Иғтибар! Бала юғалды...14.10.2015
Иғтибар! Бала юғалды... Башҡортостанда йыл һайын 120-гә яҡын бала хәбәрһеҙ юғала. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, уларҙың күбеһе тәүге өс тәүлек эсендә табылһа, араларында йылдар дауамында хат-хәбәре булмағандары ла юҡ түгел. Белгестәр билдәләүенсә, эҙләү сараларының һөҙөмтәлелеге күп осраҡта ата-әсәнең һәм ирекмәндәрҙең үҙ-үҙен тотошона бәйле.

Көтөргә ярамай

Күпселек ата-әсә балалары кис өйгә ҡайтмаһа ла, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә ашығып бармай, оҙаҡламай ҡайтыр әле, тип өмөтләнә йәки үҙаллы эҙләй башлай. Ғөмүмән, ололарҙың аңына, кешенең юғалыуы тураһындағы ғаризаны полицияға бер, хатта өс тәүлек үткәс кенә яҙырға була, тигән уй һеңгән. Ләкин был, республиканың Эске эштәр министрлығында билдәләүҙәренсә, ысынбарлыҡҡа тап килмәй.
— Бала булһынмы ул, өлкән йәштәге кешеме, уның хәбәрһеҙ юғалыуына шик тыуыу менән полицияға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Беренсенән, был тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға мөмкинлек бирәсәк, икенсенән, эҙләү саралары ни тиклем тиҙерәк ойошторолһа, шул тиклем яҡшыраҡ, — ти Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының мөһим эштәр оперуполномоченныйы Роман Мансуров.
Аңлашыла: бала юғалғандан алып полицияға мөрәжәғәт иткәнгә тиклем күпме ваҡыт үтә, уның йәшәгән урынынан алыҫлашыуы, хәүеф-хәтәрҙең артыуы мөмкин. Шылтыратыу булһа иһә, хоҡуҡ тәртибе хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ юғалыусының туғандары, дуҫтары менән бәйләнешкә инә, полиция постарының һәр ҡайһыһына “ориентировка” ебәрә, ирекмәндәрҙе, хатта эттәрҙе йәлеп итә.
Эҙәрмән эттәрҙе дрессировкалау һәм өйрәтеү буйынса өлкән инспектор Анатолий Черняев әйтеүенсә, эҙләү һөҙөмтәһе күп осраҡта ваҡыт һуҙымына бәйле. Кинологтарҙы ни тиклем тиҙерәк саҡырһалар, шул тиклем яҡшыраҡ.
— Эттәр башлыса кешенең ниндәй йүнәлештә китеүен күрһәтә. Әлбиттә, ҡалала быны аныҡ ҡына билдәләү ауыр, сөнки халыҡ бик күп. Уның ҡарауы, тәбиғәттә эттәр еҫте күпкә көслөрәк һиҙә, бигерәк тә ҡом, үлән өҫтөндә ҡалған эҙҙәрҙе тиҙ таба, — ти Анатолий.

Ҡаш төҙәтәм тип,
күҙ сығарып ҡуймайыҡ


Был осраҡта ирекмәндәр менән полиция хеҙмәткәрҙәре араһында тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырыу зарурлығы хаҡында ла оноторға ярамай. Башҡортостанда бер йыл элек теркәлгән фажиғә күптәргә һабаҡ булды — ул саҡта ирекмәндәр, юғалған баланы эҙләүҙә ярҙам итәбеҙ тип, Интернетта артыҡ әүҙемлек күрһәтеп ташланы һәм уғрыларҙа ҡотҡо уятты. Ҡәҙимге юғалыу осрағы менән түгел, ә енәйәтсел төркөм менән эш итеүҙәрен ирекмәндәр һуң аңланы шул. Үҙ-ара килешеп, кәңәшләшеп эшләмәү оло бәләгә алып килде лә инде. Башҡаса ошондай аңлашылмаусанлыҡтарға юл ҡуймау маҡсатында хәҙер полиция хеҙмәткәрҙәре “Юғалған балаларҙы эҙләү” ассоциацияһы менән туранан-тура килешеү булдырған. Киләсәктә, бәлки, башҡа ойошмалар менән дә бәйләнештәр көйләнер, сөнки ирекмәндәр — ысын мәғәнәһендә ҙур көс. Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына Өфөлә 17 йәшлек үҫмер хәбәрһеҙ юғалғайны. Уны эҙләүҙә ирекмәндәр ҙур әүҙемлек күрһәтте. Үҙҙәренең көсө менән бер нисә тапҡыр урман-ҡырҙарҙы йөрөп сыҡтылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һөҙөмтә генә ҡыуаныслы түгел: сираттағы тапҡыр урманға кергәндә, егеттең үле кәүҙәһенә тап булалар.
— Беҙгә ирекмәндәр етешмәй. Әлеге көндә эҙләү сараларын башлыса ун кеше даими контролдә тота, ял көндәрендә йөҙҙән дә ашып китәбеҙ. Командалар күбеһенсә социаль селтәрҙәр аша туплана. Кемдер “ориентировка” тарата, кемдер халыҡтан һорау ала. Әлбиттә, бөтә был саралар полиция менән кәңәшләшеп кенә ойошторола. Нисек тә уларҙың эшенә зыян килтермәҫкә һәм хаталанмаҫҡа, — ти Өфө һәм Башҡортостан буйынса юғалған балаларҙы эҙләү төркөмө етәксеһе Павел Нестеров.

Мине өйҙә аңламайҙар...

Ни өсөн бала өйөнән сығып китә һуң? Полицейскийҙар һәм психологтар фекеренсә, төп сәбәп — ғаиләләге аңлашылмаусанлыҡ. Әйткәндәй, баланың ҡасырға теләүен социаль селтәр ярҙамында ла төҫмөрләп була — Интернетта “ҡасҡалаҡтарҙың” төркөмө барлыҡҡа килгән. Әгәр балағыҙҙың ошо төркөм менән ҡыҙыҡһыныуын йәки уның ағзаһы булыуын белеп ҡалһағыҙ, тимәк, саң ҡағырға ваҡыт.
— Бөгөн насар ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар ғына өйҙәренән ҡаса, тиһәк, дөрөҫлөккә тап килмәҫ. Был бәлә байлыҡҡа ла, социаль статусҡа ла ҡарамай. Ә инде сәбәптәрен асыҡлай башлаһаң, күптәренең яуабы бер төрлө — уны өйҙә аңламайҙар, — ти психолог-консультант Диана Әйүпова. — Ғәҙәттә, үҫмер саҡта ниндәйҙер ҡарарҙар ҡабул итке, үҙ һүҙеңде әйтке килә. Бының менән ололарҙың килешмәүе лә мөмкин, ләкин һәр нәмәлә алтын урталыҡ таба белеү зарур. Ата-әсәләргә был осорҙа балаларына иғтибарлы, ихтирамлы булыу шарт. Балағыҙҙы һөйөгөҙ, яратығыҙ. Үҫмерҙәр был йәштә ҡурсалауға, яҡлауға айырыуса мохтаж. Әгәр балағыҙ өйҙән сығып киткән икән, сабырлыҡ һаҡларға тырышығыҙ, сәбәптәрен асыҡлағыҙ һәм бер үк язаға тарттырмағыҙ. Юҡһа уның ҡабаттан был аҙымға барыуы ихтимал.


Вернуться назад