдәре беренсе урында түгел... Әммә улар беҙҙең арала, ә көндәлек хеҙмәттәре – күҙгә күренмәгән алыштың алғы һыҙығында. Улар – рухиәт һаҡсылары, ил именлеге менән тел именлеген яҡлаусылар, милләттең нигеҙе... Улар – мәғариф, мәҙәниәт, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре.

Кисә баш ҡала хакимиәтендә алдынғы уҡы­тыусыларҙы, китапханасыларҙы, журна­лис­тарҙы тәбрикләнеләр. Дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе үҫтереүгә һәм пропа­гандалауға ҙур өлөш индергәне өсөн Өфө ҡала хакимиәте башлығының йыллыҡ пре­мияһын алыусы­ларҙың береһе – “Башҡор­тос­тан” гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Лариса Абдуллина. Ул: “Был бүләк минең шәхси ҡаҙа­нышым ғына түгел, ә тотош редакциябыҙҙың хеҙмәте”, – тип билдәләне. Моғайын, лауреат­тарҙың һәр береһе үҙ коллективы хаҡында шулай тип әйтә алалыр.



Вернуться назад