Иғтибар, конкурс!16.10.2015
Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премияға әҫәрҙәр һәм эштәр ҡабул итә.
Шиғри, сәсмә, драматургик, публицистик, балалар өсөн әҫәрҙәр, шулай уҡ әҙәбиәт ғилеме һәм тәнҡит, фольклористика өлкәһендәге хеҙмәттәр күҙ уңында тотола. Дәғүәселәрҙең әҫәрҙәре һәм эштәре тәҡдим итеү көнөнән кәмендә бер йыл алда матбуғатта донъя күргән булырға тейеш.
М. Буранғолов исемендәге премияға тәҡдим итеү мәсьәләһе яҙыусылар берекмәләре, уҡыу йорттары, йәмәғәт ойошмалары, гәзит-журнал редакциялары тарафынан уларҙың коллегияларында, идараларында, хеҙмәт коллективтары йыйылыштарында асыҡ рәүештә үткәрелә. Ижади йәки башҡа коллективтарҙы тәҡдим иткәндә дәғүәселәр һаны 5-тән артырға тейеш түгел. Уларҙың йәше сикләнмәй.
Әҫәрҙәрҙе һәм эштәрҙе 2015 йылдың 1 ноябренә тиклем түбәндәге адрес буйынса тапшырырға: Өфө ҡалаһы, Коммунистик урам, 34-се йорт.

Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы.



Вернуться назад