Көләмәстәр17.10.2015
Ир менән ҡатын паркта китеп бара:
– Ҡәҙерлем, бәхетлерәк булып күренергә тырыш әле.
– Нимәгә?
– Ҡаршыбыҙға килгән әҙәм – минең тәүге ирем.
* * *
– Әйтегеҙ әле, табип әфәнде, бер минут көлөү кеше ғүмерен биш минутҡа оҙайта тиеүҙәре дөрөҫмө?
– Был һорауға аныҡ ҡына яуап биреп булмай. Кемдән көләһең бит әле… Уның ҡарауы, ғүмереңдең ҡыҫҡарыуы ла бар.
* * *
– Ғәҙилә, һин шундай матурһың, аҡыллыһың, ни өсөн һаман кейәүгә сыҡмайһың?
– Ниңә? Минең бит өрә торған этем, талаша торған тутыйғошом, төнө буйы әллә ҡайҙа олағып йөрөп ҡайта торған бесәйем бар инде.
* * *
Юл хәрәкәте инспекторы берәүҙе туҡтата:
– Иптәш шофер, һеҙ иҫерек!
– Юҡ, тамсы ла йотманым.
– Йәгеҙ, өрөп ҡарағыҙ әле! – Лейтенант приборын һуҙа.
Шофер өрә, бер реакция ла юҡ.
– Ватылдымы икән? – Инспектор үҙе өрөп ҡарай. – Юҡ, эшләй!
* * *
– Был 8 Март байрамын кем уйлап тапты икән?
– Клара Цеткин исемле бер немка туташ, буғай.
Сәскә һатыу менән кәсеп иткәндер инде…
* * *
Филармонияла сәхнә эшселәре һөйләшә:
– Ниңәлер беҙҙең примадоннаның кәйефе юҡ. Концерттан һуң уға алты букет сәскә лә бүләк иткәйнеләр.
– Ә ул ете букет алырға аҡса биргән булған.
* * *
Йәш ҡыҙ әхирәтенә:
– Их, сәхнә йондоҙо булһаң ине, ул ваҡытта минең турала бөтә донъя һөйләр ине!
– Һинең турала тотош райондың һөйләгәне етмәгәнме һиңә?
* * *
Ике ҡатын осраша.
Береһе:
– Утыҙ йыл ғүмер иткән ирем үлде, бынан һуң нисек кенә йәшәрмен инде? – тигән.
Икенсеһе, ауыр көрһөнөп:
– Сабыр ит инде, башҡа сара юҡ. Минең былтыр ғына алған шәшке тунымды көйә ашаған.
* * *
– Олатай, йондоҙҙар планета­лар­ҙан нисек айырыла?
– Кит, шуны ла белмәйһеңме? Планеталар – түңәрәк, ә йондоҙҙар осло мөйөшлө була.


Вернуться назад