Министрҙың кейеҙ баҫҡаны...14.10.2015
Министрҙың кейеҙ баҫҡаны... йәки Халыҡ кәсептәре тергеҙелә
Республикабыҙҙа яратҡан шөғөлөңдө башлауға һәр йәһәттән дә шарттар тыуҙырылған, тик теләгең генә булһын. Өфөлә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында үткән халыҡ кәсептәре ҡаҙаныштары буйынса күргәҙмә-конференцияла иһә кейеҙ баҫыу эшенә айырым туҡталдылар. Оҫталар серен асҡан әлеге сара баш ҡалала тәүге тапҡыр ойошторолдо.

Фойеға инеү менән һәр кем үҙен бай магазиндағы кеүек хис иткәндер. Кәштәгә бишмәт, күлдәк, блузка, халат, шарф, бүрек кеүек төрлө өҫ-баш, быйма, тапочка һымаҡ йылы аяҡ кейемдәре, стенаға бәләкәй ҙә, ҙур ҙа күҙҙең яуын алырҙай балаҫтар эленгән, ә өҫтәлгә береһенән-береһе сағыу уйынсыҡтар теҙелгән: эт, бесәй, ат... Быларҙың барыһы ла ке­йеҙ­ҙән эшләнгән. Шунда уҡ оҫталар үҙ һөнә­рен күрһәтеп, бай эш тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлаша. Оҫталыҡ дәрестәре биргән Ирина Щедрина һөйләүенсә, ҡатын-ҡыҙҙарға тәғәйенләнгән йөйһөҙ блузканы эшләү өсөн уға ни бары ике тәүлек ваҡыт кәрәк. Кейемдең уңайлыҡ­тарын да һанап үтте ул. Беренсенән, йылы, икенсенән, сәләмәтлек өсөн фай­ҙа­һы баһалап бөткөһөҙ ҙур. Көн дә кейеүгә ҡарамаҫтан, һис ялҡытмай. “Һарыҡ йөнөнөң миҙгелдең ҡайһы ваҡытында ҡырҡылғаны нәҡ ошо кейемде эшләү өсөн отошло?”– тип төпсөштөк. Баҡтиһәң, ул беҙҙәге һарыҡ йөнөн бө­төнләй файҙаланмай, ә сеймалды сит илдән һатып алырға мәжбүр... Уйланырға урын бар, әлбиттә. Ун минут та уҙма­ғандыр, ул йәнә уйынсыҡ турғай әүмәләп, күргәҙмә ағасына “осороп” та ебәрҙе.
Министрҙың кейеҙ баҫҡаны...Башҡортостандың хеҙмәт һәм ха­лыҡ­ты социаль яҡлау министры Ленара Иванова алтын ҡуллы Ольга Веселова ярҙамында биҙәк эшләп үҙенең һәләтен асты.
Аҙаҡтан ҡул эштәре оҫталары һәм са­ҡырылған ҡунаҡтар хәбәрселәрҙең һорау­ҙарына яуап бирҙе. Ленара Хәким ҡыҙы билдәләүенсә, күргәҙмәләге төрлө әйбер­ҙәрҙе күңел һалмайынса эшләү мөмкин түгел, уларҙың һәр береһенән аңлатып бирә алмаҫлыҡ йылылыҡ бөркөлә. Хаҡлы ялдағылар өсөн бынамын тигән шөғөл, улай ғына ла түгел, йәш быуынды ла мотлаҡ ошо эшкә ылыҡтырырға кәрәк.
Министрҙың кейеҙ баҫҡаны...Башҡортостан Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығының бүлек начальнигы Илдар Әсәҙуллиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, бында эштәрҙең бер өлөшө генә. Ғөмүмән, халыҡ кәсептәре тармағы үҫешһен өсөн уңайлыҡтар етерлек.
“Һөнәрле асҡа үлмәҫ” тигән әйтем ха­лыҡ араһында киң таралған. Шәл бәйләү, быйма, кейеҙ баҫыу, балаҫ һуғыу, мейес сы­ғарыу һәм башҡа шундай кәрәкле шө­ғөл­дәр һуңғы осорҙа юҡҡа ғына терге­ҙел­мәйҙер. Ауылда эш юҡ тиеүселәргә ни­ңә ошоларҙың берәйһенә тотон­маҫҡа?..


Вернуться назад