Башҡорт халҡының данлы улы, дәүләт эшмәкәре, яҙыусы һәм журналист Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуыуына 119 йыл тулыу айҡанлы Өфөлә Матбуғат йорто алдында уның иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскә һалынды.Тантанала Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары, республика гәзит-журналдары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Ошо уҡ көндә быйылғы лауреаттарға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия тапшырылды.