Ҡағыҙ эше мәшәҡәтле14.10.2015
Хеҙмәт кенәгәһендә исем-шәриф паспорттағы ише яҙылырға тейеш.
Тәү ҡарамаҡҡа ошо ябай ғына мәғлүмәтте тултырғанда ла бик күп хата ебәрелә, ә граждандар үҙ кенәгәһен иғтибар менән ҡарамай. Ә бит исемдә бер хәреф яңылыш яҙылһа ла документ ғәмәлгә яраҡһыҙ тип иҫәпләнә. Хеҙмәт кенәгәһендәге исем-шәриф, шулай уҡ башҡа мәғлүмәт паспорттыҡына тура килмәһә, граждандар судҡа мөрәжәғәт итергә тейеш була.
Йыш ҡына кешеләр хеҙмәт кенәгәһендәге хаталарҙы хаҡлы ялға сыҡҡанда ғына күреп ҡала. Пенсия тәғәйенләгәндә документтарға талаптың ҡаты булыуын онотмағыҙ, шуға күрә хаҡлы ялға сығыр алдынан тәүҙә хеҙмәт кенәгәһен иғтибар менән ҡарағыҙ, хаталар булһа, уны мәлендә төҙәтеү сараһын күрегеҙ. Был эшкә яуаплы ҡарау һеҙҙе күп проблемаларҙан аралар.