Йә, йәнә нимә көтәбеҙ?..16.10.2015
Йә, йәнә нимә көтәбеҙ?.. Ни өсөн беҙҙең халыҡ Асылыкүлгә, Ҡандракүлгә, Мораҙым тарлауығына ҡарағанда — Ҡара диңгеҙ буйҙарын, Ирәмәлде, Торатауҙы түгел, ә Мысыр пирамидаларын, Шүлгәнташты барып күрәһе урынға ете диңгеҙ аръяғында ятҡан Альтамир мәмерйәһен өҫтөнөрәк күрә? Күршенеке булғаны өсөн генә түгелдер бит? Оҙаҡ уйланып йөрөнөм был хаҡта. Сағыштырҙым, ыңғай һәм кире яҡтарҙы барларға тырыштым, ниндәйҙер мәлдә бындай статистиканы сит-ят ерҙәрҙе күреү теләге менән дә аңлатырға тырыштым... Шулай ҙа бер “сәбәп”кә дәлил таба алманым. Ул да булһа — хаҡ юғарылығы. Эске туризмдың саманан тыш ҡиммәтлеге...

“Фәлән-фәлән шифаханаға барып ял иткәнсе, ул аҡсаға Төркиәне барып күреп ҡайтам...” Туризм өлкәһендәге ысынбарлыҡ ошолайыраҡ “яңғырай” бөгөн. Килешмәй булмай. Республика шифаханаларында ял итеү тәүлегенә кәмендә 3-4 мең һумға барып баҫа. Ун көнлөк путевка алһаң да, бына һиңә — яҡынса 40 мең һум... Һорау: теләгән мәлдә барып, рәхәтләнеп ял да итә алмағас, алтын миҙаллы, ҡосаҡ-ҡосаҡ дипломлы шифаханаларҙың урындағы халыҡҡа файҙаһы самалы түгелме икән?.. Ярай, шифаханаларыбыҙ үҙебеҙгә тәтемәһә лә, туристар өсөн булһын, ти. Уныһы ла кәрәк. Тик туристарҙы нимә менән ылыҡтырырға һуң? Тәбиғәт, тиерһегеҙ... Килешәм, Башҡортостанды юҡҡа ғына “икенсе Швейцария” тип йөрөтмәйҙәр. Беҙҙә лә ул илдәгенән кәм булмаған мәғрур тауҙар, та­ҙа һыулы күл-йылғалар етерлек. Әммә сит илгә сыҡһаң, унда, диңгеҙҙән, тәбиғәттән, заманса отелдән тыш, төрлө боронғо ҡорамдарға, археологик ҡомартҡыларға экскурсиялар ойошторола. Тимәк, матур тәбиғәт менән генә туристарҙы йәлеп итеп булмай. Махсус объекттар булдырыу, ҡыҙыҡлы маршруттар ойоштороу — бөгөн төп мәсьәлә. Әлегә беҙҙә бындай проекттар һанаулы ғына. Унан һуң, бер ниндәй диңгеҙе, тарихи ҡомартҡыһы булмаған ерҙә лә бына тигән итеп туризмды үҫтергән төбәктәр бар. Ниңә, әллә Ҡазан Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡанмы, ә Мәскәү пирамидалар менән дан тотамы? Юҡ, әлбиттә, бында белгестәр, элекке архитектура ҡомартҡыларын тергеҙеп, яңыларын булдырып, туристарҙы ылыҡтыра... Дөрөҫөрәге, йәлеп итә белә.
Тәү ҡарамаҡҡа, Башҡортостандың да туристик ресурстары ифрат ҙур: 300-гә яҡын карст мәмерйәһе, 600 йылға, 800 күл, мәғрур тауҙар... Туристар ҙа юҡ түгел. Йыл һайын меңәрләгән кеше республикабыҙға килеп ял итә, һаулығын нығыта, тәбиғәт ҡомартҡыларына һоҡлана. Әммә был ғына аҙ. Әйтәйек, үрҙә телгә алынған Швейцария биләгән майҙаны буйынса Башҡортостандан бер нисә тапҡырға бәләкәйерәк. Уның ҡарауы, уның бюджетының 15 процентын тап туризм тармағынан алынған табыш тулыландыра. Ни өсөн улай, тиһегеҙме? Сөнки бында, ғөмүмән, сит илдә, һәр клиент өсөн ысын мәғәнәһендә көрәш бара. Турист улар өсөн алтынға бәрәбәр. Һәм был дөрөҫ тә. Улар белә: әгәр һин бөгөн клиенттың күңелен күрәһең икән, иртәгә ул ғаиләһен, дуҫын, күршеһен алып киләсәк... Ә беҙҙә нисек? Туристар ҙа килә, ял итер өсөн урындар ҙа күп, маҡтанып, ғорурланып һөйләрлек ҡомартҡыларыбыҙ ҙа бихисап... Ә сервис юҡ. Беҙ хеҙмәтләндерә белмәйбеҙ. Ғөмүмән, туризм мәҙәниәтенә өйрәнмәгәнбеҙ.
Ирәмәлде генә алып ҡарайыҡ. Йыл һайын “башҡорт тайгаһы”на меңәрләгән кеше күтәрелә. Төбәккә меңәрләгән турист килә тигән һүҙ. Ә уларҙы хеҙмәтләндереү, туристар иҫәбенә аҡса эшләп ҡалыу юлдары бөтөнләй ҡаралмаған. Мораҙым тарлауығында ла шул уҡ хәл. Унда барһаң, яҡын-тирәлә хатта рәхәтләнеп бер ултырып сәй эсерлек тә шарттар юҡ. Ә ниңә шунда тирмә ҡороп, башҡорттоң балын, ҡоротон, ҡымыҙын ҡуйып, туристарҙың күңелен күрмәҫкә?.. Уның ҡарауы, Өфөгә килгән ыңғайы Булгаков ауылы эргәһендә буш тоҡсайҙарҙы болғай-болғай үткенселәргә бөйөрөк тәҡдим итергә беләбеҙ. Килемде юл сатынан түгел, киңерәк даирәләрҙән эҙләргә ваҡыт...
Бөгөн Рәсәй төбәктәре туристар өсөн үҙ-ара сәмле көрәш алып барырға әҙерләнә. Иғтибар итегеҙ: көрәшмәй, әҙерләнә генә. Тармаҡтың үҫешенә тос өлөш индерерҙәй инвесторҙар эҙләй, милли мәҙәниәтен һәм ҡомартҡыларын тергеҙә, күмәк халыҡты йәлеп итерҙәй ҡоролмалар төҙөй улар. “2011 — 2018 йылдарға Рәсәй Федерацияһында туризмды үҫтереү” программаһының ҡабул ителеүе лә тармаҡ алдына аныҡ бурыстар ҡуйҙы. Башҡортостанда ла һуңғы йылдарҙа алға китеш бар кеүек: яңы маршруттар асылды, тематик туҡталыштар ойошторолдо, туристик базалар сафҡа инде, Хөкүмәт кимәлендә программалар ҡабул ителде... Айырыуса социаль туризм киң таныла бара. Шулай ҙа проблемалар етерлек. Тәү ҡарамаҡҡа, бәлки, улар республика, ил кимәлендә өйрәнелгәндәренә ҡарағанда әллә ни әһәмиәтле лә түгелдер, әммә, төптәнерәк фекер йөрөткәндә, үҫеште үрҙән түгел, ә тамырҙан башлағанда күпкә файҙалыраҡ та, һөҙөмтәлерәк тә булмаҫ инеме икән... Әйтәйек, бөгөн “Ирәмәл” тәбиғәт паркына туристарҙы йәлеп итер өсөн тәү сиратта юл һәм электр селтәре кәрәк. Һыбай маршруттар үткәреү өсөн махсус инструкторҙар етешмәй. Шул уҡ Шүлгәнташ мәмерйәһен алып ҡараһаҡ, йәйгеһен унда көнөнә меңдән ашыу кеше килә. Ә мәмерйәнең микроклиматы ул тиклем халыҡ ағымын күтәрә алмай. Шуның өсөн дә белгестәр Шүлгәнташ тирәһендә яңы музей комплекстары төҙөргә кәңәш итә. Ә эргә-тирәһе шырлыҡҡа әйләнеп бөткән Йылҡысыҡҡан күле... Берәү ҙә уны башҡорт өсөн изге урын тип әйтмәҫ.
...Ирекһеҙҙән хатта “ә Башҡортостанда туризм бармы һуң ул?” тигән уй тынғы бирмәй. Бар ул. Бар. Үҙ көстәре, үҙ тырышлыҡтары менән туристик базалар төҙөгән, маршруттар асҡан, күберәк халыҡты йәлеп итер өсөн әллә ниндәй тауҙар аҡтарырға әҙер бихисап эшҡыуарҙы беләм. Әммә теләккә терәк кенә аҙ шул... Беҙҙә әле булһа эшҡыуарҙар менән ведомстволар араһында хеҙмәттәшлек яйға һалынмаған, үҫеш өсөн берҙәм ҡараш, төплө концепция булдырылмаған. Артабан да ошондай кимәлдә ҡалһаҡ, туризм тармағы менән нимә булыр — уйлауы ла ҡурҡыныс...

Р.S. Беҙҙең халыҡтың шундай бер үҙенсәлеге бар: ғүмер буйы нимәгәлер өмөт итеп, ышанып, бөгөн юҡ икән, иртәгә мотлаҡ буласаҡ тигән уй-хыялдар менән йәшәй. Тармаҡҡа һалынған аҡса 7-8 йылдан ғына аҡланасаҡ, тип оҙаҡ ҡына көттөк. Унан һуң ШОС һәм БРИКС саммиттарына ышандыҡ. Уныһы ла үтте лә китте. Хәҙер нимә көтәбеҙ һуң?


Вернуться назад