Һөйәрбикә шишмәһе10.10.2015
1970 йылдың йәйендә, топономияға арналған кандидатлыҡ диссертацияһы өсөн материалдар йыйған осорҙа, Шишмә районының Ҡараяҡуп ауылында 60 йәшлек Рабиға Латипова апайҙан күп кенә ҡыҙыҡлы мәғлүмәт яҙып алдым.
“Апай, миңә һеҙҙән ауыл тарихы, әйләнә-тирәләге йылғалар, тауҙар, төбәктәрҙең исемдәрен һорашырға ине”, — тигәс, “Беҙнең ни, йылға, тауларның исемнәре бик матур инде. Мына Ҫөйәрбикә, ҡойо тип йөрөтәбеҙ. Шишмә булып ағып ята. Элек муйыл ағаслығы, урман араҫынан ағып сыға ине”, — тип иң элек Һөйәрбикә шишмәһе тураһында һөйләп алып китте. Артабан ауыл тирәһендәге ер-һыу атамаларының һәр береһенең дөрөҫ әйтелешен, мәғәнәләрен аңлатты.
Ауылдың көнсығыш тарафындағы ҡомартҡы — Ыръяҙы ҡулы буйында урынлашҡан Ҡалатау тигән урынды барып күреп килдем. Ә Һөйәрбикә шишмәһе тураһындағы легенда айырыуса үҙенсәлекле бер мөхәббәт ҡиссаһы булып сыҡты. Ҡараяҡуптар өсөн был шишмә башы — изге урын. Халыҡ Әүлиә ҡойоһо тип йөрөтә. Ырыуҙаштарымдың изге урындарҙы ҡәҙерләй белеүе һөйөнөслө, әлбиттә.
…Бер ҡарттың Яҡуп менән Яҡут тигән улдары булған. Береһе бик матур, икенсеһе ҡап-ҡара шаҙра битле икән. Ошо уҡ ауылда Һөйәрбикә тигән һылыу ҡыҙ ҙа булған. Яҡут менән Һөйәрбикә бәләкәйҙән бер-береһен яҡын күреп, яратышып йөрөй. Бергә уйнап үҫәләр. Бер мәлде йөҙөк һалыш уйыны ваҡытында Яҡут Һөйәрбикәгә балдаҡ бирә. Ҡыҙға Яҡуттың ағаһы Яҡуптың да күҙе төшөп йөрөй. Ҡыҙҙар шишмәгә бара. Яҡуп килә лә Һөйәрбикәнең сүмесенән һыу эскән була. Биҙрәһе төбөнә балдаҡ һала. Ҡыҙ Яҡуптың балдағын кеше күрмәгәндә генә шишмәгә ырғыта. Ҡыҙҙар тағы ла һыу алырға килә. Балдаҡҡа күҙҙәре төшә. Ҡыҙҙар Һөйәрбикәгә:
– Һин ал, һинең ҡулың еңел булыр, — тиҙәр.
Һөйәрбикә Йәүһәриәгә:
– Һин ал, әхирәтем, — ти.
Йәүһәриә, алып, балдаҡты кейә.
Яҡут менән Яҡуптың балдаҡтары бер иш була. Ҡыҙҙар, егеттәр үҫеп етә. Яҡуп, энеһенең балдаҡ биргәнен белмәһә лә, уның Һөйәрбикәне яратҡанын һиҙенә. Йәүһәриә лә белеп-һиҙеп йөрөй. Яҡут инәһе менән атаһына:
– Миңә өйләнергә ваҡыт, — ти.
– Юҡ, — ти инәһе, — ағайың бар әле, — ти.
– Юҡ, инәй, минең балдаҡ биргән ҡыҙыма ағайымдың күҙе төшөп йөрөй. Беҙгә тиҙерәк өйләнешергә кәрәк, — ти Яҡут.
Ағаһы ла инәләренә, миңә ҡыҙҙы алып бирегеҙ, ти. Оло улдарына ризалашып, ата-инә ҡоҙалаша башлай. Һөйәрбикәне Яҡупҡа алып бирергә булалар. Ҡыҙҙар, йыйылышып, өшәнсек (туй бирнәһе) әҙерләй башлай. Иң уртала, егет менән ҡыҙҙың араһында, Йәүһәриә йөрөй. Йәүһәриә лә Яҡутты яратҡан була. Яҡут Йәүһәриә аша Һөйәрбикәгә әйттерә: “Нишләйбеҙ, һине ағайыма бирәләр бит?” — ти. Йәүһәриә, Һөйәрбикәгә килеп: “Ағалы-энеле ризалашҡандар инде. Һине Яҡуп ала”, ә Яҡутҡа килеп: “Һөйәрбикә Яҡупты ярата. Уға барырға риза”, — тип һөйләй. “Ҡайғырма, һиңә бүтән ҡыҙҙар бөткәнме ни!” — ти.
Яҡуп үҙенә иптәштәр — кейәү егеттәре әҙерләй. Үҙен дә, ҡыҙҙы ла һаҡлата, күҙәттерә.
Ҡыҙ инәһенә: “Минең яратҡан егетем бар, Яҡупҡа бармайым”, — ти. Инәй кеше иртәгә туй була тигән көндә, был ҡасмаһын тип, Һөйәрбикәне Йәүһәриә менән бергә келәткә бикләп ҡуя. Кис килеп, былар йоҡлағанмы икән тип ҡараһа, ҡыҙҙар икеһе лә йоҡлаған булып ята. Ярай, тип тынысланып, йоҙаҡты алып өйөнә кереп китә.
Йәүһәриә әйтә: “Бөгөн Яҡут килә шулай ҙа. Мин, уның янына сығып, һинең һүҙҙәрҙе әйтеп керермен”, — ти. Йәүһәриә йоҡлап китә, ә Һөйәрбикә Яҡут янына сыға. Егет менән һөйләшәләр.
Быларға ҡасып китергә бер нисек тә мөмкинлек булмай. Яҡуттың үҙенең дә дуҫ егете була. “Ярай, минең атайымдың аты бар бит, — ти иптәше. — Мин шуны егәйем дә һеҙҙе икенсе ауылға илтеп ҡуяйым”. Ҡайтып ат еккәнен Яҡуптың иптәш егеттәре күҙәтеп йөрөй. Тегенең сығыуы була:
– Һин ҡайҙа бараһың? — тип һорайҙар.
– Бына мине атайым фәлән ауылға ебәрә.
– Әйҙә, улай булһа, беҙ ҙә һинең менән, — тип ултырышып алалар. Егеттәр төн буйына бының атынан төшмәй. Таң ата. Яҡут ат артынан китә. Барһа, егет атын туғарып ҡына тора.
– Хәҙер ваҡыт үтте. Атайымдан һорамайынса, атты инде бер ҡайҙа ла алып сыҡмайым, — ти иптәше.
Йәүһәриә уянып китә. Ҡараһа, Һөйәрбикә янында юҡ. Яҡутты күрергә сығырға булыуы, шунан йоҡлап киткәнлеге иҫенә төшә. Сыҡһа, ҡапҡа төбөндә Һөйәрбикә ышыҡланыбыраҡ тора икән. Һөйәрбикә үҙенең хәлен һөйләп бирә. Йәүһәриә:
– Эй, ул һине алдап ҡына киткән. Ағаһы менән һөйләшкән инде. Яҡут алмай һине, — ти.
Һөйәрбикә, ярһып-әрнеп, йүгереп сығып китә. Дим ярына барып, бейектән упҡынға ырғый. Һыуҙа бер батып, бер ҡалҡып, балдаҡлы ҡулын юғары күтәреп:
– Йәүһәриә Яҡутты яратып, мине алдап йөрөгән икән, — тип ҡысҡыра.
Ҡырҡ саҡрымдан ҡалҡып сыға Һөйәрбикәнең кәүҙәһе. Мәсьәлә асыҡлана. Яҡуптың да иҫенә төшә. “Мин биргәс, ул балдаҡты шишмәгә ырғытҡайны”, — ти.
Һөйәрбикә үлгәс, Яҡут һәр көн кис уларҙың ҡапҡа төбөндә була. Шул арала Йәүһәриә килә. “Үлгән бит инде, беҙ бергә булайыҡ”, — ти. Егет уның менән һөйләшмәй. Әкрен генә һулый, кибә, һарғая ул. Инәләре уны төрлөсә йыуатып ҡарай: өшкөртә, күрәҙәселәрҙән ҡарата, бер файҙаһы ла булмай. Бер мәл Яҡут Һөйәрбикәнең инәһен саҡыртып килтертә. Ул: “Уның бөтөн эс серен йән яратҡан әхирәте Йәүһәриә белә ине”, — ти.
Яҡут ике инәне лә саҡыра ла: “Мине Һөйәрбикә һикереп төшкән упҡынға ҡойған шишмәнең башына ҡуйырһығыҙ”, — ти. Һөйәрбикәне лә, Яҡутты ла шул урында ерләйҙәр. Халыҡ зыяратты, изге күреп, кәртәләп ала. Таҫтамалдар, күкрәксәләр һалып, Һөйәрбикә менән Яҡут ятҡан ергә хәйер биреп китәләр. Шунан сыҡҡан һыуҙы Ҡараяҡуп халҡы Әүлиә ҡойоһо тип йөрөтә.