Булмайыҡ дүрт аяҡлы
мал шикелле,
Ҡыуарған япраҡһыҙ
тал шикелле.
Мифтахетдин Аҡмулла.
Һәр яҙын, ташҡындар гөрләп үтеп, һыу ҡәҙимге ярҙарына ҡайтыу менән, әсәйем йылға буйына төшөп, ваҡ ҡом менән еҙ самауырын һәм батмусын ышҡып ала торғайны. Кеше күңеле лә, йылдың һәр миҙгеле һайын яңырып, ҡайғы-хәсрәттән, хәбәр-ғәйбәттән арынып, сафланып ҡалғандай. Алҡын һыу яр буйындағы сүп-сарҙы ағыҙып алып киткән шикелле, заман елдәре йөрәктәребеҙҙе золомлоҡтан, ялғанлыҡтан, ҡурҡаҡлыҡтан ҡотолдора. Аҡрынлап, яңылышлыҡтар һәм сигенеүҙәр аша, беҙ ғөмүм кешелек ҡиммәттәренә әйләнеп ҡайтабыҙ.Был еңел түгел, сөнки аңыбыҙҙы тиҫтәләрсә йыл томалап килгән ике йөҙлөлөк, ҡуштанлыҡ, дошмансыллыҡ күптәребеҙҙең икенсе асылына әүерелгән. Әҙәм балаһының кешеләрсә йәшәүгә тәбиғи ынтылышын йәмғиәтебеҙ нигеҙҙәренә, принциптарға ҡул һуҙыу тип ҡабул итәбеҙ. Йәшерен-батырын түгел, бөгөнгө йәмғиәтте хаслыҡ һәм ялҡаулыҡ бөлдөрә. “Асыу — ҡапма-ҡаршылыҡтар һөҙөмтәһе ул, ә беҙҙең быуат — ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың һүнмәҫ усағы”. Рустың күренекле тарихсыһы Василий Ключевский әлеге фекерен ХIХ быуатты күҙҙә тотоп әйтһә лә, бөгөнгө этик һәм социаль проблемаларға ғәжәйеп тоғро баһа биргән.
Тормошҡа ябай ҡулланыусы кимәленән тороп ҡараған кешеләр бөгөнгө һис яйланмаҫ буталсыҡты Михаил Горбачев башлаған үҙгәртеп ҡороу менән бәйләй. Йәнәһе, бөйөк, ҡеүәтле державаны Көнбайыш алдында теҙләнеү хәленә алты йыл эсендә ул еткерҙе, шул үҙгәрештәр арҡаһында ғәмәлдәге иҡтисади механизмдар емерелде, халыҡ хәйерселектә ҡалды, милли төбәктәрҙә сепаратизм көсәйҙе.
Уйлабыраҡ фекер йөрөткән хәлдә, һәммә бәлә-ҡазаның башын үҙгәртеп ҡороу йә Горбачевтан эҙләү дөрөҫмө икән? Буталсыҡтан алйыған кешеләр, бөгөн килеп, илгә хужа булырлыҡ “ҡаты ҡулды” талап итә. “Их, бөгөн Сталин терелһә... Шакиров кәрәк. Өс көндә тәртип урынлаштырырҙар ине, әй”, — тип ыуаланғандар күбәйә. Бәхәс юҡ, Рус дәүләтендә әүәлге быуаттарҙа уҡ ҡаты ҡуллы хакимдар халыҡ хәтерендә нығыраҡ һаҡланып ҡалған.
Үҙгәртеп ҡороуҙар йәмғиәт өсөн кәрәкме һуң? Мотлаҡ кәрәк. Ул — һәр социаль-иҡтисади ҡоролоштоң әленән-әле башынан үтә торған яҙмыш, сөнки теге йәки был илдәге иҡтисади мөмкинлектәр, социаль-сәйәси хәл дөйөм кешелек прогресынан артта ҡала, уны тотҡарлай башлай. Шуның өсөн дә Советтар Союзында уҙған быуаттың 80-се йылдары уртаһында башланған реформистик ваҡиғаларҙы Горбачев, Яковлев инициативаһы менән генә бәйләү дөрөҫ булмаҫ ине. Йылдар үтә килә күренеүенсә, үҙгәрештәрҙе дәртләндереүселәр — М. Горбачев, Н. Рыжков, Б. Ельцин һәм башҡалар, тәү нәүбәттә, иҫке иҡтисади механизмды яңыртыуҙың, демократияның, билдәлелектең башланғыс этапта уҡ ниндәй һөҙөмтәләргә килтереү ихтималын күҙ алдына аныҡ ҡына баҫтырмаған. Был, бер яҡтан, социология, иҡтисад, фәлсәфиәт фәндәренең идеологиялаштырылған һәм объектив анализ яһауға һәләтһеҙ булыуын күрһәтһә, икенсенән, идара итеүсе даирәләрҙә фән һәм белгестәр һүҙенә ҡолаҡ һала белмәүҙе лә тәҡрарланы. Аналитик фекерҙең етешмәүе электән дә хөкүмәт ҡарарҙарын ҡабул итеүҙә йыш ҡына волюнтаризмға килтерә торғайны, был юлы ул илде милли һәләкәт сигенә ҡуйҙы.
Ысынлап та, бөтөн власть бер фирҡә ҡулында тупланған, башҡарыу дисциплинаһы ғәмәлдә ҡәтғи бойороҡҡа ҡоролған, халыҡ хоҡуҡһыҙ, дәртһеҙ хәлдә булған, хужалыҡ итеү нормаларын идеологик ҡанундар сикләп торған дәүләттә иҡтисади реформаларҙың ғәйәт ҡатмарлы бурыс икәнлеге асыҡ ине бит. Бында ла беҙҙең мин-минлек өҫтөнлөк алды. Америка Ҡушма Штаттарының, Европа илдәренең генә түгел, Мысырҙың, Төркиәнең, Көньяҡ Кореяның да тәжрибәһе өйрәнелмәне. “Кәңәшле эш тарҡалмаҫ” тигән ата-бабаларыбыҙ. Илебеҙ етәкселеге иһә тиҫтәләрсә йыл буйы, бүтән илдәр менән тиң уҙаҡташлыҡ мөнәсәбәттәре урынына патерналистик мөнәсәбәттәрҙе өҫтөн күрҙе. Һәм бына һөҙөмтә: донъяла Рәсәй тотороҡһоҙ, ышанысһыҙ дәүләт тигән исем яуланы, әүәлге союздаш-вассалдарыбыҙ уға арты менән боролдо, ил төбәктәрендә Мәскәүгә баш бирмәү тенденциялары көсәйә барҙы.
Илебеҙҙә иҡтисади, социаль-сәйәси хәлдәр йәнә ифрат ҡатмарланды. Ул яҡын араларҙа ғына рәтләнмәҫ, шәт. Әгәр баҙар мөнәсәбәттәрен планлы иҡтисад менән яраштырырға маташыу, тауарҙарға, хеҙмәтләндереүгә өҙлөкһөҙ хаҡ арттырыу һымаҡ саралар дауам итһә, шул уҡ ваҡытта иҡтисади саботаж, коррупция, енәйәтселек хаттин ашһа, ризаһыҙлыҡ сығыштары бермә-бер көсәйеүе ихтимал. Хәйер, Збигнев Бжезинский быларҙы үҙ ваҡытында фаразлағайны. Ул саҡта беҙ быны “яла яғыу” тип ҡабул иттек. Хәҙер иһә ваҡиғаларҙың бер-береһенә үрелеп үҫеүе Збигнев әфәнденең хаҡлығын раҫлай.
Беренсенән, төрлө кимәлдәге закондарҙың һәм уларҙы сығарыусыларҙың үҙ-ара тартҡылашыуын туҡтатырға кәрәк. Законға хөрмәт юҡ ерҙә тәртип булмаясаҡ.
Икенсенән, хеҙмәт коллективтарына үҙҙәре теләгән формала хужалыҡ итеү форсатын бирәйек. Беҙ әлегә ябай кешенең үҙ көсө менән күп аҡса эшләп алыуына шикләнеп ҡарайбыҙ. Эшләй белгәс, алһын. Үҙебеҙҙең баш етмәй икән, яттарҙан кәңәш һорайыҡ, иҡтисадты күтәреү юлында, бушҡа мыйыҡ ҡабартып, санкция-антисанкциялар менән һөҙөшмәйек.
Өсөнсөнән, “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе ышандырыу көсө менән халыҡтың аңына юл ярып, илдә сәйәси йәһәттән ойошоу үҙәге булып ҡалырға тейеш. Мәғлүмдер, Советтар Союзында, элекке социалистик дуҫлыҡ илдәрендә социализмға тиҫкәре ҡараштарҙың көсәйеүенә коммунистик тәғлимәттең зарарлығы түгел, бәлки уны ижади һәм аныҡ шарттарҙа ҡуллана белмәү йә боҙоу сәбәпсе булды. Кешелектең үтер юлын Маркс менән Энгельс, уларҙан һуң Ленин иҡтисади үҫеш закондарына таянып иҫбат иткән. Быны коммунистик идеяларҙан алыҫ торған ғалимдар ҙа таный. Әммә был юл буржуаз йәмғиәттең ваҡыт мантиғына (логика) эйәреп трансформацияланыуы аша барамы, әллә эволюцияны инҡар итеүсе инҡилап аша үтәме — хикмәт шунда ғына.
Һеҙҙең авторығыҙ — оптимистик рухлы кеше. Йөҙҙәрсә ҡәүем көн күргән дәүләтебеҙ, бер болғанған һыу кеүек буталсыҡланып алыр ҙа, берлектә тереклек икәнлекте аңлап, бер ғаилә булып йәшәр. Аҡыл менән йәшәгән сүрәттә бар ҡәүемдәргә лә иркенләп донъя көтөү өсөн ер-һыу, форсат табып була. Иркен ерҙе көнсөллөк менән тарһындырырға ғына ярамай. Башҡорт менән татарға, рус менән башҡортҡа, татар менән русҡа һәм бүтән туғандарға бүлешер нәмә ер һәм хакимлыҡ түгел. Халыҡтарға йыр, һүҙ, кәңәш, аҡыл, әпәкәй һәм баҙырап ятҡан ҡуҙ уртаҡ. Мин бөгөн донъя көтөшкән татар туғандарыма, рус дуҫтарыма, сыуаш таныштарыма тел яраһы ла, тән йәрәхәте лә һала алмайым. Беҙ был ерҙә талаш-тартыш өсөн түгел, ә тормош өсөн йәшәйбеҙ.
Ләкин ышаныстың иң ҙуры — һәр халыҡтың аҡылында. Ниндәй генә идеологик ағыуҙарға юлыҡҡан халыҡта ла сәләмәт көстәр һаҡланып ҡала. Буръяҡланған йылға ҡырҡ аҙым үтеүгә таҙара тигән раҫлау бар. Ихлас ышанам, йәмғиәтебеҙ ошо һикәлтәле, томанлы, болғансыҡлы йылдарҙы генетик сафлығын юғалтмай үткәреп ебәрер, йәшәүгә ынтылыш һүрелмәҫ тигән өмөт һүнмәй. Беҙ ҙә ҡанаты нығынған бөркөт кеүек күтәрелербеҙ әле. Тауышыбыҙ сал Урал тауҙарын зыңлатасаҡ саҡ булыр, мотлаҡ булыр ул. Шул ышанысһыҙ йәшәүҙең мәғәнәһе юҡ.