Эт өрә тора, бүре йөрөй бирә14.10.2015
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары малды тамғалау һәм паспортлаштырыу, хужаларҙың яуаплылығын көсәйтеү тураһындағы ҡанундарҙы ҡайтанан өйрәнергә уйлай.

Закондарҙы камиллаштырыуға Әбйәлил районында теркәлгән юл-транспорт фажиғәһе сәбәп булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 30 августа Озерный — Күсем йүнәлешенең 21-се саҡрымында Магнитогорск ҡалаһында йәшәгән 18 йәшлек водитель бер өйөр йылҡының өҫтөнә барып менә һәм ҡолондо төкөтә. Бәрелеүҙән дүрт пассажир ултырған машинаның түбәһе йәмшәйә. Һөҙөмтәлә 36 йәшлек ир фажиғә урынында уҡ йән бирә, ҡалғандары төрлө тән йәрәхәте менән дауаханаға оҙатыла.
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, республикала “Ауыл хужалығы малдарын көтөү һәм ҡыуыу тәртибе тураһында” Закон бар, уға ярашлы һәр мал тамғаланырға һәм паспортлаштырылырға тейеш.
— Йорт хайуанына келәймә һуғыу бер нисә проблеманы хәл итәсәк. Беренсенән, ҡарауһыҙ йөрөгән мал күпме ялан-баҫыуҙарҙы юҡҡа сығара, күреүегеҙсә, юлдағы хәлгә лә йоғонто яһай, шулай уҡ енәйәтселек тә арта. Иректә йөрөгән малдарҙың юғалыу осраҡтары хаҡында бер бөгөн генә һөйләмәйбеҙ, — ти парламент етәксеһе. — Шуны аңларға ваҡыт: хосуси милек — ул тәү сиратта яуаплылыҡ. Бер мал да эйәһеҙ ҡалырға тейеш түгел. Практика халыҡтың әлеге мәсьәләгә әһәмиәт бирмәүен күрһәтте. Һөҙөмтәлә “эт өрә тора, бүре йөрөй бирә” тигәндәй, проблема һаман асыҡ ҡала.
Константин Борисович яҡын арала мәсьәләне ентекле өйрәнергә, ҡануниәттәге талаптарҙы ҡайтанан барларға һәм норматив акттарҙы, шул иҫәптән Административ хоҡуҡ боҙоу тураһындағы кодексты камиллаштырырға ҡушты. Күрәһең, әлегә документта ҡаралған штраф күләме законды үтәүгә дәлил түгел. Яңы ҡанунда иһә малдарҙы тамғалау һәм паспортлаштырыу буйынса талаптарҙың үтәлеше, ҡарауһыҙ малдан күрелгән зыян күләме ентекле тикшереләсәк.
Был осраҡта халыҡтың да һыйыр һәм йылҡы малына келәймә һуғыуҙан ситләшеүен аңларға була. Әйтәйек, ҡарауһыҙ йөрөгән мал арҡаһында Әбйәлилдәге ише юл-транспорт фажиғәһе теркәлһә, уның кемдеке булыуын асыҡлауы ауыр булмаясаҡ. Фажиғә эҙемтәләре өсөн дә малдың хужаһы яуап бирәсәк.


Вернуться назад