Йәш депутаттар көсөн берләштерә15.10.2015
Өфөнөң “Конгресс-холл” бинаһында иртәгә республикалағы йәш депутаттарҙың беренсе форумы башлана. Уның маҡсаты – 35 йәшкә тиклемге депутаттарҙың үҙ биләмәһендәге инфраструктураны үҫтереүгә йүнәлтелгән тырышлығын берләштереү.
Күҙалланыуынса, эшмәкәрлектең майҙансығы итеп Башҡортостандағы йәш депутаттарҙың яңы төҙөлгән Ассоциацияһы һайланасаҡ. Уның ағзалары урындағы халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе әүҙем күтәрәсәк, дәүләт власы органдары менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итәсәк, йәштәрҙең тормош һәм хеҙмәт шарттарын яҡшыртыуға өлөш индерәсәк.
Форумда урындағы үҙидараға, ҡала советтарына һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайланған 35 йәшкә тиклемге 700-ҙән ашыу депутаттың ҡатнашыуы көтөлә. Эш ике төп блоктан торасаҡ. Тәүгеһе оҫталыҡ дәрестәре, “түңәрәк өҫтәл”дәр рәүешендә уҙа, бының өсөн махсус тренерҙар саҡырылған. Сарала ҡатнашыусылар ауылдарҙағы көнүҙәк мәсьәләлрҙе ҡараясаҡ, тәжрибә уртаҡлашасаҡ, биләмәләрҙе үҫтереү буйынса тәҡдимдәрҙе өйрәнәсәк. Шулай уҡ “Башҡортостандағы йәш депутаттар ассоциацияһы” төбәк йәмәғәт берекмәһенең ойоштороу конференцияһы булыуы көтөлә.
Йыйындың икенсе өлөшөндә республика етәкселәре ҡатнашлығында фекер алышыу күҙаллана. Асыҡ һөйләшеүҙә ауылды, урындағы үҙидараны социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү һәм закон сығарыу башланғыстарын бойомға ашырыу мәсьәләләре тикшереләсәк.
Форум иртәнге сәғәт 10-да башлана.