Тәжрибә17.10.2015
Ҡотлоюл Хөсәйенович төшөрөргә яман әүәҫ булды. Төшөрөү тип кенә әйтеү аҙ, һөйрәлеп йөрөп эсте. Бер туймаҫ тамағына ниндәй генә шыйыҡ­саларҙы оҙатманы. Тәҙрә йыуа ­тор­ға­ны ла, тағы әллә ниндәй нәмәләре лә ҡалманы. Булған аҡса­һын шешәгә генә тығыуҙы ҡарап торҙо. Шул арҡала ғаиләһе менән йәшәй алманы. Бер ерҙә лә оҙаҡ тотманылар үҙен. Эшләгәнгә ҡарағанда, ҡул ҡаушырып йөрөгән ваҡыты кү­берәк булғандыр, моғайын. Телән­се­ләп эсте. Элек бергә эшләгән хеҙ­мәттәштәренә тынғы бирмәне. Бүлмәгә килеп инә лә һорана башлай.
— Ҡана, шунса-шунса һум биреп тор әле.
Ул күҙгә салыныу менән таныш-тоноштары, дуҫ-иштәре икенсе яҡҡа табанын ялтыратыу яғын ҡарай. Ә инде аңшайып тороп, ҡасып ҡотолмаһаң, инде быға тиклем дә әллә нисәмә тапҡыр, иртәгә үк килтереп бирәм, тип алған бурысын онотоп, тағы быуыныңа төшәсәк.
— Ҡана, биреп тор әле. Бар бит инде, беләм, һин мине кемгә һа­най­һың, билләһи, кире бирәм! Ышан­маһаң, бына, әсәйем менән ант итәм, икмәк менән ант итәм.
Ана шулай теләнселәп, аҡты-күкте белмәй төшөрөп йөрөгән Ҡотлоюлды көндәрҙең береһендә ен алмаш­тыр­ҙымы ни, барыһын да аптыратып, ҡапыл эсеүен ташланы. Укол ҡаҙат­ҡанмы, Абдуллаға барғанмы, әллә Ҡыҫынты табибынамы — уныһы беҙ­гә ҡараңғы. Хәҙер ул — бөтөнләй икен­се кеше. Төшөрөп ултырған кешеләрҙе күрһә лә, ене ҡабара ла китә. Уларҙы:
— Шуны нимә тип эсәһегеҙҙер! Кит инде, кит! — тип битәрләргә тотона.
Күптән түгел Ҡотлоюл Хөсәйе­но­вич шығырым тулы ҡала һарайҙа­рында “Айыҡлыҡ — ҙурлыҡ” тигән темаға лекциялар уҡып йөрөй тигән хәбәр ишетелде.





Вернуться назад