Юллыҡлы күршебеҙ13.10.2015
Юллыҡлы күршебеҙ Шиғыр яҙыу менән бала саҡтан мауыҡһам да, уларҙы матбуғатҡа биреү уйы ни өсөндөр бары улым донъяға килгәс кенә уянды. Һуғыш ваҡытында сабый ғына көйө концлагерға эләгеп, әсәһен юғалтҡан бала тураһындағы “Исемеңде онотма!” тигән тетрәндергес фильмды ҡарағандан һуң төнө буйы сабыйымды күкрәгемә ҡыҫып йоҡламай сыҡтым да, хистәрем күкрәгемә һыймай, ултырып шиғыр яҙҙым. Бар әсәләрҙең дә теләген сағылдырам кеүек тойолдо миңә һәм, был шиғырым һуғышҡа протест булып матбуғатта күренергә тейеш тигән фекергә килеп, район гәзитенә илтеп бирҙем. Бик тиҙ баҫылып сыҡты. Был минең әҙәби ижадҡа ғына түгел, журналистикаға ла инеп китеүемә тәүге аҙым булды, сөнки шунан алып район гәзитенә даими рәүештә шиғырҙар, хикәйәләр, мәҡәләләр бирә башланым.
Шулай ҙа байтаҡ ваҡыт рес­публи­ка баҫ­маларына яҙышырға йөрьәт итә алманым. Тормошта осраҡлы нә­мә­ләр бул­май, бына шул яҙмышыма яҙылған осраҡ­һыҙ осраҡлылыҡ республика гә­зи­те хәбәрселәре генә түгел, инде исем­дәре таныла баш­лаған ике йәш шағир – Аҫылғужа Ба­һу­ма­нов һәм Риф Тойғонов — һы­нын­да килеп юлыҡты. Улар Бе­ло­рет­ҡа командировкаға кил­гән­дә урын­дағы йәш авторҙар тура­һын­да ла бе­лешкән. Шунда минең исем дә яң­ғыраған. Уңыш­лы күренгән бер ни­сә шиғырымды Аҫылғужа Баһума­нов ҡулына тапшырҙым. Уларға күҙ йүгертеп сыҡҡас, Аҫылғужа:
– Әлләләй, – тине. – Фотоңды ла килтер әле.
Тәүге шиғри шәлкемемде, шу­лай итеп, Аҫылғужа Баһуманов ул саҡта “Совет Башҡортостаны” тип аталған республика гәзитендә баҫ­тырып сығар­ҙы. Әҫәрҙәрем әҙәби мөхиттә ҡайнау­сыларҙың иғтибарын йәлеп иткән, тинеләр. Ер аяғы ер башы Белоретта ятып, ул тиклемен белмәнем дә, аҙаҡ ҡына әйткеләнеләр.
Был хаҡта күренекле шағирә Факиһа Туғыҙбаева үҙенең “Күк иңләргә тауҙар өйрәтте!” тигән мәҡәләһендә ошолай яҙ­ҙы: “Гүзәл Ситдиҡованың тәүге шиғри шәлке­ме “Совет Башҡортостаны” гәзи­тен­дә баҫылып сыҡҡас, әҙә­биәткә тос фекерле, ҡайнар хисле шағирә килә, тип ҡыуанды бик күптәр. Кәтибә Кинйә­булатова апай, шәлкемдәге “Әсәйеңә, ти­ҙәр, оҡшағанһың” шиғырынан
“…Ҙурлар ерем булһа –
әсә­йемдән,
Хурлар ерем булһа – үҙемдән!” тигән юлдарҙы оҙаҡ йылдар яттан һөйләп: “Үәт бит Гүзәл ниндәй шағирә!” тип һоҡланып йөрөнө”.
Бына шулай, Аҫылғужа Баһу­ма­нов­тың еңел ҡулы менән, биреп ебәр­гән яҙмалар араһынан иң уңышлы тиерлектәрен ихлас­лыҡ һалып туплап, донъяға күр­һәтеүе менән мин әҙәби ижад­ҡа инеп киттем. Юллыҡлы булды ул!
Әлбиттә, юғары белемде Силә­белә алыуым да, төпкөл ҡалала йәшәүем дә минең ижад мөхитенә инеп китеүемде байтаҡҡа тот­ҡарланы. Шулай ҙа, ниһа­йәт, мин дә баш ҡала кешеһе булып киттем, яҙыусылар менән яҡындан ара­лаша башланым. Тура килһә-килә бит, Сафуан ағай Әлибаев өгөтләп һа­тып алдыртҡан баҡса мәҡамыбыҙҙа Ба­һу­мановтарға ут күрше булып сыҡтыҡ! Улар аша­һында – Факиһалар… Дөрө­ҫөн әйткәндә, бәләкәс кенә ауыл булып ултырған был баҡсаға барырға ошо береһенән-береһе яҡшыраҡ, талант­лы­раҡ күрше­ләребеҙ буласағын тоҫмал­лап та ризалаштыҡ инде. Хәләл ефете Миңниса менән икәүһе көңгөр-ҡаңғыр утын бысыуҙары ла, мун­саларының бейек күтәрмәһенә икәүләп ултырып, нимәлер сер­ләшеүҙәре лә һаман күҙ алдында. Нәҡ ауылдағыса, тик бер-беребеҙҙең мәҡамдар араһында ҡоймалар ғына юҡ.
Сәйгә йөрөшөүҙәр, ҡыҙыҡтар, баҡсабыҙҙа нимәлер эшлә­үебеҙ үҙе бер ғүмер булған икән. Ул бер мәл йортон киңәйтә башланы, ҡупшы итеп мансар­да­һын­да балаларына инселәп йоҡо бүлмәһе йыһазланы.
Баҡсаны үлеп ярата ине ул. Салауат Юлаев тураһындағы романын хатта ҡышын шунда йәшәп яҙған. Ә бит һыу килтереүе лә бер яфа ине, уйлап ҡараһаң. Талым­һыҙлығы…
Башҡорт шиғриәте антоло­гия­һы әҙерләнеүен дә баҡсала ул әйтте миңә.
– Мин бит, китабым оҙаҡ сыҡ­май ятып, һүрелеп бөттөм, ан­тологияға бирерлек шиғырҙарым да юҡ, – тинем бик бошонҡо тауыш менән.
Ул бер аҙ уйланып торҙо ла әйтеп ҡуйҙы:
– Ваҡыт бар бит әле, бәлки, өлгөртә алырһың. Антологияны бит йыл да сығармайҙар. Һин туҡтарға тейеш түгел инең…
Шул һүҙҙәре менән инде көл аҫтында ҡалған остоҡ ҡына ҡуҙҙарҙы ҡабыҙып ебәрҙе – анто­логияға шәлкем әҙерләп бирҙем. Ябай ғына һөйләшеү булған кеүек, ә бит шунан һуң мин яңынан ҡәләмгә тотондом. Йәнә уның юллыҡлылығы…
Баҡыйлыҡҡа китер йылы йәй­ге­һен генә әллә нишләне Аҫыл­ғужа. Ғәҙәттә төртмә телле, ва­ҡыты менән хатта әсе телләнеп тә китеүсе күршебеҙ йыуашайып ҡалғандай булғайны. Битара­фы­раҡ та, әллә ҡайҙа, үҙ эске донъя­һында йәшәй башлаған кеүек тойолдо ул миңә. Беҙҙә ундай кешене ҡанаты һәленгән тиҙәр. Хатта был хаҡта Миңнисаға ла әйтеп алғайным. Үҙенең бер шиғырында ла әйткән икән:
Бары шул йәл:
Көндәребеҙ хәҙер
Яҙҙағылай балҡып көлмәйҙәр…
Танһыҡтар ҙа ҡанып өлгәрмәй
бит –
Үтеп китә һала гөл-йәйҙәр…
Вафатын ишеткәс, күңел ышан­май бер булды. Яҙғыһын баҡсаға барғас, бына күршебеҙ килеп сығыр ҙа гөрөлдәк ҡалын тауышы урамыбыҙҙы тултырыр кеүек булып торҙо. Баҡсабыҙҙың да ҡанаты һәленде…
Баҡсала ҡоротҡостарға ҡаршы ҡулланылған берәй нәмәнең зарарлы икәнен әйтһәң, эшенән туҡ­тамай ғына, көр тауышы менән:
– Әллә, гел һиптерәмсе… Үл­мә­гәнмен дә, – тип көлөп ҡуя торғайны.
Әле һаман шулай, баҡса ҡап­ҡаһынан барып инһәк, ул шундалыр кеүек, ҡабатланмаҫ тауышы менән, көлә-көлә:
– Әллә… Үлмәгәнмен дә әле, — тип әйтер кеүек.

Гүзәл СИТДИҠОВА,
шағирә.


Вернуться назад