Үҙеңде беләһеңме?17.10.2015
1. Сит кешеләрҙең үҙ-ара һөйләшкәнен тыңлап, өйөгөҙҙө үтеп киткәнегеҙ бармы?
2. Фәлән-фәлән кеше осраһа, яңылыҡтар, төрлө хәбәр ишетеп ҡалыр инем, тип йыш уйлайһығыҙмы?
3. Күршегеҙҙең нисек, нимә кейеүе тураһында кемгә булһа ла һөйләйһегеҙме?
4 Әле генә ишеткән серҙе башҡа берәүгә һөйләгегеҙ киләме?
5. Танышығыҙға уртаҡ танышығыҙҙың һыуытҡысында ниҙәр барлығын бәйән итәһегеҙме?
6. Дуҫығыҙҙың ғәҙәтен башҡалар менән тикшерәһегеҙме?
7. Ниндәй ҙә булһа кисәгә әхирәтегеҙҙең һеҙҙең күлдәкте кейеп килеүен һиҙҙерер инегеҙме?
8. Магазинда танышығыҙҙың аҡсаһының күплеген күреп, башҡаларға шул хаҡта еткерәһегеҙме?
9. Кеше сумкаһындағы әйберҙәр һеҙҙе ҡыҙыҡһындырамы?
10. Әхирәтегеҙҙең егетен башҡа бер һылыу менән осратһағыҙ, уртаҡ танышығыҙға был турала әйтәһегеҙме?
11. Ҡунаҡта үҙегеҙҙең барыһынан да күберәк һөйләүегеҙҙе һиҙәһегеҙме?
12. Һеҙгә “телең оҙон” тип әйткәндәре бармы?
13. Таныштарығыҙҙың өйөндәге тәртипһеҙлек хаҡында башҡаларға һөйләйһегеҙме?
Һәр “эйе” яуабы өсөн бер мәрәй яҙыла.
Әгәр ҙә нулдән бишкә тиклем мәрәй йыйһағыҙ, һеҙ ғәйбәтсе түгел.
Алтынан унға тиклем булһа – намыҫығыҙ ғәйбәт һөйләргә ҡушмай.
Ундан ун өскә тиклем мәрәй йыйһағыҙ, һеҙ һүҙ йөрөтөргә әүәҫ.