Урам саттарында “алыш” дауам итә…28.02.2012
“Матбуғат йорто” ҡаршыһындағы шаулы урам сатын йүгереп үтергә кәрәк. Алан-йолан ҡарайһың да сабаһың! Машина, автобустар өҫтөңә менеп килә. Йәйәүлегә үтер өсөн бирелгән 45 секунд менән иҫәпләшмәй, транспорт тиҙерәк ҡуҙғалырға ашыға. Йәштәр өлгөрә лә ул. Ә ололар был арауыҡты ҙур ҡыйынлыҡ менән үтә.
Ошо көндәрҙә генә ғибрәтле хәлгә шаһит булдым: йәйәүлеләрҙең атлағанына иғтибар ҙа итмәй машина юлын дауам итә. Етмәһә, ризаһыҙлыҡ белдереп пипелдәй. Шул саҡ юл аша үтеп барған әбей ҡулындағы сумкаһын ҡыйбатлы сит ил машинаһының тәҙрәһенә бәрҙе. Водитель, салонынан сығып, әбейҙе һүгеп, ҡысҡырып, кәмһетеп, артабан үҙ юлынан китте. Оло инәй, бахыр, ғәрлегенән илап, уфтана-уфтана ҡайтыу яғын ҡараны. Был осраҡта, әлбиттә, ғәйеп атта ла, тәртәлә лә бар. Йәнә юл ҡағиҙәләрен үтәмәүҙә, мәҙәниәтһеҙлектә лә.
Юл-транспорт ваҡиғалары статистикаһына ҡарағанда, йәйәүлеләрҙе тапатыу осраҡтары йылдан-йыл арта. Шуны билдәләргә кәрәк: был фажиғәләрҙең һөҙөмтәһе лә йыш ҡына аяныслы тамамлана. Былтыр йәйәүлеләр ҡатнашлығында 1 694 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 218 кеше һәләк булған, 1 581-е төрлө тән йәрәхәте алған. Ошо фажиғәле ваҡиғаларҙың 338-е йәйәүлеләр үткәүелендә булған. Һөҙөмтәлә 26 кеше һәләк булған. Һаналған осраҡтарҙың барыһында ла “тимер ат”лылар ғәйепле. Йәйәүлеләр ҙә йыш ҡына юл ҡағиҙәләрен үтәүҙе кәрәк тип тапмай. Һөҙөмтәлә дауаханаға эләгә. Былтыр йәйәүлеләр ғәйебе менән 935 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. 145 кешенең ғүмере өҙөлгән, 828-е төрлө тән йәрәхәте алған. Был аяныслы ваҡиғаларҙың яртыһы Өфөлә булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге күңелһеҙ статистика быйыл да ҡабатлана.
Авария һанын кәметеү өсөн нимә эшләргә кәрәк? Тәү сиратта юл ҡағиҙәләрен үтәргә. Бынан тыш, автобус туҡталыштарын, “зебра”ларҙы өҫтәмә яҡтыртыу, кеше күп йөрөгән урам саттарында ер аҫты юлдары һалыу мөһим. Быйыл төҙөүселәр был эшкә әүҙем тотонмаҡсы. Баш ҡалала ғына өс юл аҫты үткәүеле һалынасаҡ. “Һамар – Өфө – Силәбе” трассаһында йәйәүлеләр өсөн 22 үткәүел ҡояш батареялары ярҙамында яҡтыртыла башлаясаҡ. Дөйөм алғанда, атҡараһы эш күп. Автомобиль һаны йылдан-йыл арта. Шуға ла юл хәүефһеҙлеген көйләү өсөн барлыҡ сараларҙы ла, мөмкинлектәрҙе лә файҙаланырға кәрәк.
Нисек кенә булмаһын, тәү сиратта һәр кем үҙ хәүефһеҙлеге тураһында ҡайғыртырға тейеш. Хоҙай ҙа бит, һаҡланғанды һаҡлармын, тигән.
Лилиә ҒАФАРОВА.


Вернуться назад