Аҡҡош күле10.10.2015
Аҡҡош күле Башҡортостанды юҡҡа ғына күлдәр иле тимәйҙәрҙер. Уларҙың һәр береһенең үҙ матурлығы, үҙ сере бар. Борай районындағы Аҡҡош күле юл буйында ғына урынлашҡан. Шуға ла бынан кеше өҙөлмәй. Туй каруандары бында туҡталып, бәхеткә юрап, йоҙаҡтар элеп китә.
Район хакимиәтенең үҙенсәлекле тәбиғәт мөйөшөнә иғтибарлы икәне әллә ҡайҙан күренеп тора. Күлдең эргә-тирәһе төҙөкләндерелгән. Тәбиғәткә зыян килтермәй генә ял итеү мөмкинлеге булдырылған. Уңайлы эскәмйәләр, өҫтәлдәр, таш һуҡмаҡтар, шашлыҡ бешереү өсөн мангалдар ҡуйылған. Сүп-сар һауыттары етерлек.
Аҡҡош күлеАҡҡош күле ҙур түгел. Диаметры – ни бары 25 метр. Ә бына уның тәрәнлеге тураһында былтырға тиклем төрлө фараздар йөрөнө. Кемдер һигеҙ метр тине, икенселәр егерме метрға етә тип ныҡышты, өсөнсөләр иһә уны бөтөнләй төпһөҙ тип ышандырырға тырышты. Былтыр иһә водолаздар күлдең төбөн тикшереп ҡараған. Уның тәрәнлеге биш метр ярым булып сыҡҡан. Аҡһаҡалдар һөйләүенсә, бынан өс тиҫтә йыл самаһы элек күлгә аҡҡоштар ҙа осоп килгән булған. Әммә хәҙер матур ҡоштар был тирәлә туҡтамай. Моғайын, күл юл эргәһендә булғанғалыр.
Ял итеү өсөн матур урын булыуҙан тыш, күлдең шифалы һыулы икәнен дә телгә алып китергә кәрәк. Тире ауырыуҙарын дауалау көсөнә эйә ул. Ҡышын да туңмаған был зәп-зәңгәр һыулы күл әкиәт донъяһын хәтерләткәндәй...


Вернуться назад