Ҡунаҡтарға ихтирам йөҙөнән10.10.2015
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала “Әхмәтзәки Вәлиди Туған һәм шәрҡиәтселектең көнүҙәк мәсьәләләре” Халыҡ-ара симпозиумы ултырышы үтте. Ул күренекле шәхестең тыуыуына 125 йыл тулыуға арналды.
Сарала әҙиптең балалары – доктор, профессор, Төркиә Фәндәр академия­һы­ның мөхбир-ағзаһы Иҫәнбикә Туған ме­нән доктор, профессор, Билкент уни­­вер­ситетының Донъя иҡтисады үҙәге директоры Сүбиҙәй Туған ҡат­наш­ты. Иҫән­бикә Туған атаһының хеҙмәттә­рендә ҡара­ханид­тарҙың тарихы тура­һында һөйләһә, Сүбиҙәй иһә Бөйөк Ебәк юлының хәҙерге донъялағы әһәмиәте хаҡында сығыш яһаны.
Вәлидиҙең ҡыҙы Халыҡ-ара ТӨРКСОЙ академияһының миҙалы ме­нән бүләк­ләнде. Сибай ҡалаһындағы сәсәниә Асия Ғәйнуллина етәкселе­ген­дәге “Ағинәйҙәр ҡоро” абруй­лы ҡунаҡ­тар­ға башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙә­үестәрен һәм сигелгән янсыҡ бүләк итте. Ә Милли китапхана директоры Айгөл Моратова учреждениела Вәлиди хеҙмәттәренең тулы йыйынтығы тупланыуы хаҡында белдерҙе.




Вернуться назад