Һыйыр менән үгеҙ төҫтө айырмай. Корридала ҡыҙыл сепрәкте матурлыҡ, халыҡтың иғтибарын йәлеп итеү өсөн ҡулланалар. Үгеҙҙең күҙ алдында нимәнелер болғау уның асыуын килтерә.
* * *
Һыйырҙар татыулыҡ ярата. Көтөүҙә улар үҙҙәренә иптәш таба һәм, дуҫлығын белдереп, бер-береһен ялай.
Ғалимдар һыйырҙың илай белеүен иҫбат иткән.
* * *
Бер һыйыр үҙ ғүмерендә уртаса ике йөҙ мең стакан һөт бирә. Ә илле һыйырҙан торған бер көтөүҙән тәүлегенә илле тонна аҡ алырға була.
* * *
Зоологтар һыйырҙың мөңрәүен өйрәнеп, уның ун бер төрлө интонация белдергәнен асыҡлаған.
* * *
Һыйырҙың морононда үҙенсәлекле һүрәт бар, уны белгестәр кешенең бармаҡ эҙҙәре менән сағыштыра. АҠШ-тың бер штатындағы фермерҙар урланған малын ошо тамғаһына ҡарап тапҡан.
* * *
Оҙаҡ йылдар үҫеш осоронда һыйыр көйшәй торған малға әүерелә, сөнки ул шәп йүгерә алмай, тештәре лә, тояҡтары ла үткер түгел. Ас ҡалмаҫ өсөн һәүкәшкә аҙығын оҙаҡ итеп көйшәргә тура килә. Уның яңағы бер минут эсендә йөҙгә яҡын хәрәкәт яһай.
* * *
Һыйыр – ныҡ күҙәтеүсән мал, ул ҡәрҙәштәренең хатаһын ҡабатламаҫҡа тырыша. Мәҫәлән, электр тогы берәйһен һуҡһа, был хәлде күреп торған башҡалар ул тирәгә башҡаса яҡын да бармаясаҡ.
* * *
Һыйырҙар донъяла имеҙеүселәр араһында һан нисбәте буйынса кешеләрҙән ҡала икенсе урынды биләй. Ер йөҙөндә бөтәһе 1,5 миллиард һыйыр малы бар. Латин Америкаһының ҡайһы бер илдәрендә 10 кешегә 9 һыйыр тура килә. Ә бына Австралияла улар кешеләрҙән 40 процентҡа күберәк.
* * *
Һыйырҙың ғүмер оҙонлоғо – уртаса 20 йыл. Әммә ҡайһы берәүҙәре 35 йәшкә лә етә. Үгеҙҙәр 15 – 20 йыл самаһы йәшәй.
* * *
Һыйырҙарҙа ваҡытты тойомлау һиҙгерлеге үҫешкән, шуға ла һәр көтөү үҙенең “көн тәртибе” менән йәшәй.
* * *
Һыйыр туҡланған үлән уның һөтөнә ныҡ тәьҫир итә. Әгәр һөттән әсе тәм килһә, ул әрем йәки башҡа әсе үлән ашаған.