Ауырлыҡ артынан бәхет килер16.10.2015
– Сабыйым тулғаҡ мәлендә үлеп тыуғайны. Мулла уға исем ҡушмай, йыназа уҡымай ерләтте. Был дөрөҫмө, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

З. ҒӘЛИМОВА.

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Хөрмәтле ҡәрҙәш­тәр, әс-сәләмү ғәләй­күм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Тәү сиратта һәммәгеҙҙе лә яңы 1437 йыл менән ихлас күңелдән ҡот­лайым. Киләсәктә лә именлектә-һаулыҡта, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, иман байлығында йәшәргә яҙһын, иншаллаһ.
Һорауға күскәндә, Аллаһ Тәғәлә үҙ рәх­мәте менән әҙәм балаһына сабый бүләк итә. Ата-әсә йөрәк емешенә барлыҡ мөхәббәтен бирә, уны тәрбиәләүгә бөтөн көсөн һала, ғүмерен бағышлай. Әҙәм балаһы ғына түгел, йәнлектәр ҙә бәләкәсен йән-тән йылыһына урап үҫтерә.
Элекке вәғәздәремдә лә әйтеп үткәнемсә, Исламда атай-әсәй хаҡы ифрат ҙур. Аллаһтың рәхмәтен алып, улар сабыйға йән бирә, тәүге көндәренән алып тәрбиәләй, ғүмер буйы хәстәрләп йәшәй. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм заманында бер егет өлкән йәшкә еткән әсәһен күтәреп хаж ҡылдырып йөрөй икән. Тау-таш араһында арыған, аяҡтары ҡанап бөткән, ти. “Йә, Рәсүлуллаһ, – тип мөрәжәғәт иткән ул Пәйғәмбәребеҙгә. – Аллаһ Тәғәлә алдында бурысы ҡалмаһын тип, әсәйемде хатта ки хажға күтәреп килтерҙем. Уның хаҡын үтәй алдыммы?” Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең яуабы шулай булған: “Әсәйеңдең һине тыуҙырғанда тотҡан бер генә тулғағының да хаҡын үтәй алмаҫһың”.
Ғүмер һәр кешегә үлсәп бирелгән. Кемгәлер – ун секунд, бәғзегә – ике көн, ҡайһы берәүгә – туҡһан йыл... Аллаһ Тәғәлә баланың ғүмерен ана ҡарынында сағында уҡ билдәләй. Ҡайһы берҙәргә, әйтеп үткәнемсә, бик аҙ ғына өлөш эләгә. Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәренә күҙ һалһаҡ иһә, унда: “Минең өммәттең ғүмере 60 – 70 йәш араһында”, – тиелгән.
Сабый вафат булып ҡалһа, уны баҡыйлыҡҡа нисек оҙатыу хаҡында “Ҡөрьән Кәрим”дә айырым әйтелгән. Билдәләнеүенсә, әгәр ҙә ки бала донъяға үле килде икән, аҡ кәфенгә урала ла, исем дә ҡушылмаҫтан, ерләнә. Ә инде тыуып, иҫән икәнлеген тауышы, ниндәйҙер хәрәкәте менән белдереп, унан йән бирһә, йыназа уҡылырға, исем ҡушылырға тейеш. Был – Ислам ҡануны.
Шул уҡ ваҡытта, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, сабы­йыбыҙ донъяға имен-аман тыуып, һөйөндөрөп үҫһен өсөн, әлбиттә ки, үҙебеҙ ҙә һау-сәләмәт булырға тейешбеҙ. “Бәхетһеҙ бала ана ҡарынында уҡ бәхетһеҙ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә. Йәғни, әсә кеше хәләлдән хәрәмде айырмаһа, тәрбиәһеҙ булһа, был ҡарынында ятҡан сабыйына ҙур йоғонто яһай. Атайҙар ҙа бала алдында ҙур яуаплылыҡ тойорға бурыслы. Йәш быуын – тотош йәмғиәт­тең, милләтебеҙҙең, телебеҙҙең, әҙәбиәтебеҙҙең, сәнғәтебеҙҙең киләсәге, башлаған эштәребеҙҙе дауам итеүсе, нығытыусы. Ошоно иҫтә тотоп, балаға дөрөҫ тәрбиә биреүгә, һәр яҡлап камил итеп үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр.
Ата-әсәгә йөрәк емешенең үлемен кисереү шул ҡәҙәр ауыр. Раббыбыҙ ошондай һынау биргән икән, уны ҙур ихтыяр көсө менән күтәреп, артабан йәшәргә тейешбеҙ. Тормоштоң имтихандарын лайыҡлы үтергә яҙһын, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Шул саҡта ауырлыҡ артынан бәхет килерен онотма­йыҡ. Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә ҡыйынлыҡ­тарҙы сабырлыҡ аша еңергә насип итһен, рәхмәтен дауамлы ҡылһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү үә ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Вернуться назад