Моңһоу көҙҙә шағирҙы хәтерләп...14.10.2015
Өфөлә “Мостай уҡыуҙары” республика әҙәби ижад конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә.
Сара Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнөнә һәм Әҙәбиәт йылына арнала. Әҙәби ижад ун көнлөгөндә уҡытыусылар, мәғариф учреждениелары уҡыусылары ҡатнаша ала. Конкурс номинацияларына видеодәрес (уҡытыусылар өсөн), “Яратҡан яҙыусым (шағирым)” видеояҙмалары, “Әҙәби Өфө” фотоконкурсы инә. Ижади эштәрҙе башҡорт һәм урыҫ телдәрендә тәҡдим итергә мөмкин. Конкурсҡа материалдар 11—21 октябрҙә ҡабул ителә, улар 22—26-һында баһалана, 29 октябрҙә үткәреләсәк “түңәрәк өҫтәл”дә иһә сараға йомғаҡ яһала. Эштәрҙе “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге http://vk.com/club103560356 махсус битенә һәм mustay_karim@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә мөмкин.