Баҡсаны кем төҙөр?14.10.2015
Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылында 120 урынлыҡ балалар баҡсаһы һалына.

Объектты төҙөү буйынса эштәрҙе башҡарыуға тендер иғлан ителде. Килешеүҙең хаҡы — 76,5 миллион һум.
Һатып алыуҙы Дәүләт заказдарын урынлаштырыу комитеты тормошҡа ашыра. Ғаризалар 28 октябргә тиклем ҡабул ителә. Электрон аукцион 2 ноябрҙә үткәрелә. Эш республика ҡаҙнаһынан финанслана. Төҙөлөштө киләһе йыл августа тамамлау күҙаллана.




Вернуться назад