Уңған да, сәмле лә улар14.10.2015
Уңған да,  сәмле лә улар Ауыл ҡатын-ҡыҙы менән ҡаланыҡы араһында айырма бармы? Бар, тиер кемдер. Башҡа берәү, юҡ, икеһе лә эшләй, ирен, балаһын ҡарай, бөтмәҫ-төкәнмәҫ йорт мәшәҡәттәре менән була, тип яуаплар. Дөрөҫөн белер өсөн үҙеңә икеһенең дә урынында булып ҡарарға кәрәктер. Шулай ҙа ауыл ҡатын-ҡыҙының тормошо тынғыһыҙыраҡ – быны берәү ҙә инҡар итә алмай. Шуға ла уға иртә таңдан ҡара кискәсә өлгөр, тырыш, дәртле-сәмле булырға тура килә. Бөгөнгө мәҡәләм геройҙары ла тап шундайҙарҙан.
Бер бәшмәк,
ике бәшмәк...


Ошо тәбиғәт бүләген күрше Магнитогорск ҡалаһында аҡсаға әйлән­дереп, һуғымлыҡ йылҡы һатып ал­ған минең геройым. Әбделғәзе ауылында йәшәгән Әлнисә Әми­неваны ауылдаштары юҡҡа ғына “бәшмәксе инәй” тип йөрөтмәй. Йылына 50 мең һумдан ашыу аҡса эшләй егәрле ҡатын.
– Йәй етеүен түҙемһеҙлек менән көтөп алам, – тип һүҙ башланы Әлнисә инәй. – Бизнесымды турғай еләген һатыуҙан башлап, бәшмәк менән тамамлап ҡуям. Бәләкәйҙән әсәйем менән урманға йөрөнөк, ул ваҡытта был ризыҡты бик һирәктәр генә таный, эшкәртә ине. Әсәйемде иһә Мәғниттән килгән белештәре өйрәткән.
Әлнисә инәй әйтеүенсә, бәшмәк йыйыуға ул ҡыштан уҡ әҙерләнә. Оҙон кистәрҙә урманға йөрөр өсөн биштәр тегә, бәшмәк йыйыу, әҙерләү тураһында журнал-китаптар уҡый. Бәшмәк миҙгеле асылғас та, инәйебеҙҙең кәрзине, биштәре бер генә көн тулмаһа ла, күңеле булмай.
– Күптәр гөрөздә генә йыя, ә мин төрлөһөн. Улар ҙа ҡыҙыҡ: тәүҙә бер төрлөһө өлгөрә, артабан икенсеһе. Һәр береһен бала кеүек бәпләп, ҡәҙерләп кенә ҡырҡып алам. Бәшмәк йыйыу ҡомарлы уйын кеүек, берәүҙе тапһаң, икенсеһен эҙләге килеп тора. Артабан шулай тирә-йүнде ҡыҙыраһың, егәрлелек кенә кәрәк.
Уңған да,  сәмле лә уларЫсынлап та, “урман ите”н йыйыу еңелдән түгел. Уның күпме сабырлыҡ һәм көс талап итеүен бәшмәкселәр генә белә. Етеҙлек, таһыллыҡ, оҫталыҡ та талап итә был шөғөл. Етмәһә, көндәлек табышыңды ҡалаға алып барып һатырға кәрәк, шунһыҙ ул тиҙ ҡортлап бара, йәме юғала.
– Халыҡ гөрөздәне үҙ итә, ул бик тиҙ һатылып бөтә, – ти Әлнисә Әминева.
Оҫҡонло ҡыр урманында, Хисам утарында, Өкө ояһы эргәһенән йыйылған бәшмәктәрҙе һатып, уңған хужабикә былтыр йылҡы малы алһа, быйыл көнкүреш техникаһына өҫтөнлөк биргән. Тормош иптәше Ватан олатай ҙа – Әлнисә инәйҙең оло ярҙамсыһы, хәҙер ул да ҡатыны кеүек “бәшмәк” сирен эләктергән.
Көҙгө урманда бәшмәк йыйыу тамамланһа ла, күңелен төңөлдөрөү өсөн, тәүге ҡар яуғас, бәшмәксе инәй урманды йәнә ҡыҙырып сыға: уңыш булмаһа ла, ризыҡ биргән, туйындырған ергә рәхмәтен уҡый, тағы килергә яҙһын, тип теләк юрай.

Тәмле лә,
тиҙ иҫкермәй ҙә


Хәҙер ауыл ерендә йәшәгән­дәрҙең барыһы ла икмәк бешерә, тип әйтеп булмай. Бигерәк тә ҡома­лаҡлыһын! Ҡаҙмаш ауылынан Зифа Билалова килен булып төшкәндән бирле – 31 йылдан ашыу – икмәк ҡамырын ҡомалаҡ әсеткеһе менән яһай.
– Бала саҡтан әсәйемдең ҡома­лаҡ­лы әпәйен ашап үҫкәнгәме, бындай әсеткенән бешерелгән икмәкте үҙ итә алманым. Студент йылдарында өй икмәген алып барһам, аҙна-ун көнгә етер ине, артабан әсәйем тағы ебәрә. Килен булып төшкән йорттан да уңдым, ҡәйнәм дә ҡомалаҡтан икмәк һала булып сыҡты. Шуға күрә ҡомалаҡ йыйыу, баш ҡайнатыу, сүпрә менән икмәк һалыу минең өсөн көндәлек мәшәҡәткә әйләнде, яратҡан шөғөлөм дә.
Бөгөн күптәр ҡомалаҡтан баш ҡайнатыуҙы ауыр бер эш кеүек күрә. Шуға ла Зифа Алламорат ҡыҙынан сүпрә (әсетке эшләү) әҙерләү сере хаҡында белештек.
– Көҙөн урманда ҡомалаҡ йыябыҙ, мин уның сәскәләрен генә алам. Киптерәм. Кәстрүлдә һыу ҡайнатып, өс ус самаһы ҡомалаҡ төшөрәм дә талғын утта биш минуттай тотам. Табаҡҡа он һалып, өҫтөнә ҡомалаҡ ҡайнаған һыуҙы иләк аша ҡоям. Яҡшылап болғатам, әҙер масса бер аҙ һыуынып, йылымыс булһа, баш һалабыҙ. Сүпрәне әсе­тер өсөн сепрәккә урап, йылы урын­ға ултыртабыҙ. Бер тәүлек тирәһе торорға тейеш ул. Килеп сыҡҡан сүпрәне (әсетке) һыуыт­ҡыста һаҡлайым, кәрәк ваҡытта ҡулланам, – ти икмәк бешереү оҫтаһы.
Әйткәндәй, ҡомалаҡтан беше­релгән икмәк шифалы ла, тәмле лә, тиҙ иҫкермәй ҙә. Ул шулай уҡ үҙәкте көйҙөрмәй, ашҡаҙан сире менән яфаланғандарға килешә.






Вернуться назад