Тағы ла күршенең тауығы хаҡында...16.10.2015
Тағы ла күршенең тауығы хаҡында... Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда илебеҙ өсөн иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе – импортты алмаштырыу – буйынса “түңәрәк өҫтәл” уҙғарылды. Үтә ҡатмарлы был проблеманы хәл итеү юлында ниндәй саралар күҙаллана? Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, инновация үҫеше һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесе, “түңәрәк өҫтәл”де алып барыусы Рәшит ХӘЙРУЛЛИН ошо хаҡта һөйләй.

– Рәшит Хөснулла улы, әлеге сарала ҡатнашыусыларҙан һеҙ шәхсән ниндәй тәҡдимдәр көттөгөҙ, һәм был өмөттәр аҡландымы?
– Илебеҙҙең иҡтисади үҫеш йәһәтенән ауырлыҡ кисереүе бер кемгә лә сер түгел, һәм импортты алмаштырыу ошо көрсөктән сығырға ярҙам итәсәк. Ләкин маҡсатҡа тиҙ арала өлгәшеп булмай, уның өсөн дә­ләт программаһы талап ителә. Айырыуса электроникала, машиналар һәм станоктар эшләүҙә, сөнки бик күп тар­маҡ­тар сит ил ҡорамалдарына таяна, ә санкциялар арҡаһында уларҙы яңырта алмау иҡтисади ҡыйынлыҡтарҙы тағы ла көсәйтә төшә. Күренеүенсә, бурыс үтә лә ҡатмарлы.
Беҙ ойошторған “түңәрәк өҫтәл”дә ошо бурысты атҡарыуға бәйле күп тәҡдимдәр яңғыраны, улар иҡтисадты теоретик яҡтан ғына белгән түгел, ә ғүмер буйы предприятиелар тормошонда ҡайнап йәшәгән етәкселәр тарафынан бирелде, шуныһы менән ҡиммәт тә. Эйе, көтөлгән һөҙөмтә булды, “түңәрәк өҫтәл” үҙ маҡсатына өлгәште тип уйлайым.
– Сит ил тауарҙарын үҙебеҙҙең илдә етештерелгәндәре менән алмашты­рыр­ға тырышыу һәр саҡта ла үҙен аҡ­лармы? Мин беҙҙең күп кенә тауарҙың конкуренцияға һәләтле булмауын күҙ алдында тотам...
– Импортты алмаштырыу беҙҙең өсөн үҙмаҡсат түгел. Быны дәлилләү ниәтендә Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведевтың быйыл йәй әйткән һүҙҙәрен килтерергә мөмкин: “Сит илдән ингән тауарҙарҙы сифаты шәптән булма­ған үҙебеҙҙекенә алмаштырыу бурысы ҡуйылырға тейеш түгел. Һүҙ бында Рәсәй предприятиеларының – сәнәғәттең дә, ауыл хужалығының да – заманса, сифатлы һәм ихтыяж тыуҙырған продукцияны мөм­кин тиклем күберәк етештереүе тура­һында бара, ул донъя сифаты кимәлендә эшлә­нергә, беҙҙең баҙарҙа ғына түгел, сит илдәрҙә лә конкуренцияға һәләтле булырға тейеш. Бурыс шуға ҡайтып ҡала”.
Был эште бер нисә төп тармаҡта алып барыу кәрәк – сәнәғәттә, ауыл хужа­лығында, фармацевтикала һәм IT-индус­трияла. Әлбиттә, ҡабатлайым, импортты алмаштырыу – күп йүнәлешле, ғәмәлгә ашырыу еңел булмаған бурыс, ләкин шул уҡ ваҡытта ул беҙҙең предприятиеларҙы һәм технологияларҙы үҫтереү өсөн уникаль мөмкинлек тыуҙыра.
– Беҙҙең етештереүселәрҙең конку­ренцияға һәләтен күтәреү өсөн хоҡуҡи нигеҙ булдырыу – республикабыҙ парламенты эшмәкәрлегенең айырыл­ғы­һыҙ өлөшө. Һуңғы ваҡытта был йүнә­лештә ниндәй закон акттары ҡабул ителде?
– Сит ил тауарҙарын үҙебеҙҙекеләр ме­нән алмаштырыу барыһынан элек шәх­си башланғыстарға таянырға тейеш, был осраҡта ошо ынтылышты дәүләт тарафы­нан оҫта дәртләндереү кәрәк. Беҙ сәнәғәткә ярҙамсы нигеҙ булдырыу өсөн закондар базаһын мөмкин тиклем камиллаштырырға бурыслыбыҙ. Был төр ҡануниәттә “Рәсәй Федерацияһында сәнәғәт сәйәсәте тура­һын­да”ғы Федераль закон шундайҙарҙың береһе булып тора. Ул ватан индустрия­һының конкуренцияға һәләтен яҡшыртыу һәм импортты алмаштырыуҙы үҫтереү маҡсатын ҡуя.
Беҙҙең республика әһәмиәтендәге ошон­дай уҡ законыбыҙ беренсе уҡыуҙы үтте. Закон проектына ярашлы, импортты алмаштырыуға булышлыҡ итеүсе ҡорал­дарҙың береһе – махсус инвестиция контракты. Ул Федераль үҙәк менән Башҡорт­остан йәки республика менән муниципаль берәмек араһында төҙөлә. Килешеүгә вәкәләтле орган менән инвестор ҡул ҡуя. Һуңғыһы республика территорияһында сәнәғәт продукцияһы етештерә башлауға ярҙам итеү буйынса йөкләмәләр ҡабул итә. Килешеү 10 йылға төҙөлә һәм төрлө ташламаларҙы үҙ эсенә ала. Түбәнәй­телгән тарифтар һалым һәм йыйымдарға, дәүләт мөлкәтен файҙаланған өсөн ҡуртым түләүенә, тауар һәм хеҙмәттәргә ҡағыла ала. Башҡа төрлө преференция һәм ташламалар ҙа булыуы мөмкин. Закон проекты сәнәғәтте үҫтереүҙең махсус фондын бул­дырыуҙы ла күҙ уңында тота, ул әһәмиәтле проекттарҙы һәм, барыһынан да элек, импортты алмаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйғандарын финансларға тейеш буласаҡ. Ә сәнәғәтте үҫтереү федераль фонды илдең 24 төбәгендәге 40 проектҡа займдар бирҙе лә инде. Беҙҙең предприятиеларға ла ошо форсаттан файҙаланырға кәрәк.
“Башҡортостан Республикаһының дәүләт-шәхси партнерлыҡта ҡатнашыуы тураһында”ғы Закон – шундай уҡ мөһим хоҡуҡи акт. Әлеге мәлдә Дәүләт Йыйылышында “Башҡортостан Респуб­лика­һын­да дәүләт-шәхси партнерлығы тураһында” тигән яңы закон проекты әҙерләнә. Уның маҡсаты – республика иҡтисадына инвестиция йәлеп итеү һәм тауарҙарҙың сифатын яҡшыртыу өсөн хоҡуҡи шарттар тыуҙырыу.
Республикабыҙҙың эшҡыуарлыҡ, сәнә­ғәт, ауыл хужалығы, инновация эшмәкәр­леге өлкәләрендәге норматив хоҡуҡи базаһы ватан етештереүсеһен яҡлаусы төрлө сараларға эйә. “Башҡортостан Респуб­ликаһында бәләкәй һәм уртаса эшҡыуарлыҡты үҫтереү тураһында”ғы, “Башҡортостан Республикаһында сауҙа эшмәкәрлеген көйләү тураһында”ғы, “Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығын үҫтереү тураһында”ғы һәм башҡа закондар улар.
– Йомғаҡлап әйткәндә, беҙҙә им­порт­ты алмаштырыу эшмәкәрлеге өсөн ҡануниәт нигеҙе бар. Ә артабан?
– Эйе, ундай база бар. Уға таянып рес­публикабыҙ Хөкүмәте Башҡортостан Республикаһында импортты алмашты­рыу­ға булышлыҡ итеү буйынса 2015 – 2017 йылдарға саралар планын эшләне һәм раҫланы. “Түңәрәк өҫтәл”дә беҙ ошо планды үтәү барышында ҡануниәткә бәйле тыуған мәсьәләләрҙе тикшерҙек. Мәҫәлән:
1) Импортты алмаштырыу менән инновацияны нисек үҙ-ара яраштырырға? Бының өсөн өҫтәмә ташламалар ҡара­лырға тейешме?
2) Башҡортостан Хөкүмәтенең бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү инфраструк­тураһын үҫтереү буйынса планы иимпортты алмаштырыуҙы иҫәпкә алып үҙгәртелергә тейешме (айырыуса индустриаль һәм техник парктарҙы үҫтереү өлөшөндә)?
3) Импортты алмаштырыуҙы “Айырым иҡтисади зоналар тураһында”ғы (йәки “Моноҡалалар тураһында”ғы) закон проекттарында нисек бүлеп алырға?
4) Импортты алмаштырыусы пред­прия­тиеларға һалым һәм мөлкәт буйынса, дәү­ләт һатып алыуында, банк кредит­тарының проценттарына субсидия биргәндә ташламалар ҡаралырға тейешме?
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусыларҙың сығыштарында беҙҙең етештереүселәрҙе ныҡ борсоған башҡа проблемалар ҙа яңғы­раны. Мәҫәлән, “Гидравлика” Өфө агрегат предприятиеһы”ның баш инженеры Вячеслав Лихачев үҙ коллек­тив­тарының үҫеш динамикаһы әллә ни өмөт уятмауы тураһында һөйләне. Буш торған майҙандары булһа ла, завод етештереүҙе арттыра алмай. Иң ауыртҡан урын – кредит буйынса процент ставкалары. Бик ҙур проценттар менән кредит алып предприятиены үҫтереү ғәмәлдә мөмкин дә түгел.
Күп кенә ғалимдар, мәҫәлән, Баш­ҡортостанда бәрәңге үҫтереү мөмкин­легенең ҙур булыуын билдәләй. Рес­публи­каның ауыл хужалығы министры урын­баҫары Юрий Лысов ошо ведомствоның райондарҙа йәшелсәне эшкәртеү һәм ҡаптарға төрөү системаларын булдырыу буйынса биш проектты ҡарауы тураһында хәбәр итте. Ләкин ул шул уҡ ваҡытта бындай проекттарҙың тиҙ генә ғәмәлгә ашырыла алмауын да билдәләне. Был документтар барыһы ла Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы тикшереүенә тапшырылған. Уларҙы ҡарау процедураһы ошо федераль ойошмала ҡасан тамамланыр? Бының тәғәйен генә датаһын берәү ҙә атай алмаҫ, моғайын. Тимәк, Башҡорт­остандың Ауыл хужалығы министрлы­ғындағы хеҙмәттәштәремә ныҡышмалыраҡ булырға, юғарыраҡ органдарҙың коридорында шәберәк “йүгерергә” кәрәк буласаҡ.
– Тимәк, сарала ҡатнашыусылар индергән тәҡдимдәр ҡоро һүҙ генә булып ҡалмаясаҡ?
– Эйе, эш башланды, тәҡдимдәр артабан ошо проблеманы хәл итеүгә йүнәл­тел­гән закон проекттарына нигеҙ булып ята­саҡ. Республикабыҙ парламенты вәкә­ләттәренә ингәндәре, әлбиттә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары хөкө­мөнә сығарыласаҡ, ә федераль органдарға ҡарағандары буйынса беҙ Рәсәйҙең Дәүләт Думаһында закон инициативалары менән сығыш яһаясаҡбыҙ. Тағы ла шуныһын әйтәйек: “түңәрәк өҫтәл” был көнүҙәк мәсьәләне тикшереүгә күберәк кешене йәлеп итеү зарурлығын асыҡ күрһәтте. Шуға күрә яҡын киләсәктә импортты алмаштырыуға арналған парламент тыңлауҙары үткәрергә ниәтләйбеҙ, унда күп кенә сәйәсмәндәр, етәкселәр, иҡтисад белгестәре, фән вәкилдәре саҡырыласаҡ.

Әңгәмәне Р. ШӘРИФУЛЛИН алып барҙы.



Әҙһәм БАРЛЫБАЕВ, иҡтисад фәндәре докторы, профессор:
— Йәшерен-батырыны юҡ: ошоғаса үҙебеҙҙә етештерелгән ауыл хужалығы ризыҡтарын һанламаған булдыҡ. Сит илдекен өҫтөнөрәк күрҙек, күршенекен тәмлерәк тип таптыҡ. Һатыуға сығарылған итте генә алып ҡарайыҡ: ошоғаса уның 60 – 70 проценты сит илдән килтерелде. Ә беҙ кемдән кәм? Ауыл хужалығы продукцияһын етештереү ҡеүәте буйынса Башҡортостан бит үҙе бер нисә штатҡа тиң! Етәкселектең әлеге ҡарары ауыл хужалығына “йәшел ут” ҡына, минеңсә. Иң мөһиме — мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға кәрәк.

Айҙар ҠУНАҠБАЕВ, йәш эшҡыуар:
— Санкциялар – “үҫешкә трамплин”, тибеҙ ҙә ул, тик ҡайһы саҡта был трамплинға менеп баҫыуы ла ауырға төшә бит әле. Әлеге лә баяғы ер мәсьәләһе бәкәлгә һуға. Күпләп мал тотҡан кешегә техникаһыҙ ҙа булмай. Орлоғон, ашламаһын, яғыулығын һанай башлаһаң, ҡайһы саҡта килеменә ҡарағанда сығымы күберәк килеп сыға. Күптәр кредитта ултыра. Тапҡан-таянғаның бурыстарҙы ҡапларға китә лә бөтә инде. Әле бына тағы малдарҙы махсус урында ғына һуйырға тигән ҡарар уйлап таптылар. Уныһы нимәгә тағы? Итен баҙарға алып барған кеше былай ҙа, санитария тикшереүҙәренән тыш, һатыуға сыға алманы. Өҫтәмә мәшәҡәт кенә инде.

Рим АЛТЫНБАЕВ, фермер:
— Аграрийҙар, йүнселдәр эшләр ул, әммә Хөкүмәттән дә ныҡлы ярҙам кәрәк. Аренда өсөн түләүҙәргә, коммуналь хеҙмәттәргә ташламалар яһалмай тороп, аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы “ауыҙлыҡлап” булмаясаҡ.


Вернуться назад