“Америкаламы был?..”16.10.2015
“Америкаламы был?..” Һин Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесын йәки Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ”ын уҡымағанһың. Бөтә ғүмерең буйына ошо ерҙә йәшәһәң дә, һин башҡорт телен саҡ-саҡ аңлайһың. Һин тарих менән ҡыҙыҡһынмағанһың, хатта тыуған ауылыңдыҡы йәки ҡалаңдыҡы менән дә; өлкәндәрҙән боронғолар хаҡында һорашмағанһың да: “Ә теге ваҡытта нисек булды икән, олатай, берәй нәмә һөйлә әле?..” Ҡурай моңонда яңғыраған сал тарих һине тетрәндермәй. Ғәҙәтләнгән трассалағы чебурек һатылған кафеларҙан тыш, йүнләп бер ерҙә лә булғаның юҡ. Ата-бабаларҙың ни сәбәпле бер тауҙы Ямантау тип атағаны, икенсеһенең ниңә Әүәләк исемен йөрөтөүе бер ҡасан да һине уйландырманы. “Тәф­тиләү” йәки “Ҡаһым түрә” кеүек боронғо халыҡ йырҙарында нимә хаҡында йырланыуы һине шулай уҡ ҡыҙыҡһындырмай. Ғөмүмән, һине бер нәмә лә ҡыҙыҡһындырмай...
“Америкаламы был?..”Шуға күрә һинән Башҡортостан тураһында һөйләүеңде һораһалар, зинһар өсөн, өндәшмә. Сөнки һин Башҡортостан хаҡында бер ни ҙә белмәйһең.


P.S. Фотоны күреп, “Был Америкаламы?” – тине бер танышым. Юҡ, һүрәт Башҡортостандың Белорет районында төшөрөлгән.


Вернуться назад