Кисә — “гаишник”, бөгөн — фермер10.10.2015
Кисә — “гаишник”, бөгөн — фермер — Ҡайһы берәүҙәр көрсөк заманы етте тип зар­лана. Ә беҙ уны һиҙмәйбеҙ ҙә – эшебеҙ элеккесә уңышлы бара, – тип һүҙен башланы эшҡыуар Айрис Ғәлиуллин.
Әңгәмәгә улы Филүс тә ҡушылды:
— Өйҙә тик кенә ятһаң, әлбиттә, һәр көнөңә зарланырға була. Беҙ бына таң менән эшкә сығабыҙ ҙа ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтып инәбеҙ...


Кескәй Әзекәй ауылындағы крәҫтиән (фермер) хужалығы хаҡында районда яҡшы белә­ләр. Тотош ғаилә һөтсөлөк, ит етештереү менән мәшғүл. Бөгөн улар 200-ҙән ашыу мал тота. Бынан тыш һарыҡ үрсетәләр, ҡортсолоҡ менән дә шөғөл­ләнәләр.
– Үҙем утыҙ йыл дәүләт автоинспек­ция­һында эшләнем, – тип хәтирәләргә бирелә Айрис ағай. – Пенсияға сыҡҡас, өйҙә тик ятыуға күнеп булманы. Етмәһә, тыуған ауылымдағы киң баҫыуҙарҙы ҡый баҫҡанға эс боша ине. Ҡатыным менән кәңәшләштем дә мал үрсе­тер­гә булдым. Һарайын да үҙем эшләнем. Шулай яйлап башланды ла инде...
Ҡасандыр Ер йөҙөнән юғалырға торған кес­кәй ауылға йән кереп ҡалғандай була. Эш­ҡы­уар, хәлләнеп алғас, үҙ иҫәбенә ауылына тик­лем юлды ла тәртипкә килтерә. Тырыш уҙа­манды район хакимиәте лә күрә. Дәүләт ярҙа­мы менән осһоҙораҡҡа яңы трактор алырға булышлыҡ итәләр.
Ә инде етештергән ризыҡты һатыу буйынса ҡатмарлыҡты тоймай эшҡыуар. Һөттө көнөндә үк Бәләбәйҙән комбинатҡа алып китәләр. Итте иһә урындағы халыҡ теләп ала.
Айрис Бәхтегәрәй улының иң ҙур шатлығы – улы Филүс. Йәш егет яңыраҡ БДУ-ның иҡтисад факультетын тамамлаған. Юғары белем алғас та, әллә ҡайҙа китмәгән, атаһына ярҙам итергә ҡайтҡан.
– Өс ейәнем бар, — ти йылмайып эшҡы­уар. – Киләсәктә улар минең эшемде дауам итер тип өмөтләнәм.





Вернуться назад