Дауаханаға тиклем оҙон юл үтеү, табипҡа күренер өсөн сиратта тороу... Ауырыу кешегә ошоларҙан да ҙурыраҡ бәлә юҡ. Шуға күрә Өфө ҡалаһының Октябрь районында йәшәүселәр Парк урамындағы магазиндың 33-сө поликлиниканың филиалына әүерелеүенә сикһеҙ шат. Уларҙы был ваҡиға уңайынан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов, һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ҡотланы.
– 2010 йылда, граждандарҙың мөрәжәғәтен иҫәпкә алып, ошо филиалды асырға ҡарар ителде. Төҙөлөш былтыр февралдә башланғайны, – тине 33-cө поликлиниканың баш табибы Эльза Сыртланова.
697 квадрат метр майҙанда хирург, окулист, инфекционист, невролог, эндокринолог һәм терапевт кабинеттары, заман технологиялары менән йыһазландырылған физиотерапия һәм функциональ диагностикалау бүлексәләре урынлашҡан. Уларҙа 25 табип (15-е – беренсе һәм юғары категориялы белгес, өсәүһе – медицина фәндәре кандидаты) эшләй. Бер сменала 400 пациент ҡабул ителәсәк.
– Яҡын-тирәлә йәшәүсе 33 мең кеше ошоғаса 33-сө һәм 38-се поликлиникаларға мөрәжәғәт итте. Яңы филиал асылғас, табиптарға сират кәмейәсәк, – тип һөйөнә теркәү бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре Римма Рәхмәтуллина менән Светлана Маврина.
Филиалдағы шарттарҙан хеҙмәткәрҙәр ҙә, пациенттар ҙа ҡәнәғәт. Бында бар яҡлап халыҡ мәнфәғәте хәстәрләнгән. Мәҫәлән, теркәү бүлексәһендәге видеокамера ярҙамында өйҙән дә сыҡмайынса сираттың булыу-булмауын белергә мөмкин.
Н. ХӘСӘНОВА.