Күгәрсен районының Мораҡ ауылында 120 урынлыҡ балалар баҡсаһы асылды. Байрамға килгән ҡунаҡтарҙы ихлас тәбрикләп, район хакимиәте башлығы Фәрит Мусин: “Күгәрсенкәй” тип аталған яңы баҡса ата-әсәләрҙең дә, балаларҙың да хыялын тормошҡа ашырҙы”, — тип билдәләне. Был исем баҡсаға райондың 85 йыллығы айҡанлы бирелгән.
Район башлығы объектты ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сифатлы итеп һалған өсөн төҙөүселәргә, был эшкә тос өлөш индергән ата-әсәләргә рәхмәт белдерҙе, “Элитстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөүселәре Рәмил Айытҡужинға, Рәйес Шәмсетдиновҡа, Лина Хунафинаға, Венера Йомағужинаға тырыш хеҙмәте, юғары профессионализмы һәм производствоны үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Яҡты һәм күркәм балалар баҡсаһында уйын һәм спорт майҙансыҡтары, тейешле йыһаздар бар. Бында тәрбиәселәр һәм педагогтар рәхәтләнеп эшләр, ә балалар яҡшы шарттарҙа үҫер тигән ышаныстабыҙ.