Ҡулдарында – бәхет асҡысы13.10.2015
Республика көнө алдынан районда һәм ҡалала бер нисә шатлыҡлы ваҡиға булды. Улар — халыҡ мәнфәғәтен күҙ уңында тотҡан маҡсатлы федераль программаларҙың уңышлы тормошҡа ашырылыуына сағыу дәлил.

Быға тиклем район үҙәгенә килеү өсөн урау һәм боҙоҡ юлдан йөрөргә мәжбүр булған Туртыҡ халҡының күптәнге хыялы ысынға әйләнде. Төпкөл ауылдарҙың береһендә ике саҡрымдан ашыу оҙонлоҡтағы яңы юл һәм күпер файҙаланыуға тапшырылды. Уларҙы сафҡа индереү өсөн аҡса “Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” маҡсатлы программаһы нигеҙендә ил һәм республика ҡаҙналарынан бүленгән.
Яңауыл ҡалаһы бына бишенсе йыл инде граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереүгә йүнәлтелгән федераль программала ҡатнаша. Уға нигеҙләнеп, “Стройстандарт” төҙөлөш ойошмаһы дөйөм майҙаны 900 квадрат метрға яҡын булған өс ҡатлы торлаҡ йортта биҙәү эштәрен тамамланы һәм 35 фатирҙың асҡыстарын яңы хужаларына таратты. Улар ошоғаса ҡаланың иҫке биҫтәләренең береһендәге Кирбес заводы урамында урынлашҡан дөйөм ятаҡта һәм авария хәлендә тип табылған бер нисә йортта йәшәй ине.
“Башнефтепромстрой” тресының Яңауылдағы 7-се төҙөлөш идаралығы иһә ҡаланың Еңеү урамында урынлашҡан биш ҡатлы йортто файҙаланыуға тапшырҙы. Уның 27 фатиры маҡсатлы федераль программа буйынса граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү өсөн бүленгән. Заман талаптарына тулыһынса яуап биргән яңы фатир асҡыстарын хужаларына Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һәм Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов тапшырҙы. Яҡын киләсәктә күршелә һалынып ятҡан биш ҡатлы йорттағы торлаҡтың бер өлөшө лә авария хәлендәге фатирҙарҙа көн итеүселәргә биреләсәк.
Райондың 15 йәш ғаиләһенә лә оло шатлыҡ килде. Тормош юлына парлап аяҡ баҫыусылар тантаналы шарттарҙа дәүләт программаһы буйынса ҡаралған торлаҡ сертификаттары алды.





Вернуться назад