Айыу йөрөй урманда...10.10.2015
Баймаҡ районының Ишей ауылы халҡының малына тайыш табандар һөжүм итә. Был бәлә Архангел, Кушнаренко, Ғафури райондары халҡын да урап үтмәгән.

Урман янында йәшәгән ишейҙәрҙе бындай хәл электән хафаға һала ине. Ауылда көтөү ойошторолмаған, мал көнө буйы ҡырҙа. Халыҡ айыуҙарҙы йыш күрә, тайыш табан техниканан да ҡурҡмай, ти улар. Хатта кискеһен малды эҙләп алыуы ла хәүефле.
Архангел районының Родинский ауылында ике аҙна эсендә генә биш ихата малы юҡҡа сыҡҡан. Айыуҙың ауылға тәүгә килеүе түгел был. Йыл да икешәр-өсәр баш һыйырҙы йығыуы ғәҙәти хәлгә әйләнде, ти ауылдаштар.
Белгестәр билдәләүенсә, айыуҙарҙың малға ташланыу осрағы, ғәҙәттә, сентябрҙә теркәлә. Быны улар урман кейегенең миләш емешен ашап иҫереүе менән аңлата.


Вернуться назад