Яҡшылыҡты хуплап, яманлыҡты туҡмап14.10.2015
Яҡшылыҡты хуплап, яманлыҡты туҡмап Сатира – һәр саҡ революцион үҙгәрештәрҙең алғы сафында. Шуға уны Башҡортостан яҙыусылары һәм журналис­тары совет власының тәүге көндәренән үк үҙҙәренә ҡорал итеп ала.

1922 йылдың ноябрендә баш­ҡорт сатирик журналистикаһы тарихында беренсе булып Өфөлә “Бабич” исемле әҙәби-сәйәси көлкө журналы сыға башлай. Ул Исмәғил Рәмиев, Дауыт Юлтый һәм Нәби Ҡадири­ҙарҙың шәхси башланғысы менән ойошторолоп, үҙ аҡса­ла­ры­на нәшер ителә. Журнал ике аҙнаға бер баҫылырға тейеш булһа ла, ысынында иһә 1922 йылда уның ике генә һаны донъя күрә. Партия һәм совет органдары рөхсәте ме­нән был журнал аҙаҡ “Башҡор­тостан” гәзите редак­цияһы ҡара­ма­ғына күсерелә. “Яҡын көндәрҙә 3-сө, 4-се, 5-се һандарын нәшерләүгә әҙерлек бара, – тип хә­бәр итә “Башҡортостан” 1923 йылдың 19 ғинуар һанында. – “Ба­бич”тың һуңғы һандары көлкөлө рәсем­дәр менән биҙәкләнеп, әүәлгелә­ренә ҡа­рағанда мәүзуғ (тематика. – М. С.) йәһәтенән дә бай булып сығасаҡ”.
Төхфәт Йәнәбиҙең Өфөлә 1929 йыл­да донъя күргән “Башҡорт ва­ҡытлы матбу­ғаты” исемле китабында, “Бабич” журна­лының биш һаны ба­ҫылды, тип әйтелә. Ләкин журнал­дың нәшир һәм мөхәррир­ҙәренең береһе И. Рәмиевтең яҙыуына ҡарағанда, “3-сө һәм 4-се һандары баҫылып бөткәс, конфискацияланды. Бер нисә шәхестең тырышлығы арҡаһында журнал­дың сығыуы туҡтатылды” (Ва­ҡыт­лы татар матбуғаты. – Ҡазан, 1926, 191-се бит).
Бөгөнгәсә “Бабич” журналының бер нисә данаһы ғына һаҡланып ҡалған. Уның 1-се һанын мин йәш саҡта Ҡа­зан дәүләт универ­сите­тының Н. И. Лобачевский исемен­дәге фәнни ки­тап­хана­һынан, ә 2-се һанын Башҡортостандың Ә-З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана­һынан табып уҡығайным.
Үткән быуаттың 20-се йылдарында баҫылған хәбәрҙәрҙән күре­неүенсә, Башҡортостан хеҙмәт­сән­­­дәре сатира журналы сыҡҡанын көтөп һәм хуплап ҡаршы алған. Х. Кәримдең “Бабич” журналы” тигән мәҡәләһенә (Башҡорт­остан. – 1922, 9 ноябрь) күҙ һалайыҡ: “Тормошта, – тип яҙа автор, – һәр ваҡыт эшләнеп ятҡан ҡара эштәр­ҙе күреп, эш өҫтөндә ҡара эштәрен дауам иттереүсе бәндәләрҙең ҡараңғы бүлмәләрҙә уйлаған быс­раҡ уйҙарын ишетеп һәм, ғөмүмән, тормоштоң килешһеҙ яҡтарын һиҙеп, әҙәби һәм киҫкен көлкө арҡыры шул килешһеҙ урындарҙы төҙәтә, эшсән халыҡ алдында мәсьүллеген (яуаплы­лығын. – М. С.) онотҡан кешеләргә үҙҙәренең кемлектәрен иҫтәренә төшөрә һәм аяҡтары тайып киткәндәрҙе ҡул­тыҡлаша торған һөжүи көлкө журнал әле күренмәй ине, революция башынан һаман етди мәсьәләләр­ҙе сисеү менән шөғөлләнеп алйы­ған йәнде терелтеп ебәрерлек көлөргә, көлкө һөйләргә, көлкө тыңларға күңел күптән кәрәкһенә ине”.
Ошо талаптарҙы иҫәпкә алып, Баш­ҡорт­остан журналистары сатирик баҫма әҙерләй башлай ҙа инде. “Беҙ был журналды эш юҡ­тан эш, көр күңелдән ауыҙ йырып көлһөндәр өсөн сығармайбыҙ, – тип яҙа улар “Ба­бич”тың хоҡуҡи декларацияһында, – бәлки, хәҙерге дәүерҙә көн һайын тиерлек булып торған тарихи хата­ларҙы, яңылыш аҙымдарҙы, эс­кер­лелек менән эшлән­гән йәшерен серҙәрҙе, мәсь­үл (яуаплы. – М. С.) урындарҙағы мәсьүлиәт­һеҙ бәндә­ләрҙең ғәйре тәбиғи эштәрен бер ергә теркәп барыу һәм шул хаҡта бөйөк падишаһымыҙ эшсе бин крәҫтиән хәҙрәттәренә ғарезнамә (ғариза. – М. С.) рәүешендә тәҡдим итеү өсөн сығарабыҙ” («Бабич». – 1922, № 1).
Бынан тәүге сатирик журналдың ижтимағи-сәйәси йүнәлешен аңла­уы ауыр түгел. Тимәк, алғы планға тормоштоң ваҡ-төйәк кәмселектә­ренән көлгән еңел юмор түгел, ә социаль ҡаршы­лыҡтарҙы сағыл­дыр­ған үткер сатира ҡуйыла. Жур­налдың ике һанын уҡығас та, ул үҙ маҡсатын үтәне, тип әйтергә мөм­кин. Дин “ҡоҙғондары”на һәм пикү­ләй-спекулянттарға, нэпмандарға һәм контрҙарға, ҡараҡтарға һәм эскеселәргә, булдыҡһыҙҙарға һәм бюрократтарға, ай-һай, ҡаты эләкте “Бабич”тан!
Башҡорт сатирик матбуғатын үҫтереүҙә был баҫманың әһәмиәте ифрат ҙур. Беренсе көлкө журналы булараҡ, ул, шифалы шишмә кеүек, республиканың сатира көстәрен үҙ янына йыя. Был “шишмә”лә күренекле яҙыусы-сатирик Ғариф Ғүмәр, журналист-фельетонсы Исмәғил Рәмиев, Нәбиулла Ҡадиров һ.б. бик күптәр сирҡаныс ала. Бында сатирик журналистика өлкәһендә эшләр өсөн кадрҙар тәрбиәләнә. Һәм иң мөһи­ме: “Бабич” – тиҙҙән Баш­ҡор­тостанда даими сыға башлаясаҡ “Һәнәк” журналының нигеҙ ташы, сығанағы.
“Ҡабатлап әйтәм, “Һәнәк”тең атаһы “Бабич” булды, – тип хәтерләй “Һә­нәк”тең беренсе мөхәррире Ғариф Ғүмәр. – “Бабич” тип атау ҙа тиктомалдан ғына килеп сыҡманы. Беҙҙең теләк үткер телле, юмор-сатираға бай шағи­рыбыҙ Ш. Бабичтың тради­цияһын дауам иттереү ине. Башта “Һәнәк”те лә “Бабич” исеме менән атарға булғайныҡ, әммә һуңынан фекерҙәр айырылды. Аранан берәү:
– Йәмәғәт, “Һәнәк” тип исем ҡушһаҡ, нисек булыр? Насар һәм боҙоҡ әҙәм аҡтыҡтарын сәнсер, гонаһлы бәндәләрҙән еңелсә көлөр, төҙәтер, – тине.
– Ысын, – тине икенсе бер иптәш. – “Крокодил”дың да бит “Вилы в бок” тигән нәмәһе бар. Шуның Һәнәген алайыҡ та...
Шулай итеп, “Һәнәг”ебеҙҙең икенсе сығанағы “Крокодил” булды” («Һәнәк». – 1971, № 4).

* * *
Совет власының тәүге йылдарында сатирик журнал ойоштороу өсөн ниндәй шарттар зарури ине һуң? Әлбиттә, бер нисә журналистың тырышлығы менән генә уңышҡа ирешеү мөмкин түгел. Бөтәһенән элек редакцияға өҙлөк­һөҙ рәүештә хәбәрҙәр килеп торорға тейеш. Ә уның өсөн халыҡ менән ныҡлы бәйләнеш булдырыу мотлаҡ. Беренсе нәүбәттә быға фәҡәт көндәлек гәзит ярҙамында ғына өлгәшергә мөмкин.
Совет сатирик журналистика­һының формалашыуына ошондай мөһим шарт тыуҙырыусыларҙың тәүгеһе Мәскәүҙә сыҡҡан “Рабочая газета” булды. 1922 йылда ул “Крокодил” исемле аҙналыҡ сатирик ҡушымта баҫа башланы, ә 13-сө һанынан алып был ҡушымта айырым сатира һәм юмор журналына әүерелде.
Үткән быуаттың 20-се йылдарында сатирик журналистиканың артабанғы үҫешен билдәләгән әлеге баш­ланғысты милли телдәр­ҙә баҫылған күп гәзиттәр күтәреп алды. 1923 йылда Ҡазанда “Татарстан” гәзите нәшриәтендә – “Чаян”, 1924 йылда Свердловскиҙа “Коммунист” гәзите эргәһендә “Шәпи ағай” исемле көлкө журналдары ла ошо юл менән барлыҡҡа килде.
“Бабич” үрнәгендә бер ниндәй базаһыҙ, “ҡола яланда” сатирик баҫма ойоштороуҙың мөмкин түгеллеген аңлап, Башҡортостан журналистары республика гәзит­тәре ерлегендә яңы көлкө журналы булдырыу өсөн әҙерлек алып бара. 20-се йылдарҙың тәүге яртыһында гәзиттәрҙә сатира һәм юморға байтаҡ урын бирелә. “Башҡор­тостан”, мәҫәлән, даими рәүештә кескәй фельетондар баҫып тора. “Яңы ауыл”, “Красная Башкирия” гәзиттәрендә тәнҡит мәҡәләләрен һәм рецензияларҙы йыш күрергә мөмкин. Шулай ҙа ҙур күләмле фельетондар әле юҡ дәрәжәһендә. Тәнҡит мәҡәләләрендә әҙәби алым­дар түгел, ҡоро факттар өҫтөн­лөк итә. Шул сәбәпле күп авторҙар уҡыусы күңеленә һеңеп ҡалырҙай сатирик образдар тыуҙыра алмай. Ни тиһәң дә, ул ваҡытта матбуғатта “маңлайға терәп атыу” – туранан-тура фашлау алымы көслө була.
Революция осоронда был, бәлки, тарихи яҡтан аҡланалыр ҙа. Әммә ваҡыт үткән һайын, сатираға талаптар ҙурая. Тәнҡит объектын сәнғәт призмаһы аша үткәреп тормайынса, туранан-тура ҡағыҙға төшөрөү, етешһеҙлектәрҙән көлөү­ҙе һүгеүгә йәки нотоҡ уҡыуға ҡайтарып ҡалдырыу ҡәнәғәтлән­дер­мәй. Тормош үҙе уҡыусыны уйландырырлыҡ, тулҡынлан­ды­рырлыҡ фельетондар, сәнғәтсә эш­ләнгән сағыу образдар тыуҙы­рыуҙы һорай. Бының өсөн, билдә­ле, көндәлек гәзит биттәре генә тар, махсус сатира журналы кәрәк.
“Бабич” ябылғандан һуң Башҡорт­останда яңы көлкө журналы ойоштороу юлында “Яңы ауыл” гәзите күп эш башҡара. Ул үҙенең биттәрендә уҡыусыларҙан килгән хәбәрҙәргә, тәнҡит мәҡә­ләләренә ҙур урын бирә. “Һәнәк”кә әҙерләнгән материал­дар­ҙан” тигән баш аҫтында кескәй фельетондар һәм һүрәттәр баҫыла. Ахыр­ҙа, 1925 йылдың 15 сен­тябрендә, ошо сатира бүлегенән “Яңы ауыл” һә­нәге” исемле бит-ҡушымта бар­лыҡ­ҡа килә. Ысынында иһә был – “Һәнәк” журналының тәүге һаны.
Башҡортостанда сыға башлаған яңы баҫманың маҡсаты һәм бурыстары ниҙән ғибәрәт ине һуң? Был һорауға яуапты 1-се һандағы “Һәнәк” кемдәрҙең ҡабырғаһына ҡаҙаласаҡ?” тигән баш мәҡәләнән табып була: “Тиреҫ ҡорто кулак­тар­ҙы, нэпман­дарҙы, ҡырҡ айлыҡ ришүәтселәрҙе, ҡараҡтарҙы, мунса үрмәксеһе мулла­ларҙы, мәзиндәр­ҙе, ҡара йылан самогонсыларҙы, түрәләнгән совет эшселәрен, ебе­гән ауыҙлы уҡытыу­сыларҙы, йоҡо­нан айный алмаған партия һәм комсомол ағзаларын, эшлекһеҙ мәктәп, клуб, изба-чи­тальня­ларҙы һәм совет органдарын, гел киме­рергә лә һимерергә генә яратҡан кооперация эшселәрен, мещан­лыҡ­тан айнымаған уҡыусы­ларҙы һәм зыялыларҙы, һыу ҡуйыртып, аяҙ көндә ҡара һөрөм күпертеп йөрөүсе мырҙаларҙы – ҡыҫҡаһы, яңы ил, яңы ауыл төҙөү юлында осраған ҡаршылыҡтарҙың бары­һын дә йәбенә теҙәсәк тә эшсе-крәҫтиән халҡына күрһәтәсәк, тиреҫлеккә ырғытасаҡ”.

* * *
Уҡыусыларҙы редакция эшенә ылыҡтырыу – сатирик баҫма өсөн мөһим проблемаларҙың береһе. “Һәнәк” журналы эшсе-крәҫтиәндәр араһында ижади әүҙемлек уятыуҙы үҙенә төп бурыс итеп ҡуйҙы. Шуға тәүге һандарынан уҡ хәбәрселәр өсөн күрһәтмәләр, инструкциялар биреп килде. Редакция “Һәнәккор”ҙарҙан принципиаль һәм объектив тәнҡит, оперативлылыҡ һәм көнүҙәк темалар талап итте:

“Ғәйбәтләмә, һәйбәтләмә,
Борғоланма, һырғыланма!
Тура ҡаҙа! Һоп!..
Кулактарҙы ҡыҫығыҙ,
Үткер булһын тешегеҙ!”
(“Һәнәк”. – 1925, № 1).
“Хәбәрсе, һин ныҡ эшлә,
Кәрәк еренән тешлә,
Ваҡтар менән ирешмә,
Ҙурҙарына бирешмә,
Тиҙ-тиҙ генә хәбәр ит –
Быны Һәнәк гәүәрит”.
(“Һәнәк”.–1925, № 5).



(Аҙағы бар).


Вернуться назад