Илһөйәрҙәр — беҙҙең арала14.10.2015
Бөгөн баш ҡалала “Илһөйәрҙәр — беҙҙең арала! Илһөйәрҙәр — балаларға!” хәйриә акцияһы уҙғарыла. Сараны Рәсәй Геройҙар ассоциацияһы ярҙамы менән “Мин – патриот” төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Башҡортостандың ҡатнаш хәрби көрәш федерацияһы үткәрә.
— Беҙҙең бурыс — илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың үткәнен иҫтә тотоп, ошо йүнәлештә эш алып барыу. Фашизмды еңеп, ерҙә тыныслыҡты һаҡлап ҡалған, тылда Еңеүҙе яҡынайтҡан ҡаһармандарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Был эш Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы билдәләнгән мәлдә генә түгел, даими дауам итергә тейеш, — ти “Мин – патриот” ойошмаһы етәксеһе Руслан Зарипов.
Әлеге сарала һуғыш ветерандарына, тыл эшсәндәренә, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән, матди һәм әхлаҡи ауырлыҡ кисергән балаларға хәйриә ярҙамы һәм иғтибар күрһәтелә.