Голливуд йондоҙо Уэсли Снайпс Америка кинематографияһында иң уңышлы актерҙарҙың береһе булараҡ һанала. Ҡара тәнле был ижад кешеһе 50-нән ашыу картинала төшкән. Әммә шул тиклем ҙур абруйы ла Уэслиҙы төрмәнән ҡотҡара алмай. Уны 2010 йылда өс йылға иркенән мәхрүм итәләр. Ниндәй енәйәт ҡылған тиһегеҙме? Баҡтиһәң, актер һалым түләмәгән…Осраҡлы ғына килмәне телгә Снайпс, нисек кенә булмаһын, демократия менән маҡтанған АҠШ-та ла бик үк ирекле йәшәп булмай. Һалым түләмәү енәйәткә тиң. Шул уҡ ваҡытта һалым системаһының ҡатмарлы булыуына, ә түләүҙәрҙең юғарылығына зарлана американдар. Рәсәйгә килгәндә иһә, һалым системаһы бөгөнгө көндә үтә ябай, иғәнәләр ҙә сағыштырмаса ҡот осҡос түгел, әммә түләргә генә ашҡынып тормайбыҙ.
Беҙҙең илдең һалым тарихына күҙ һалһаң, ул донъя кимәлендә иң яҡшы күренештәргә нигеҙләнеп булдырылған. Шулай ҙа, әйтергә кәрәк, совет осоронан һуң хәл-торош күптәрҙе баҙап ҡалырға мәжбүр итте. Эшҡыуарҙар иртәгә нимә булыр тип аптыраны. Күптәр аҡсаларын сит илгә “шыуҙырырға” мәжбүр булды. Бер эшҡыуарҙар ғынамы һуң, ябай граждандар ҙа был тәңгәлдә аңҡы-тиңке килеп йөрөнө – үҙгәрештәр аҙым һайын.
Хәтерләйһегеҙҙер, 2000 йыл башында һалым системаһы күпкә ябайлашты. Күләмдәр аҙайҙы ла. Әйткәс әйтәйек инде, был, Европа һәм океан аръяғы менән сағыштырғанда, иң ябай һалым системаһына әйләнде.
Тәбиғи, аҙ һалым бюджетҡа ингән керемде лә арттырҙы. Атап әйткәндә, 30 һумды бер кем дә түләмәгәнсе, 3-әр һумды 10 кешенең түләгәне яҡшыраҡ бит. Әйтәйек, ябай американ килеменең 60-ҡа яҡын процентын дәүләткә бирергә мәжбүр булһа, Рәсәй халҡы иһә (ҡайһы бер мәлдәрҙе иҫәпкә алмағанда) тапҡан малының 30 процентын бюджетҡа тапшыра. Шуныһын да иғтибарға алмай булмай: һалым буйынса бурыстарың йыйылып китһә, бер кем дә һине төрмәгә “тығырға” ашығып бармай.
АҠШ ҡынамы һуң, Европала ла Рәсәй Федерацияһы гражданы күҙлегенән сығып ҡарағанда, “эс тотоп көлөрлөк” һалымдар булдырылған. Мәҫәлән, Германияла “сиркәү һалымы” бар, Эстония фермерҙары иһә һыйырҙары “һаҫыҡ еҫ” сығарған өсөн дә һалым түләй. Хәйер, һанай китһәң, бындай аптырашҡа ҡалдырған һалымдар Европа буйлап туп-тулы. Юҡҡа ғынамы ни Депардье Рәсәйгә ҡасып килмәне.
Эйе, башҡалар менән сағыштырғанда, беҙгә һалымды ҡыуанып түләргә генә ҡала ла бит, әммә “тингә” торошло түләүҙәрҙән дә ҡасырға өйрәнеп бөткәнбеҙ инде. Шуға ла баяғы европалар әйткәнсә: “Рәсәйҙәр әллә нимәләр уйлап сығарырға риза, тик түләмәҫкә һәм эшләмәҫкә”. Үкенескә ҡаршы, лаҡап дөрөҫлөккә лә тап килә.
Ғөмүмән, һалымды беҙ нимә тип беләбеҙ? Эйе, аҡса йыйыу. Әммә тотороҡло дәүләттең нигеҙе лә шул. Дауаханалар, мәктәптәр, юлдар һәм башҡалары шул иҫәпкә төҙөлә һәм ҡарала бит. Әгәр ҙә беҙҙе көслө армия һаҡлаһын тиһәк, йәнә шул аҡсаға барып төртөләбеҙ түгелме?! 2016 йылда Рәсәйҙең һалым системаһында тағы үҙгәрештәр була, иғәнә күләме артасаҡ, тип ҡайғырабыҙ, әммә бөгөнгө аҙ ғынаһын да түләргә ашыҡмайбыҙ бит әле. Ул саҡта нимә булыр һуң? Шул юлдар, мәктәп-дауаханалар менән дә?
Әйткәндәй, бер ваҡыт әлеге лә баяғы “йондоҙ”, әммә инде беҙҙеке, Владимир Познер Америкала паспортын юғалтҡан. Билдәле, уның ике илдә лә гражданлығы бар, хәйер, эш гражданлыҡта түгел, ә мөнәсәбәттә. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы: Познерға бер көн эсендә яңы паспорт әҙерләгәндәр.
Был тиклем етеҙлеккә аптыраған “йондоҙ”ға: “Һеҙ бит һалым түләйһегеҙ”, — тип яуап биргәндәр.
Эйе, һалым түләүсенең белдерер үпкәһе бар, әммә хоҡуҡ талап итер алдынан бурысты башҡарырға, яуаплылыҡтан ҡасмаҫҡа кәрәк шул.