Нәсихәттәр16.10.2015
“Күңелен ҡырмаҫ өсөн”

Әҙәм балаһы баҡыйлыҡҡа күскәс тә уның ғәмәл дәфтәренә әжер-сауап өҫтәлеп тороуына сәбәп булған өс нәмә бар. Уларҙың береһе – ата-әсәһе рухына доға ҡылған игелекле балалары. Үҙенә күркәм холоҡло алмаш тәрбиәләгән әҙәм балаһы фани донъяла ла, ахирәттә лә бәхетле була.

“Тормошта күҙ нурындай ҡатын, яҡшы балалар биреүен теләп, мосолман ир һәр ваҡыт Аллаһҡа доға ҡылып торһон”, – тигән пәйғәмбә­ре­беҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ғөмү­мән, сабыйҙың тыуыуы – ҙур байрам. Әҙәм балаһы ғүмер буйы бала тип йәшәй.
Бер ваҡыт Мөхәммәт ғәләйһис-сә­ләмдең сәждәлә оҙаҡ тороуына аптырап ҡалған сәхәбәләр: “Эй, Аллаһ ил­сеһе! Намаҙҙы бөгөн оҙағыраҡ уҡының. Нимә булды?” – тип һорай. “Елкәмә ейәнем менеп ултырғайны, уның күңелен ҡырмайым тип, сәждә­нән оҙаҡ торманым”, – тип яуап бирә Пәйғәмбәребеҙ.
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм балалар менән һәр саҡ үҙе башлап иҫәнләш­кән, хәл-әхүәлдәре менән ҡыҙыҡ­һынған, уйнаған, шаярған. “Балаларға бүләк бирегеҙ, – тип өйрәткән ул. – Тәрбиәгеҙ ҙә яҡшы булһын”.
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә бер ваҡыт яңы уңыштың тәүге емештәрен алып килгәндәр. Пәйғәмбәребеҙ: “Эй, Аллаһ! Илгә бәрәкәт бир, уңышта­рыбыҙ мул булһын!” – тип теләп, емештең иң яҡшыһын эргәһендә торған сабыйға биргән.

“Мин!” – иблис һүҙе

Тәкәбберлеккә бирелмәгеҙ, тип өйрәткән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Был һыҙат – шайтан фиғеле.
“Мин!” – тип тәүгеләрҙән булып иблис әйткән. Ул, Аллаһ Тәғәлә фә­реш­тәләренә Әҙәмгә сәждә ҡылырға бойорғас, бойороҡто үтәмәгән. “Мин кешенән яҡшыраҡ, – тип тәкәббер­ләнгән шайтан. – Һин мине – уттан, ә уны балсыҡтан яралттың”.
Кемдең кемдән өҫтөнөрәк, яҡшы­раҡ булыуын Аллаһ Тәғәлә үҙе генә белә. “Яҡлау һорағанға ярҙам итегеҙ, Раббыбыҙ ризалығы өсөн тип саҡы­рылған ергә бармай ҡалмағыҙ, изгелек ҡылғанға яҡшылыҡ менән яуап бирегеҙ”, – тип өйрәткән Пәйғәмбә­ребеҙ.


Вернуться назад