Министр урынбаҫары штраф түләй26.11.2011
Пенза өлкәһенең мәҙәниәт министры урынбаҫары Кирилл Застрожный телевидениеға интервью биргәндә бер нисә тапҡыр законды боҙоп өлгөргән.
Телевизор ҡараусыларҙың береһе уның хәүефһеҙлек ҡайышы тағылмағанын күреп, төбәктең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге идаралығына мөрәжәғәт иткән һәм министр урынбаҫарын административ яуаплылыҡҡа тарттырыу зарурлығын белдергән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәргәндән һуң, түрәнең тағы бер “гонаһ”ы асыҡланған: баҡһаң, телесюжет әҙерләнгән саҡта уның автомобилгә идара итеү танытмаһы ла булмаған! Кирилл Застрожный 3 мең һумлыҡ штраф түләйәсәк. Ул, рулгә сюжет өсөн, журналистар тәҡдимен тыңлап ҡына ултырғайным, тип аҡланған.