Эш башлау менән матур итеп кейенергә, буш ваҡыттарында иркенләп театрҙарға, концерттарға йөрөргә хыялланған Гөлнурҙың тәүге хеҙмәт хаҡын алған көндә үк кәйефе ҡырылды. “Йә, ошо ун меңгә ул нисек йәшәргә тейеш? Кейем алһаң, ашарға ҡалмаясаҡ. Биш йыл буйы аслы-туҡлы тигәндәй уҡып алған диплом, юғары белем шулай уҡ түбән баһаланамы икән?”XI кластан һуң университеттың иҡтисад бүлегенә һынау тотҡайны ла, балы етмәне. Шулай ҙа ҡайтып китергә ашыҡманы – түләүле бүлеккә инде. Быға ата-әсәһе лә ҡыуанып ризалашты. “Ана, яҡшы уҡыу менәнме ни, барыбер вузға инә алманы”, тигән кеше һүҙенән ҡурҡты улар.
Әлбиттә, еңелдән булманы. Ата-әсәһе биш йыл буйы тапҡан-таянғанын ҡырып-һепереп тигәндәй, кәрәк икән, мал-тыуарын һатып, ҡыҙҙарына биреп барҙы. Ярай, бер диплом алһа, артабан еңелерәк булыр, аҡсаға мохтажлыҡ кисермәҫ, таҙа, еңел эштә йөрөр, тип үҙҙәрен йыуатты улар.
Әммә дипломлы белгесте бер урында ла көтөп тормайҙар ине. Ҡайҙа ғына бармаһын, иң тәүҙә тәжрибә һоранылар. Ахыры, ҡыҙыҡай бер ойошмаға кассир булып урынлашты.
Бер көндө урамда ауылдашы Зиләне осратты. Кафела кондитер икән. Эш хаҡын ишеткәс, Гөлнурҙың күҙе ҡыҙҙы: унан ике тапҡырға күберәк ала. “Ахмаҡ, биш йыл буйы юҡ һөнәргә уҡып йөрөгәнмен, минең өсөн атай-әсәйем дә аҙ йонсоманы”, – тип үҙ-үҙен битәрләне ҡыҙ.
Дүрт кенә ай эшләне ул. Был аҡсаға артабан йәшәү мөмкин түгел ине, ай һайын фатирына ла түләп торорға кәрәк. Көндәрҙең береһендә Гөлнур, бар эшкә лә ризамын, аҡсаһы ғына булһын, тигән уй менән хеҙмәт биржаһына юл тотто.
– Парикмахерҙар курсына йыябыҙ, ике-өс ай эсендә генә бына тигән һөнәрле буласаҡһың, – тинеләр унда.
Был шөғөл тәүге көндән үк ҡыҙҙың күңеленә ятты. Яратып башҡарғас, эше лә уңышлы килеп сыға ине.
Бына өсөнсө йыл инде Гөлнур сәс киҫеүсе булып эшләй. Бөтә ерҙә лә кәрәкле һөнәр алғанына ҡыуанып бөтә алмай. Ял көндәрендә, буш ваҡыттарында ла эшһеҙ ултырғаны юҡ. Байрам мәлдәрендә төрлө ойошмаларға саҡыралар. Хатта уның ауылға ҡайтҡанын да көтөп торалар. Халыҡ әйтмешләй, аҡмаһа ла тамып тора. Серегән бай булмаһа ла, иркен йәшәй хәҙер, тиҙҙән ипотекаға фатир алырға уйлай. Ваҡытында икенсе һөнәр һайлауына шатлана.
Юғары белем. Диплом. Биш йыл буйы уҡып алған танытма киләсәктә һиңә файҙа килтерерме? Үкенескә ҡаршы, күптәр буласаҡ һөнәрен “һуҡыр килеш” һайлай. Ҡайһы берәүҙәр бары техникумға, институтҡа инеүҙе, бәхетле һәм күңелле студент тормошо менән йәшәүҙе маҡсат итеп ҡуя, ә аҙаҡ был һөнәрҙең перспективаһын, күпме хеҙмәт хаҡы алып эшләйәсәген уйлап тормай. Ғәҙәттә, ауылдыҡылар гуманитар уҡыу йорттарына күпләп инә.
Дәүләткә ҡарамаған төрлө уҡыу йорттарының ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәк кеүек күбәйеүе лә бөгөн зәңгәр ҡатырғалы эшһеҙҙәр һанын арттырыуға булышлыҡ итә. Айырыуса был ҙур ҡалаларҙа йыш күҙәтелә. Төрлө һөнәрселек училищелары бармаҡ менән һанарлыҡ булһа ла, юғары уҡыу йорттары аҙым һайын тигәндәй. Билдәле, ҡулына диплом алған кеше ғәрләнмәй заводҡа барып йөрөмәҫ инде. Икенсенән, бер институтта ла йөҙләүсе, токарь һөнәрҙәрен өйрәтмәйҙәр. Быныһы иһә – үҙ нәүбәтендә уғрылыҡты, эскелекте, наркоманияны арттырыуға булышлыҡ иткән бер аҙым.
Йәшерен түгел, егеттәрҙең ҡайһы берҙәре армияға барыуҙы һуҙыу өсөн генә юғары уҡыу йортон һайлай, инергә еңелерәк булғанына юл тота, әммә ундайҙар ныҡ яңылыша. Был, моғайын, күп мәктәптәрҙә, ғаиләләрҙә уҡыусыларға һөнәр һайлауҙа дөрөҫ йүнәлеш бирмәүҙән дә киләлер. Директорҙар, уҡытыусылар ауыҙынан йыш ҡына:
– Быйыл бөтәһе лә юғары уҡыу йортона инде, – тигәнерәк фекер ишетергә тура килә.
Ваҡытында, йәш саҡта, үҙеңде лә, ғаиләңде лә аҫрай алырлыҡ, хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәр алыу мөһим. Мәҫәлән, юристар, иҡтисад белгестәре, бухгалтерҙар саманан тыш күп әҙерләнгән.
Мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, бөгөн иң юғары эш хаҡын яғыулыҡ-энергетика, химия, нефть тармаҡтарында эшләүселәр ала. Шуға ла йәштәр, киләсәген уйлап, техник уҡыу йорттары ишеген ҡыйыуыраҡ шаҡыһын ине. Ә мәктәптәрҙә теүәл фәндәргә иғтибарҙы арттырыу мөһим.
Әлбиттә, тормошта һәр ваҡыт әҙәм балаһы теләгәнсә генә булмай. Бөтә кеше лә институтҡа, колледжға инә алмай. Ундайҙарға: ”Борсолмағыҙ, вузда уҡымайынса ла бына тигән эше лә, аҡсаһы ла булған һөнәр үҙләштерергә мөмкин”, – тип әйтке килә.
Мәҫәлән, бөгөн республикала төҙөлөш киң ҡолас менән бара, шәхси йорт һалырға теләүселәр артҡандан-арта. Хатта Үзбәкстандан, Тажикстандан килгәндәр тир түгеүен барыбыҙ күреп-белеп торабыҙ. Тимәк, төҙөүселәр, штукатурҙар бер ваҡытта ла эшһеҙ ултырмаясаҡ. Ҡайһы бер предприятиеларҙа айына 40 – 50 мең һум эш хаҡы түләнгән токарь һөнәрҙәренә кешеләр табып булмауы мәғлүм. Асфальт йәйеүсе, ташсы, экскаватор машинисы, киң профилле тракторсы, йәшелсә үҫтереүсе, балта оҫтаһы, слесарь-сантехник, иретеп йәбештереүсе һәм башҡа шундай һөнәрҙәргә ихтыяж ҙур. Ун юрисҡа ҡарағанда бер оҫта иретеп йәбештереүсене табыуы ҡыйыныраҡ, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Ашханалар, кафелар, ресторандар, магазиндар, күпләп асыла. Шулай булғас, үҙ эшен белгән кондитерҙар, һатыусылар, официант-бармен, ашнаҡсылар ҙа кәрәк. Билдәле булыуынса, был һөнәрҙәрҙе училищеларҙа, техникумдарҙа үҙләштерергә мөмкин.
Һөнәри белем. Һуңғы осорҙа ил Хөкүмәтендә лә, республикабыҙҙа ла ошо юҫыҡта етди һөйләшеүҙәр алып барыла, сөнки предприятиеларҙа үҙ һөнәренең нескәлектәрен белгән кешеләр етешмәй. Ниндәй генә шәп ҡорамал, техника булмаһын, әгәр ҙә белгес юҡ икән, унан файҙа көтөү мөмкин түгел. Ә бит ошо йүнәлештә специалистар әҙерләү өсөн әллә ни күп ваҡыт талап ителмәй. Училищела ике-өс ай уҡығандан һуң йәш кеше практикала үҙенең һөнәре менән яҡындан таныша. Бер нисә йыл эсендә бына тигән һөнәр алып сыға. Теләһә, һуңынан белемен юғары уҡыу йортонда камиллаштыра ала.
Эшсе һөнәре. Төрлө уйҙарға һала ул. Бөгөн предприятиеларҙа уларҙың етешмәүе, йәштәрҙең атлығып тормауының сәбәптәре төрлөсә. Үкенескә ҡаршы, үҙгәртеп ҡороу йылдарында ситтән әҙерҙе һатып алырға әүәҫләнеп алдыҡ та, бер тынала тигәндәй, үҙебеҙ тиҫтә йылдар һуҙымында төҙөгән сәнәғәтте ботарлап ташланыҡ. Ауыл хужалығы юҡҡа сыға яҙҙы. Аграр йүнәлештәге уҡыу йорттарын тамамлаған йәштәрҙең күпселеге урамда ҡалды. Һөҙөмтәлә бихисап кеше яратҡан хеҙмәтенән яҙҙы. Был иһә эшсе һөнәрен ерләп ҡуйыуға тиң булды. Хатта зоотехник, агроном кеүек профессияларҙы “архаизм” тип иҫәпләгән бер быуын үҫте.
Ирекһеҙҙән бөгөн беҙ яманлаған Совет осоро иҫкә төшә. Ысынлап та, ул ваҡытта белгестәргә, эшселәргә ҡарата хөрмәт ҙур булды. Тап уларҙың фиҙакәрлеге менән завод-фабрикалар гөрләп торҙо, йорттар, төрлө социаль биналар файҙаланыуға тапшырылды. Ситтән, башлыса ауылдарҙан килгән йәштәр өсөн бихисап дөйөм ятаҡ төҙөлдө. Төп ауыр эште улар башҡарҙы, шуға ла хеҙмәт хаҡы мастер, цех начальнигы кеүек юғарыраҡ вазифа биләгәндәрҙекенән күпкә ҙурыраҡ ине. Юғары уҡыу йортон тамамлағандар окладта йөрөмәҫ өсөн ябай станоксы, эшсе булып та урынлаша торғайны. Мәҫәлән, үҙем 1987–1988 йылдарҙа Өфө фанера комбинатында эшләнем. Хеҙмәт хаҡы 300 һумға етә ине. Ә цех начальнигы, мастерҙарҙың оклады — 140 — 170 һум ғына. Бына ҡайҙа булған ул эшсегә хөрмәт, ихтирам! Бер ҡараһаң, ысынлап та шулай булырға тейеш, сөнки төп тауарҙы улар етештерә, саң-туҙан йотоп, ауыр эште башҡара, ә таҙа бүлмәлә бөхтә кейенеп, ваҡытын нисек үткәрергә белмәгән мастер ҙа, начальник та түгел.
Тағы ла бер миҫал. Элек эшселәр, уларҙың хеҙмәте, фиҙакәрлеге хаҡында телевизорҙан тапшырыуҙарҙы йыш күрһәттеләр, очерктар яҙылды. Хатта яҙыусылар нефть һәм газ сығарған урындарҙа йәшәп, уларҙың тормошо хаҡында әҫәрҙәр ижад итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ундай темалар онотолдо тиерлек. Заманса көлкөлө телесериалдар йоғонтоһонда йәштәр тормошто еңел, романтик тип күҙ алдына килтереп үҫә. Уларға башҡа өлкәлә геройҙар юҡ кеүек. Шуға ла дизайнер, модельер кеүек матур яңғырашлы һөнәр һайлауға өҫтөнлөк бирәләр. Ысын тормош хаҡында белмәйҙәр.
Был йәһәттән мәктәптәрҙә тейешле кимәлдә профессиональ йүнәлеш бирелмәй. Белгестәр билдәләүенсә, һөнәргә институтта түгел, ә мәктәп эскәмйәһенән әҙерләргә кәрәк. Мәктәпте тамамлағанда баланың башында “Ҡайҙа уҡырға барырға?” тигән һорауҙан бигерәк “Аҙаҡ ҡайҙа, кем булып эшләйәсәкмен, хеҙмәт хаҡым ни саҡлы буласаҡ, ул ғаиләмде ҡарарға етерме?” тигән уйҙар ҡайнарға тейештер, моғайын.