Илештәрҙең шатлығы ишәйә13.10.2015
Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында 120 урынлыҡ “Йәйғор” балалар баҡсаһы эшләй башланы. Был учреждение сират мәсьәләһен тулыһынса хәл итәсәк.

Заман талаптарына яуап биргән бина ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һалынды. Бында балалар өсөн бөтөн уңайлы шарттар булдырылған: иркен, яҡты бүлмәләр, спорт һәм музыка залдары... Аш-һыу әҙерләү, кер йыуыу, медицина бүлмәләре тейешенсә йыһазландырылған.
Объектты асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин балаларҙы, ата-әсәләрҙе иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотланы, объекттың әһәмиәтен билдәләне. Артабан йәш артистар сығыш яһаны. Сараның аҙағында ҡунаҡтар учреждение биләмәһендә ҡарағай үҫентеләре ултыртты.




Вернуться назад