Баҙарға аҙыҡ-түлек алырға барһам, Ҡырмыҫҡалы йә Ҡандраның икмәген, Дәүләкәндең май-ҡаймағын, Миәкәнең һөт-эремсеген, балығын һайлайым. Йылдар һуҙымында уларҙың сифаты халыҡ тарафынан һыналған. Ә сит яҡҡа китһәм, күстәнәскә башҡорт балын төйнәйем. Сөнки тап уның арҡыры Башҡортостаныбыҙҙы беләләр.Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙы Рәсәй, донъя кимәлендә танытырлыҡ бренд өлгөләрен эҙләйбеҙ. Бал... Ҡурай... Ҡымыҙ... Яңыраҡ мәҙәниәтте үҫтереү буйынса кәңәшмәлә төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов та ошо юҫыҡта халыҡ кәсептәре темаһына айырым туҡталып үтте. “Атаҡлы Ырымбур шәленең тамыры ысынында иһә – Башҡортостанда. Өфөлә ошо башҡорт шәлен әүҙем пропагандалаған эшҡыуарҙарҙың барлыҡҡа килеүе ҡыуаныслы. Баш ҡалала ике йылға бер тапҡыр башҡорт шәле фестивален уҙғарыу ҙа йолаға әүерелде”, – тине ул.
Беҙҙә һәр төбәк үҙенең бренды менән ғорурлана. Бөрйән балы, Әбйәлил кейеҙе, Иглин һуғаны, Ейәнсура шәле, Балаҡатай ҡабартмалы сигеүе... Әммә республика сиген сығыу менән тауарға “башҡорт” һүҙе өҫтәлһен ине. Берҙән, ул миллилекте сағылдыра, икенсенән, ерлелекте билдәләй, етештереү урынын күрһәтә. Башҡортостан брендының исеме үҙе үк был хаҡта ҡысҡырып торорға тейеш.
“Башҡорт ҡаҙы” компанияһын миҫалға килтерәйек. Етәкселектең шунда уҡ киләсәккә, алыҫҡа ҡарап эш итеүе күренә. Федоровка районындағы етештереү фермаһында “итальян” һәм “линда” тоҡомло ҡоштар үрсетһәләр ҙә, һәр кемдең аңына “башҡорт ҡаҙы” тигән төшөнсә һалына бит! Хәҙер предприятие, мәҫәлән, Италияға тауарын оҙата башланы, тимәк, сит илдә лә продукцияһын башҡорттоҡо тип таныта. Йәки “Ҡурай төбәге” (“Край курая”) бренды аҫтында Саҡмағош һөт заводында етештерелгән аҙыҡ-түлекте алайыҡ. Татарстанға, Удмуртияға, Силәбе, Свердловск, Һамар, Ырымбур, Мәскәү, Түбәнге Новгород, Төмән өлкәләренә, Пермь крайына китә уның продукцияһы. Ҡазанда булһынмы, Мәскәүҙә булһынмы, магазин кәштәләрендәге ризыҡтың Башҡортостандан икәне билдәле!
Әлбиттә, сағыу һәм яңғырауыҡлы исем генә етмәй. Бренд атамаһына дәғүә иткән тауарҙың сифаты ла юғары булырға тейеш. Шундай талаптарға эйә нимә тәҡдим итә ала Башҡортостан башҡаларға? Әйтәйек, күрше өлкәләрҙә беҙҙең ниндәй аҙыҡ-түлек ихтыяж менән файҙалана? Белеүемсә, һөт ризыҡтары төрҙәре. Данлыҡлы ҡымыҙ, айран, ҡорот, ҡыҙыл эремсек кенә түгел, ябай һөт, ҡаймаҡ, май ҙа. Рәсәйҙә йылына 30 миллион тонна төрлө һөт ризыҡтары етештерелә. Әммә был ғына етмәй, шуға тағы һигеҙ миллион тоннаны сит илдәрҙән һатып алырға мәжбүрбеҙ. Ә Башҡортостан был йүнәлештә үҙен тулыһынса тәьмин итә. Тимәк, артығын башҡа төбәктәргә лә сығара ала. Әйткәндәй, сығара ла. Ләкин танылып торһон өсөн исемендә күп осраҡта ана шул республиканы танытып торған һүҙ етешмәй.
Быйыл миңә дүрт тапҡыр сит тарафтарға сәфәр ҡылырға тура килде. Аңлашылалыр, ҡырҙа саҡта магазинда иң тәүҙә өйрәнелгән таныш ризыҡты эҙләйһең. Сифаты һыналған бит.
…Бына тыуған ерҙән ике мең километр алыҫта һөт ризыҡтары кәштәһенән май һайлайым. Матур сағыу ҡаптар араһында “Башҡорт майы”н күреп, ҡыуанып киттем. Ҡулыма тотоп кассаға атлағанда, ҡайҙа эшләгәндәр быны тип, яҙыуына күҙ һалдым. Ни күрәм, “Никитин исемендәге Афанасьев май заводы, Силәбе ҡалаһы” тиелгән. Бына һиңә “мә”! Ҡапты кире кәштәгә ҡуйып, “Башҡортостандан май” тигәненә ҡыҙығам. Быныһы менән дә шул уҡ хәл: Силәбе ҡалаһынан шәхси эшҡыуар В. М. Тимошкиндыҡы. Ҡара һин уны, күршеләр, беҙҙең ерлектәге ризыҡтың сифатын юғары баһалап, үҙҙәренекенә исемебеҙҙе биреп тә өлгөргән! Ниһайәт, иғтибарлап ҡарап, теләгәнемде – “Дәүләкән майы” тигәнен эҙләп алдым. Ярай әле мин үҙебеҙҙең ризыҡты яҡшы беләм, таныйым. Ә сит-яттар, атамаһына алданып, икенсеһен һатып ала ла инде. Әлбиттә, ул ризыҡтың сифатына һис һүҙ тейҙергем килмәй. Ләкин, рустар әйтмешләй, “ватан өсөн йән әрней”.
Баҙарҙың да үҙ ҡағиҙәләре – шуны онотмайыҡ. Тауар таныулы булырға тейеш. Тимәк, беҙҙең предприятиелар етәкселәренә, маркетинг белгестәренә уйланырға урын бар.