Аҫыл заттан ине Аҫылғужа13.10.2015
Аҫыл заттан ине Аҫылғужа Аҫылғужаны 1964 йылда Башҡорт дәүләт университетында яҙа-йоҙа ғына күреп йөрөүем хәтерҙә ҡалған. Мин бишенсе курста уҡыған, ә ул университетҡа килгән йыл ине. Башҡорт әҙәби түңәрәгенең шаулап-гөрләп эшләгән дәүере. Йыл һайын араға йәштәрҙең килеп кереүенә, сафтарыбыҙҙың ишәйә барыуына ҡыуанып бөтә алмай торғайныҡ. Шул йәш ҡәләм тирбәтеүселәр араһында Аҫылғужа ла бар ине. Әммә бер йыл үтер-үтмәҫ ул арыу уҡ оҙаҡҡа юғалып торҙо – егетебеҙ армияға алынған тип ишеттек. Уның ҡарауы, алтмышынсы йылдар аҙағында ул, Башҡорт дәүләт университетында уҡыуын дауам итеп, яңынан “Шоңҡар”сылар сафына килеп баҫты – әҙәби түңәрәктең нәҡ шул осорҙа өр-яңынан күтәрелеп китеүе Аҫылғужаның әүҙемлеге менән дә бәйле булһа кәрәк.
Мин ул ваҡытта “Совет Баш­ҡорт­останы” гәзите редакция­һын­да эшләй инем. Ишетеп тә, күреп тә йөрөйөм: әүҙем башланылар. Университеттың ҙур залында беҙ уҡыған йылдарҙағы йыллыҡ шиғыр кисәләрен үткә­реү традицияһын дауам итеп, беҙҙе лә саҡыралар. Стәрле­тамаҡ педагогия институ­ты­ның әҙәби түңәрәге менән бер­лек­тә уҡыусылар менән осрашыуҙар үткәрәләр, түңәрәк ултырыштарында йәш һәм башлап яҙыу­сы­ларҙың әҫәрҙәрен тик­ше­рәләр. Хат­та Сыуаш дәү­ләт универси­те­тының әҙәби түңәрәге менән бәй­ләнеш урынлаштырып, бер нисә йыл рәттән шау-гөр килеп аралашып, ике яҡта ла алмаш-тилмәш әҙәби кисәләрҙә ҡатнашып та йөрөнөләр.
Ярһыу тәбиғәтле, тәүәккәл, бер аҙ үҙһүҙлерәк тә, алабар­маныраҡ та кеше ине Аҫылғужа. Баш­ҡорт­остан яҙыусыларының сираттағы бер съезында уның әҙәбиә­те­беҙ­ҙәге титулдар һәм маҡтаулы исем­дәр диктатураһы тураһын­дағы сы­ғы­шы ныҡ иҫтә ҡалған. Дөрөҫөн әйткәндә, Аҫыл­ғужаның был риза­һыҙлығы хәҙерге заман өсөн дә көнүҙәк булып ҡала, сөнки беҙҙә яҙыу­сыны талантынан, ижадының әҙәби-ижтимағи үҫештәге урынынан бигерәк күп ваҡыт юғары исем­дәр алыуына ҡарап ҡына баһалау ғәҙәткә әйләнгән. Беҙ барыбыҙ ҙа ирекһеҙҙән ошо оло исемдәр алыу өсөн барған сәйер ярыш тәгәрмәсе эсендә әйләнәбеҙ. Сөнки яҙыусы­ның әҙәбиәттәге яҙмышы нәҡ ана шул властар тарафынан танылыу алыу-алмауына бәйләнгән.
Аҫылғужаға ла был ысын­бар­лыҡты үҙ елкәһендә татырға тура килде булһа кәрәк. Һәр хәл­дә, яҙыу­сы хаҡында үҙе үлгән­дән һуң баҫылып сыҡҡан био­график мәҡә­ләлә (“Писатели земли башкирской”. Уфа: Китап, 2006. 45-46-сы биттәр) уға нин­дәй ҙә булһа маҡ­таулы исем йә­ки награда бирелеүе тураһын­да бер генә мәғлүмәт тә та­ба алманым. Ә бит алтмыш йәш­кә яҡын ғүмер итеп, шуның өс тиҫ­тә йылдан артығырағында мат­бу­ғат өлкәһендә, Яҙыусылар союзында, Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә алһыҙ-ялһыҙ тир түгергә тура килде уға. Әйтеүе генә анһат – ун йыл буйы “Совет Баш­ҡортостаны” (“Баш­ҡорт­остан”) гә­зи­те редакция­һында сәнәғәт, транспорт һәм төҙөлөш бүлеге мөдире йөгөн тартты ул. Ә мат­буғат – (үҙемдән сығып әйтәм) унан ваҡытында сығып ысҡын­ма­һаң, яҙыусының елеген һурып ала, ҡурын бөтөрә торған урын ул. Эш бит унда конвейер системаһына ҡоролған. Баш күтәрмәй эшләмә­йенсә булмай.
Аҫылғужа – сәмле кеше, төптән егелеп эшләне, очерктар, проблемалы мәҡәләләр яҙҙы, авторҙар тупланы, төрлө тема­ларға материалдар ойошторҙо, күптәребеҙ кеүек, гәзит тип йәнен фиҙа ҡылып эшләне. Шағирҙың үҙ ижадында иң ныҡ алға ынтылып ҡала торған дәрт­ле был осор – 27 менән 40 йәш араһы – асылда башлыса мат­буғатҡа хеҙмәт итеү осорона әйләнде. Аҫылғужаның ныҡлап ижад­ҡа тотоноуы 1984 йылда Яҙыу­сылар союзына эшкә күс­кән ваҡыттан башланды булһа кәрәк. Бында ул башта әҙәби кон­сультант булды, артабан Союз­дың яуаплы секретары ва­зифаһын башҡарҙы. 1990 – 1992 йылдарҙа, ең һыҙға­нып, Баш­ҡортостан китап нәшриә­те­нең директоры булып та эш­ләп алды. Изге китабыбыҙ Ҡөрь­ән­дең башҡортсаға тәржемә ител­гән тәү­ге баҫмаһын әҙерләү эшен­дә яҡын­дан тороп ҡат­нашты. “Урал” үҙәгенең рәйесе булараҡ, кәңәш­мә­ләрҙә мин дә ҡатнашып йөрө­нөм. Ҡөрьәндең башҡортса тәр­же­мәһе 1993 йылда баҫылып сыҡты һәм республикабыҙҙың ру­хи-мәҙәни тормошонда ҙур ваҡиға булараҡ ҡабул ителде.
90-сы йылдарҙа Аҫылғужа айырыуса әүҙем ижад итте. Шиғриә­тендә КПСС етәксе­ле­ге­нең ҡомға килеп терәлеүе, шул айҡанлы элекке лирик геройҙың партиянан сығырға ҡарар итеүе – был мил­лионлаған элекке коммунистарҙың башынан үткән тарихи ваҡиға. Аҫылғужа, документаль теүәллек менән тип әйтергә була, ошо хаҡта “Хыянатсы” тигән поэма яҙҙы. Ә инде уның “Ярлыҡарбыҙ, ҡай­тығыҙ!” тигән шиғыры шағирҙың йөрәк түренән ҡайнап сыҡҡан оран булып яңғыраны. XX быуаттың икенсе яртыһында Башҡортос­тан­ды ташлап киткән башҡорттарға өндәшеп, шағир былай тине:
...Ә һеҙ үҙ иркегеҙ менән
Ҡастығыҙ сит яҡтарға,
Ә беҙ бында таланабыҙ –
Эте лә юҡ яҡларға.

Һеҙгә ҙур аҡса кәрәккән –
Беҙгә кәрәкмәгәнме?!
Һеҙгә мул баҡса кәрәккән –
Беҙгә кәрәкмәгәнме?!

Һеҙҙе бында ҡыҫҡандар, ти –
Беҙҙе ҡыҫмағандармы?!
Һеҙҙе бында баҫҡандар, ти –
Беҙҙе баҫмағандармы?!

Ситтә солтан булыу һәйбәт,
Бында ла кәрәк солтан.
Барыһы ла солтан булмай,
Бында ла кәрәк олтан...
Шиғыр, әйтерһең, ике тиҫтә йыл элек түгел, ә бөгөн яҙылған кеүек. Эйе, нисек кенә үкенесле булма­һын, әле лә актуаль яңғырай. Бөгөн дә беҙгә ситтә йөрөүсе, әле һаман да ситкә сығып китергә мәжбүр булған милләттәштә­ре­беҙгә Аҫылғужаның йөрәк түренән сыҡҡан ошондай һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итергә тура килә:
Ҡайтыу ҡыйын тиерһегеҙ,
Беҙгә лә ҡыйын бында.
Ләкин барыбер йәшәйбеҙ
Уралдың ҡуйынында.

Ирекһеҙҙән хыянатсы –
Һеҙгә сауап яуыр бер:
Ҡайтығыҙ, беҙ ярлыҡарбыҙ,
Нишләһәк тә, бауыр бер.

Илегеҙҙе ил итергә,
Телегеҙҙе тел итергә,
Ерегеҙҙе гөл итергә
Ҡайтығыҙ, башҡорттарым!
Ҡайтығыҙ, башҡорттарым!
Аҫылғужа ил, халыҡ, кешеләр яҙмышына үтә иғтибарлы шағир ине. Уның ижадында Бөйөк Ватан һуғышы темаһы ғәйәт ҙур урын алып тора. Ватаныбыҙҙы фашист илбаҫарҙарынан яҡлап һәләк бул­ған яҡташтарыбыҙҙың яҡты иҫтә­легенә арнап, 1982 йылда ул “Боҙ киткәндә” тигән поэма ижад итте. Артабан, был мөҡәддәс теманы дауам итеп, данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең фажиғәле яҙмышын яҡтыртҡан повестар өҫтөндә эш­ләне. Шул уҡ ваҡытта уның күңе­лен, халыҡ азатлығы өсөн йәнен фиҙа ҡылып, тиңһеҙ көрәшкә күтәрелгән бөйөк Салауат образы торған һайын нығыраҡ биләй барҙы. 1994 йылда донъя күргән “Мәңгелек тупһаһында” тигән йы­йынтығында шағирҙың Салауатҡа арналған шиғырҙар циклы баҫы­лып сыҡты. Бер шиғыры “Сала­уаттың йәше” тип атала. Бынан ары, 2004 йылда, һөйөклө баты­рыбыҙға арналған романын да Аҫылғужа нәҡ шул “Салауаттың йәше” тигән исем менән донъяға сығарҙы. Был баҫма ҙур күләмле эпик әҫәр тип уйланылған роман­дың беренсе китабы ине. Үкенескә ҡаршы, бер йыл үтер-үтмәҫ Аҫыл­ғужа көтмәгәндә арабыҙҙан китеп барҙы. “Салауаттың йәше” рома­нының был беренсе китабы сая рухлы, дәрте ташып торған талантлы яҙыусының әҙәби мира­ҫында айырыуса ҡәҙерле бер ҡомартҡы, әҙиптең аҡҡош йыры булып ҡалды.

Рәшит ШӘКҮР,
шағир, филология фәндәре докторы,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.


Вернуться назад