Ғалимдар мәккәһендә14.10.2015
Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Сколково” инновация үҙәгендә булды.
Инноградҡа идара итеүҙең төрлө моделдәрен эшкәртеү өсөн һынау стендын тәшкил иткән “Гиперкуб”та үҙәк менән таныштырыу сараһы уҙғарылды. “Сколково” фонды идараһы рәйесе Андрей Буренин менән вице-президенты Николай Грачев технополистың структураһы, эш үҙенсәлектәре, резиденттарҙың ғилми асыштары һәм үҫеш мөмкинлектәре хаҡында һөйләне. Фондтың эшмәкәрлеге инновациялы үҫеш өсөн ыңғай шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелә. Ғалимдар, конструкторҙар, инженерҙар һәм эшҡыуарҙар белем биреү проекттарында ҡатнашыусылар менән берлектә эш алып барасаҡ.
— Фән докторы булараҡ, миңә һеҙҙең идеологияғыҙ, ҡараштарығыҙ, технологик йүнәлештәрегеҙ бик оҡшай, — тине Рөстәм Хәмитов. — Өр-яңы бәйләнештәр булдырыу өсөн хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен табырға кәрәк.
“Сколково” фондының Башҡортостан Республикаһы менән хеҙмәттәшлегенең аныҡ йүнәлеше сифатында нефть тармағы өсөн һынау полигоны асыу, “Аҡыллы ҡала” проекты буйынса килешеп эшләү тәҡдим ителде.