Рәсемдәрҙә — ғәжәйеп гүзәл төбәк10.10.2015
Республика көнө алдынан баш ҡалала “Башҡортостан — дуҫтар күҙлегенән” фотокүргәҙмәһе асылды. “Башҡортостан” дәүләт концерт залындағы был сара республикабыҙҙа июнь айында ШОС һәм БРИКС илдәренең фотохәбәрселәре ҡатнашлығында уҙғарылған “Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт” ХХV Халыҡ-ара акцияһының дауамын тәшкил итә.
— Төбәгебеҙ буйлап фотосәйәхәттәргә үҙенсәлекле йомғаҡ яһау, күргәҙмәләр, ижади кисәләр ойоштороу яҡшы йолаға әүерелде, — тине акцияны ойоштороусы, республиканың Фоторәссамдар союзы рәйесе Рәмил Килмәмәтов. — Проектта ҡатнашыусылар ошо рәүешле үҙҙәренең ватандаштарын Рәсәйҙең иң ғәжәйеп гүзәл төбәге – Башҡортостан менән таныштыра. Бындай күргәҙмәләр республикабыҙҙың башҡа ҡала, райондарында ла уҙғарыла.
Күптән түгел Бишбүләк районында “Ағиҙел” республика фотоклубы һәм Рәсәй Фоторәссамдар союзының Башҡортостан бүлексәһе ағзалары ҡатнашлығында ижади кисә үтте. Был көндә район мәҙәниәт йортонда “Бишбүләк — шишмәләр иле” күргәҙмәһе асылды.