Сенаторҙы нимә борсой?14.10.2015
Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы педагогтары, студенттары менән осрашты.
Ул йәмғиәт тормошоноң һәм дәүләт ҡоролошоноң төрлө өлкәләренә ҡағылған байтаҡ һорауҙарға яуап бирҙе, илдәге һәм донъялағы сәйәси хәлгә бәйле фекерен белдерҙе, белем биреүҙе, рухи-әхлаҡи тәрбиәне үҫтереүгә, йәштәрҙең башланғыстарын асыҡлауға булышлыҡ иткән акциялар һәм саралар хаҡында һөйләне.