Ерҙе ҡайғы баҫты14.10.2015
Академик Нияз Мәжитов иҫтәлегенә.

Һин йәшәнең ерҙә йәшәр өсөн,
Һуңғы һулышыңды алғансы.
Асҡан асыштарҙы йәшәтергә
Емерелмәҫ нигеҙ һалғансы.

Мең йыллыҡтар төпкөлөнән күреп
Башҡорттарҙың йәшәү яланын,
Эҙләп таптың аҡ тирмәләр һымаҡ
Беҙҙең “Башҡорт” тигән ҡаланы.

Гүйә, был урында ҡала ҡороу
Хоҙай әмеренән ҡуйылған,
Мәңге кире ҡаҡмаҫ дәлил менән
Ер битенә ныҡлы уйылған.

Ваҡыт үҙе нисә быуат көткән
Индереүҙе шуға аныҡлыҡ.
Баш ҡалаңа табып биреп киттең
Тыуыу тураһында таныҡлыҡ.

Был асышты донъя үҙе көттө,
Йыһан үҙе торҙо аңдып та.
Ер ҡуйыны уны бикләп тотҡан,
Һаҡлағандай ныҡлы һандыҡта.

Меңәр йыллыҡ серҙе асыр өсөн
Һинең ҡулдар юлды табалар.
Тороп рәхмәт уҡыр һымаҡ ине
Иң боронғо ата-бабалар.

Ләкин бөгөн ерҙе ҡайғы баҫты,
Илең илай, илай балаң да.
Һинең алда оло башын эйгән
Мең йыл элек тыуған ҡалаң да,
Бөгөн гөрләп торған ҡалаң да.




Вернуться назад