Һынатмаҫҡа иҫәбебеҙ16.10.2015
Хөкүмәт йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһендәге Попечителлек советы ултырышын үткәрҙе.

— Республикабыҙҙа Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлек­сәһе эшмәкәрлеге өсөн уңайлы шарттар тыуҙы­рылған. Беҙҙә тәбиғәт ҡомартҡылары ла, ҡурсаулыҡтар ҙа, биосфера резерваттары ла етерлек, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бынан тыш, туризмды үҫтереү йәһәтенән ҙур программаны тормошҡа ашырабыҙ. Уның һөҙөмтәләрен әле үк тоябыҙ — төбәккә килгән туристар һаны артҡандан-арта. Үҫеш киләсәктә лә дауам итер, тигән өмөттәбеҙ.
Йәмғиәттең Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Камил Йыһаншин ойошманың тәү сираттағы бурыстары хаҡында һөйләне.
— Әле беҙҙең бүлексә башҡаларҙан ярайһы уҡ артта ҡала, шулай ҙа киләһе йыл алдынғылар иҫәбенә инергә ниәтләйбеҙ, — тине ул.
Республика Башлығы активистарҙың башланғысын хупланы, киләһе йылға саралар планын раҫланы һәм урындарҙа бүлексәләр ойошторорға ҡушты.


Вернуться назад