Йылмайып йәшәйек!17.10.2015
Йылмайып йәшәйек! Һеҙ бөгөн йылмайҙығыҙмы? Юҡмы ни? Улайһа бик насар! Әлбиттә, хатаны хәҙер үк төҙәтергә мөмкин. Ихлас күңелдән йылмайыу һәр йәһәттән бик файҙалы. Юҡҡамы ни кадрҙар менән эш иткән бер менеджер: “Һатыусы итеп йәмрәйеп йөрөгән философия докторына ҡарағанда башланғыс белеме булмаһа ла, матур итеп йылмая белгән кешене алыр инем”, – тимәгән.

Әлбиттә, донъя булғас, төрлө хәл тыуа. Был йәһәттән француз яҙыусыһы Фредерик Бегбедер: “Тормошом емерелеп барғанда ла был хаҡта берәү ҙә белмәй, сөнки мин – тәрбиәле кеше, һәр ваҡыт йылмаям. Үҙемдәге ауыртыуҙарҙы юҡ тип ҡабул итәм, ысынбарлығымды кире ҡағып киләм”, – ти.
Белгестәр әйтеүенсә, йылмайыу тирә-яҡтағыларға ыңғай тәьҫир итеп кенә ҡалмай, ә үҙеңдең донъяға ҡарашыңды ла үҙгәртеү һәләтенә эйә. Үҙебеҙҙе йылмайырға мәжбүр иткән ваҡытта мускулдарҙың әүҙемерәк эшләй башлауынан мейегә позитив фекер ебәрелә.
Көндәлек тормоштағы, өйҙәге, эштәге кәйефтең беҙҙе уратып алған мөхиткә, төрлө кире күренештәргә ҡаршы тора алыуыбыҙға бәйле икәнлеге сер түгел. Әгәр ихлас, асыҡ күңелле икәнбеҙ, йәшәүе еңелерәк һәм күңеллерәк буласаҡ. Һөйкөмлөлөктөң тормошта уңышҡа килтергән төп факторҙарҙың береһе икәнлеген дә оноторға ярамай. Нурлы, ялҡынлы ҡараш, ихлас йылмайыу башҡа­ларға һеҙҙең матур телмәрегеҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ тәьҫир итәсәк.


Вернуться назад