Ҡорос утта сыныға28.02.2012
Ҡорос утта сынығаЧечен һуғышын үткән Байрас Фазылов — ауылдаштарының ныҡлы терәге
Беҙ кисергән һуғыш михнәттәрен Хоҙай балаларыбыҙға күрһәтмәһен, тип йыш ҡабатлай Белорет районының Абҙаҡ ауылында йәшәүсе Хәкимә әбей. Күпме туғанының һәм яҡынының яу ҡырынан әйләнеп ҡайтмауын, аслыҡ-яланғаслыҡтың хөкөм итеүен үҙ башынан кисергән бит. Уның тормош иптәше Ғәләүетдин Сәхәүетдин улы ла азатлыҡ өсөн яуға сыҡҡанда был афәттең йәнә ҡабатланасағы хаҡында уйламағандыр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәш быуынды ла әсе яҙмыш еле урап үтмәне. Уҙған быуаттың аҙағында Кавказ тауҙары ҡуйынындағы ҡәһәрле һуғыш меңәрләгән аҫыл заттың ғүмерен өҙҙө...
Яңы ғына техник училищены тамамлаған Байрас Фазылов тиҫтерҙәре кеүек үк ҙур теләк менән әрмегә бара. Илгә тоғро хеҙмәт итеп, “ир ҡорона” инеп ҡайтыу теләге ғәйәт ҙур була. Шулай итеп, күрше-күлән, туған-тыумаса Абҙаҡтың шуҡ егеттәренең береһенә, иҫән әйләнеп ҡайтыуын теләп, хәрби хеҙмәткә оҙатып ҡала. Күп тә үтмәй Владимир өлкәһенән ата-әсәһенә һөйөнөслө хат килеп төшә.
Әле генә һалдат сафын тулыландырған Байрасҡа барыһы ла яҡшы кеүек тойола. Етмәһә, училищела үҙләштергән тракторсы һөнәре ғәжәп ҡулай булып сыҡты. Башҡалар һөйләгәнсә, әллә ни ҡыйын да түгел бында. Бигерәк тә танкты өйрәнеү дәрестәре еңел бирелә. Ни тиһәң дә, техника менән эш итеү тәжрибәһе үҙенекен итә. Күп тә үтмәй, сос һалдатҡа танк командиры вазифаһын да ышанып тапшыралар.
Көтмәгәндә уларҙы Владикавказға күсереү хаҡында юғарынан бойороҡ бирелә. Кавказ тауҙары яғында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән мәл. Ул ерҙә сәйәси мәсьәлә киҫкенләшкән, әле тегендә, әле бында атыш-үлеш булып тора.
Ҡорос утта сынығаБилдәле булыуынса, Чечен Республикаһына бойондороҡһоҙлоҡ яуларға теләгән Джохар Дудаев Рәсәй Федерацияһының Конституцияһына ҡаршы килә. Шуға ла дөрөҫлөктө яҡлап, унда ваҡытлыса хөкүмәт төҙөлә. Һөҙөмтәлә Чечен Республикаһында ике власлылыҡ хөкөм һөрә башлай. Был осраҡта Рәсәй ҡораллы көстәрҙе ҡулланырға мәжбүр була.
— Владимир өлкәһендә танк командиры вазифаһында хеҙмәт итһәм дә, Владикавказда хәрби техниканы йөрөтөүселәр күп булыу сәбәпле, мине йәйәү ғәскәргә ҡуйҙылар, — ти Байрас Фазылов. — Һуғышта танк менән йөрөһәң, иҫән ҡалыу мөмкинлеге күберәк бит. Ә йәйәү барыу, утҡа осҡан күбәләккә тиң. Икенсенән, был эшемде мин беләм, күнекмәләр ваҡытында ла һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәткәйнем. — Байрас оҙаҡ уйлап тормай, кире танкистар араһына күсереүҙәрен һорай. Етәкселекте күндереү өсөн бер аҙ шыттырып та ебәрә:
— Беҙ нәҫелебеҙ менән танкистар. Олатайым немецтарҙы ҡыйратҡан, ағайым да әрмелә шул уҡ техниканы йөрөткән. Мин дә йөҙөгөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәм...
— Етеҙ икәнең күренеп тора, ләкин буш урындар юҡ шул. Әгәр ҙә бик теләһәң, әйҙә, механик итеп алабыҙ. Ризаһыңмы?
— Әлбиттә! — Һалдат шатлығынан көлөп ебәрә.
Ысынлап та, Байрас Фазылов күнекмәләрҙә һыр бирмәй. Бүтәндәр танк менән бер түңәрәкте урағанда, ул икенсеһен үтә.
— Үәт, исмаһам, йылғыр, — тип ҡуя командир. — Штурмға барғанда быны мотлаҡ колоннаның башына ҡуйырға кәрәк.
Күптәр көтөп алынған Яңы йыл байрамын ҡаршылауға әҙерләнә. Илебеҙҙең һәр төбәгендә ғәҙәттәгесә күңелле үтә ул. Тик Чечен Республикаһының баш ҡалаһы Грозный тарихында 1994 йылдың 31 декабре ҡара хәрефтәр менән яҙылған. Күптәр ошо көндә яҡты донъя менән хушлаша.
Беренсе чечен һуғышында Грозныйға һөжүм итеү тип нарыҡланған иң ҡаты ҡан ҡойошло бәрелештә Байрас Буранбай улына ла ҡатнашырға тура килә. Командир бойороғона ярашлы, колоннаның “башында” бара. Ингуш халҡының эшелонды туҡтатырға тип теҙелеп тороуын, техника үтә алмаһын өсөн юлға ҡуйылған машиналарҙы иҙеп үтеүен әле лә хәтерләй. Һалдат бары юғарынан килгән бойороҡто үтәй...
Яңы йылды ҡаршылаған мәлдә ҡораллы ғәскәр Грозныйға бәреп инә. Туҡтауһыҙ атыштар, шартлауҙар башлана.
— Ошо ерҙә беренсе тапҡыр ныҡ итеп ҡотом осто. Атыш мәлендә бер егет кинәт кенә йөҙө менән ергә ауҙы. Нимә булған икән тип кәүҙәһен күтәреп ҡараһаҡ, бите бөтөнләй юҡ, уның урынында ҡан сәсрәтеп торған ҙур соҡорҙо күрҙек, — тип ауыр хәтерләүҙәргә бирелә Байрас. — Әгәр ҙә быларҙың барыһын да хәтеремдә ҡалдырып, ысын булған икән тип йөрөһәм, күптән аҡылдан яҙыр инем. Минең күҙ алдымда күпме иптәштең ғүмере өҙөлдө. Аңымды юғалтмаҫ, аҡылдан шашмаҫ өсөн бөтә күргәндәрем ысын түгел, бары тик ҡурҡыныс фильм ҡарап ултырам, тип күңелемә һеңдерергә тырыштым.
Беҙҙең ғәскәр шул уҡ төндә “Президент һарай”ына һөжүм итә. Республика етәкселегенең “ояһы” өсөн бәрелеш иҫ киткес күп ҡан менән һуғарыла. Шуға ҡарамаҫтан, һарайҙың эсенә үтеп инә алмайҙар.
Бер аҙ көс-хәл йыйып, ҡорал туплап алғандан һуң, 7 ғинуарҙа “Президент һарайы”н штурмлау йәнә ҡабатлана. Байрас Фазылов та был ваҡиғаның үҙәгендә була.
— Яңы йыл төнөндә үлгән һалдаттарҙың мәйете әле булһа ла туңып юлда ята ине. Бигерәк тә республика йорто бинаһы алдында уларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Ә беҙгә шулар янынан барырға кәрәк. — Әңгәмәсем бер аҙ көрһөнөп ҡуйҙы ла дауам итте. — Һарай янындағы күп ҡатлы йорттарҙан беҙгә табан ут яуҙыра башланылар. Боевиктарҙың ҡоралдары үтә ҡеүәтле, етмәһә, улар мәргән ата. Гранатометтан, пулеметтан бер-бер артлы танктарыбыҙҙы шартлаталар, тере көстәрҙе лә юҡ итәләр. Ҡайҙа ҡарама — ҡан, мәйет еҫе аңҡый... Бер ваҡыт беҙҙең танк та ҡамауҙа ҡалды. Алға ла барып булмай, артҡа ла китергә ирек бирмәйҙәр. Ахыр сиктә, командование танктан сығырға бойороҡ бирҙе. Дүрт-биш егет “тимер ат”ыбыҙҙың аҫтына инеп яттыҡ. Ә ут яуҙырыу һаман да туҡтамай... Дошмандар арыу ғына тырыша торғас, танктан сыҡҡан егеттәрҙе лә шаңҡыта һуға. Берәүҙәре яралана, ә Байрас иһә контузия ала.
Иҫән ҡалған һалдаттар аңына килеп, яҡындағы туғыҙ ҡатлы буш йорттоң баҙында төн үткәрә. Иртәгәһенә өсөнсө ҡаттағы фатирҙа урынлашып, ярыҡ тәҙрәләрҙе балаҫ менән көпләп, һыуыҡ төндәрҙе шунда үткәрәләр. Сиратлап һаҡта тороуҙы ла ойошторалар. Егеттәрҙең береһе тыштағы хәлдәр нисегерәк икән тип тәҙрәнән ҡарауы була, дошмандар шунда уҡ башын үтә тишә. Әйтерһең дә, ҡайнап торған ҡаҙан эсендә бейегәндәй үтә был аҙнанан ашыу ваҡыт.
Ниһайәт, 16 ғинуарҙа ярҙамға хәрби көстәр ебәрелеп, үлем тоҙағында ҡалған һалдаттарҙы азат итәләр. Табиптар Байрас Фазыловты госпиталгә оҙатырға ҡарар итә, һәм уны вертолет менән Владикавказға госпиталгә алып китәләр. Айҙан ашыу дауаланғандан һуң тыуған яғына ҡайтып төшә. Рәсәй алдындағы күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Байрас Буранбай улы Батырлыҡ ордены менән наградлана. Әйткәндәй, уның ике туған ағаһы Ингел дә ошо уҡ һуғышта ҡатнашып, иҫән-һау ҡайта. Суворов миҙалына лайыҡ була.
Ул ҡайтҡас та ваҡытын әрәм-шәрәм итеп йөрөмәй. Үлем менән нисәмә тапҡыр күҙмә-күҙ осрашҡан кешегә тормоштоң һәр минуты ҡәҙерле. Был йәһәттән уға ата-әсәһе лә һәр саҡ үрнәк булып тора. Венера Йософ ҡыҙы һәм Буранбай Ғәләүетдин улы Фазыловтар — ауылдың абруйлы кешеләре. Ғүмерен белем биреүгә арнаған тәжрибәле педагогтарҙың фәһемле дәрестәре күптәргә тормошта ныҡлы ҡанат ҡуйған. Етмәһә, Венера Йософ ҡыҙы биш балаға ғүмер биргән, уның күкрәген “Әсәлек даны” миҙалы биҙәй.
Байрас Буранбай улы ла белемде тыныс тормошта төп ҡорал итеп ала. Г. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт университетын тамамлай. Бының менән генә сикләнеп ҡалмай, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында ла белемен камиллаштыра. Шул уҡ ваҡытта һөйөклө ҡатынына һәм өс балаһына ныҡлы терәк тә.
Шуға ла районда абруй ҡаҙанған уҙаманға Абҙаҡ ауыл хакимиәтен етәкселек итеү вазифаһын ышанып тапшыралар.
— Аллаға шөкөр, силсәүитебеҙҙән уңдыҡ, — ти ауыл ҡарттары.
— Әйтмә лә, үҙе шул тиклем уңған, әле теге осҡа, әле бында саба.
— Кешелекле шул, һауаланып та бармай. Исмаһам, берәй тапҡыр орденын тағып сыҡһасы...
— Һуғыш хаҡында әллә ни һөйләргә яратмайым. Үткәндәргә — салауат. Шул йылдар миңә ҙур фәһем бирҙе. Тормошҡа бүтән күҙлектән ҡарай башланым. Аяуһыҙ һуғышта ҡатнашҡан һалдат урамда туҙып, үҙен күрһәтеп йөрөмәйәсәк. Киреһенсә, ҙур маҡсат ҡуйып, алға ынтыласаҡ, — ти Абҙаҡ ауылы хакимиәте башлығы Байрас Буранбай улы Фазылов.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында баҫыуҙа бил бөккән Хәкимә әбей, шөкөр, әле лә беҙҙең арала. Байрас ейәненең тырышлығына, халҡы өсөн янып-көйөп йөрөүенә ҡыуанып бөтә алмай. Бына бөгөн дә ейәне өләсәһенең хәлен белергә инде. Әбей, ғәҙәттәгесә, уны тупылдатып һөйөп алды. Шул ваҡытта эстән генә изге теләген ҡабатланы:
— Хоҙай, ейәнем күргәндәрҙе инде бүләләремә күрһәтмә. — Был һүҙҙәрҙән һуң күҙҙәрендә йәш күренде...
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ


Вернуться назад