Азамат СӘЛИХОВ: “Милли тапшырыуҙар – заман талабы”09.10.2015
Азамат СӘЛИХОВ: “Милли тапшырыуҙар – заман талабы” “Башҡортостан” дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы эшмәкәрлегендәге ыңғай үҙгәрештәрҙең сере хаҡында ҡыҙыҡһынып, уның генераль директоры Азамат Сәлиховҡа бер нисә һорау бирергә ине ниәтебеҙ. Телеүҙәктә ҡыҙыу эш мәле. Етәксенең буш ваҡытын тура килтереүе ауыр: ул йә бүлектәр буйлап сығып китә, йә коридорҙа тороп журналистар, мөхәррирҙәр менән фекер алыша, йә коллективын үҙе янына оператив кәңәшмәгә йыйып ала... Шулай ҙа Азамат Рафаэль улы, төшкө аш мәленән файҙаланып булһа ла, гәзит өсөн әңгәмәгә форсат тапты.

Азамат СӘЛИХОВ: “Милли тапшырыуҙар – заман талабы”– “Рәсәй” телеканалы эфирына баш­ҡортса тапшырыуҙар сығара башлағанығыҙ өсөн күптәр рәхмәтле һеҙгә. Тәүәккәл егет икән, тиҙәр...
– Быға ихтыяж булыуын Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының башҡа филиалдары тәжрибәһенә ҡарап бер аҙ тоҫмаллай инек. Мәҫәлән, ошо йышлыҡтағы милли тапшырыуҙар Мари Иле, Ҡалмыҡстан, Удмуртия кеүек бер нисә республикала күптән бар. Беҙ ҙә үҙебеҙҙе һынап ҡарарға булдыҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, башҡортса тапшырыуҙар уҙған быуат аҙағында ла ил әһәмиәтендәге телеканал эфирына сыға ине бит. Тик ни сәбәптәндер туҡталды.
Тәүҙә шикләнеберәк ҡуйһаҡ та, журналистарыбыҙ эшкә энтузиазм менән тотондо. Һөҙөмтә шундай юғары булыр тип көтмәгәйнек. Телеканалдың абруйы бермә-бер күтәрелде, тип билдәләй рейтинг агентлыҡтары. Иң мөһиме – халыҡтың эшебеҙҙе хуплауы, ҡәнәғәтлек кисереүе, әлбиттә. Үҙәк телеканалда милли тапшырыуҙар ойоштороу заман талабы булған икән.
Азамат СӘЛИХОВ: “Милли тапшырыуҙар – заман талабы”Үҙгәрештәргә бәйле штатыбыҙҙы ки­ңәйт­тек тә, ҡулайлаштырҙыҡ та. Төп көс, йәғни мөхәррирҙәр, хәбәрселәр – электән ошо тармаҡта эшләгән кешеләр. Бик ҡе­үәтле, эшкә һәләтле ижади төркөм туп­лан­ды. Миҫал өсөн республика те­ле­ви­дениеһындағы яңылыҡтар программаһын оҙаҡ йылдар алып барған Флүрә Мурзинаны атарға була...
– Нияз Алсынбаев, Рәмзит Әбүләев, Уйылдан Ғәлин, Закир Шәрипов, Ғәлимйән Ибәтуллин һымаҡ егеттәр килгән...
– Эйе, Башҡортостан радиоһында, БЮТ-та, шулай уҡ башҡа коллективтарҙа тәжрибә туплағандар байтаҡ йыйылды. Башҡорт редакцияһында хәҙер 30-лап кеше эшләй.
– Нисек уйлайһығыҙ, һикһәненсе йылдарҙағы фильмда әйтелгәнсә, театрҙар, матбуғат һәм башҡаһы бөтөп, “тотош бер телевидение” булырмы?
– Юҡ, һис шикһеҙ, киләсәктә гәзит-журналдар ҙа, мәҙәниәт усаҡтары ла, радио-телевидение һәм интернет та йәшәйәсәк. Уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ аудиторияһы бар.
– Ә Башҡортостан юлдаш теле­ви­де­ниеһы менән терһәктәрегеҙ төртөш­мәйме?
– Уның менән яҡшы мәғәнәлә дәғүәсебеҙ, әлбиттә. Тик БЮТ – республика кимәлендәге камиллашҡан канал. Уларҙа төрлө өлкә яңылыҡтары, яҡшы тапшырыуҙар, фильмдар күрһәтелә. Беҙҙең, федераль телевидение йышлыҡтарында эшмәкәрлек алып барған структура булараҡ, вазифабыҙ икенсерәк – мәғлүмәт биреү һәм аналитика менән шөғөлләнеү. Биҙәлеш, хәбәрҙәрҙе эфирға сығарыу йәһәтенән күп нәмә Мәскәүҙәге төп компанияға бәйле. Эшмәкәрлеккә аҙ булһа ла үҙенсәлек өҫтәү өсөн донъя яңылыҡтарын да бирә башланыҡ. Ғөмүмән, федераль телеканалдағы “Хәбәрҙәр” программаһының һәйбәт йолаларын дауам итәбеҙ, шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең туған башҡорт телендә лә тапшырыуҙар алып барабыҙ.
– Бөтә Рәсәй дәүләт теле­ра­дио­компанияһы башланғыстарығыҙҙы нисек ҡабул итә?
Азамат СӘЛИХОВ: “Милли тапшырыуҙар – заман талабы”– Ҡуш ҡуллап ризалар. Был уларҙың филиалдарҙы үҫтереү стратегияһына тура килә бит. Беҙҙең һымаҡ структураларҙы тулы мәғәнәле төбәк телеканалы итергә ниәттәре бар. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы маҡсатҡа бик яҡын тора хәҙер.
Беҙҙең Мәскәүҙәге шеф-мөхәррирҙәргә рәхмәт. Улар менән эшләүе – үҙе бер ләззәт, тиер инем. Һәр яҡлап ярҙам итәләр.
– Ә финанс мәсьәләһендә?
– Беҙҙе Башҡортостан етәкселеге лә, федераль телекомпания ла матди яҡтан тейешенсә тәьмин итеп тора. Реклама менән дә бер аҙ аҡса эшләйбеҙ. Шулай ҙа дотацияларға ғына ҡарап ултырмай, финанс йәһәтенән үҙаллы булырға ынтылған көнөбөҙ.
– Телевидениела ҡасандан алып хеҙмәт итәһегеҙ әле?
– 1995 йылдан бирле. Салауат ҡала­һын­дағы каналда эшләй инем бит мәктәп йәшенән үк. Рәсми документтар буйынса иһә хеҙмәт биографиям 1998 йылдан башлана. Ул саҡта БДУ-ның башҡорт фи­ло­логияһы һәм журналистика факуль­тетындағы журналистика бүлегендә икенсе йыл белем ала инем. Йәш инек, ҡыҙыҡ мәл ине... Башҡортостан телевидениеһына килгәс, бик көслө, тәжрибәле, татыу коллективҡа эләктем.
Тормош мине, ғөмүмән, гел ысын профессионалдар менән осраштырҙы. Йәш көйө эш башлауым күп нәмәне хәл иткән­дер. Башҡортостан телевидениеһы, шулай уҡ Мәскәү мәктәбе үҫтерҙе мине. Хәйер, хәтеремдә: 3-сө класта уҡыған сағымда уҡ “Пионерская правда”ла тәүге мәҡәләм баҫылғайны. Артабан тыуған ҡаламдағы “Ленинский путь”, “Выбор” һымаҡ гәзиттәргә яҙыштым. Аҙағыраҡ Салауатта телевидение барлыҡҡа килде, мин үҫкән туҡһанынсы йылдар уның бик уңышлы эшләгән сағы ине. Өфөгә килгәс, “Тамыр” студияһында, “Сәләм” программаһында, “Яңылыҡтар”ҙа эшләнем.
Азамат СӘЛИХОВ: “Милли тапшырыуҙар – заман талабы”– Күп уҡыйһығыҙҙыр, тип уйлайым. Белемле булырға, уңышҡа өлгәшергә теләгән йәштәргә ниндәй әҙәбиәтте тәҡдим итер инегеҙ?
– Классик әҫәрҙәрҙе күберәк уҡырға кәрәктер, моғайын. Заман үҙгәрә, ә яҡшы әҙәбиәт барыбер яҡшы булып ҡала. Әлбиттә, хәҙерге авторҙарҙы ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамай. Һуңғы осорҙа Сергей Довлатовты ҡыҙыҡһынып уҡыным, сөнки ул журналистика хаҡында яҙа, өҫтәүенә үҙебеҙҙең яҡташ – Өфөнөкө. Былай һәр төрлө жанр оҡшай миңә. Федор Достоевскийҙың китаптарын яратам. Лев Толстой, Михаил Булгаков та – иң яҡын күргән яҙыусыларым иҫәбендә. Уларҙың ҡайһы бер әҫәрҙәрен әле яңынан уҡыйым. Башҡорт әҙиптәренә килгәндә, Мостай Кәримдең мәктәп программаһына ингән әҫәрҙәрен айырыла алмай уҡыным. Бик мауыҡтырғыс. Зәйнәб Биишеваның ижадына ҡарата ла ҡыҙыҡһыныуым ҙур. Әлбиттә, тәржемә ителгәндәре менән генә танышмын.
– Башҡорт рухы көслө һеҙҙә. Ғаиләнән киләме?
– Эйе, атайымдың кем икәнен белә­һе­геҙҙер бит.
– Халыҡ артисы Рафаэль Сәлихов.
– Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылында тыуып үҫкән ул. Миңә Салауатта баш­ҡортса уҡыу мөмкинлеге булманы, шу­лай ҙа атайҙың дөрөҫ тәрбиәһе арҡаһында милләтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе яратып үҫтем. Әле улдарым Айбулат менән Сыңғыҙ Ҡырмыҫҡалыға йыш барып йөрөй, олатай-өләсәйҙәре менән башҡортса һөйләшәләр. Ҡатыным Рәмилә лә шул райондан бит, Атйетәр ауылынан. Әйткәндәй, ул да журналистика өлкәһендә эшләй. Бер туған ҡустым Аяз да Өфөләге бер телеканал хеҙмәткәре.
– Атайығыҙ һеҙҙе артист итергә уйлағандыр әле...
– Ул, бәлки, улдарының сәхнә кешеһе булыуын теләгәндер ҙә, тик актерлыҡҡа өйрәнмәйҙәр, актер булып тыуалар бит. Мин атайым һымаҡ эшләй алмаҫ инем, моғайын. Ҡырҡ йыллап бер урында хеҙмәт итте, спектаклдәр менән барлыҡ Башҡортостанды ураны бит ул. Бик ауыр һөнәр! Әле бына, хаҡлы ялға сыҡҡас, “Ҡөрьән”де өйрәнә, Ислам дине талаптарын еренә еткереп үтәргә тырыша атайым. Әсәйем Венера Миңнулла ҡыҙы ла, Өфөлә тыуып үҫеүенә ҡарамаҫтан, Салауатҡа күсеп китеп, бәләкәй ҡалала йәшәне, ғүмере буйы финанс белгесе булып эшләне. Ныҡ, көслө, илһөйәр быуын, тип һоҡланам, уларға ҡарап.
– Телевидениеға әйләнеп ҡайта­йыҡ. Яҡын киләсәккә тағы ниндәй ижади пландарығыҙ бар?
– “Хәбәрҙәр-Башҡортостан”дан тыш, иртәнге “Ауаз” программаһын да халыҡ яратып ҡабул итә, “Гәлсәр һандуғас” проектын тергеҙеүебеҙҙе лә хупланылар. Радиола ике телдә лә бик күп ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар бара. Әле “Культура” каналында ла башҡортса яңылыҡтар биреүҙе башларға кәрәк тип таптыҡ. Башҡортостан бит – мәҙәни төбәк. Театрҙар, филармониялар, сәнғәт коллективтары күп, гөрләп тора республикабыҙ.
Беҙҙең команда, ҡабатлап әйтәм, бик көслө. Ҡыҙыҡһыныусан, ижади ҡарашлы егет һәм ҡыҙҙар менән эшләүе күңелле.
– Етәксе итеп ҡуйғастар, ауыр булдымы?
– Еңел түгел, әлбиттә. Бөтөнләй икенсе тормош ритмына көйләнергә тура килде. Һәр саҡ уйланаһың. Яуаплылыҡ ҙур: хужалыҡ, кешеләр, мөнәсәбәттәр, эфир, мәғлүмәт сәйәсәте – барыһы өсөн дә борсолаһың. Шулай ҙа өйрәттеләр. Коллегаларыма ысын күңелдән рәхмәт! Ышаныстарҙы аҡларға тырышам. Барыһын да белеп бөтөп булмай, әлбиттә. Һәр көн яңылыҡ килтерә: ниндәйҙер бурыстар, ниәттәр, кешеләр, бәйләнештәр... Ҡыҙыҡ та. Иң мөһиме – ижад итеү өсөн мөхит киң. Йыйылабыҙ, фекер алышабыҙ...
“Башҡортостан” ДТРК-һы – Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының филиалдары араһында иң ҙурҙарҙың береһе. 240 самаһы кеше эшләй беҙҙә. Өс телеканал, ике радиоканал аша мәғлүмәт таратыла. Бынан тыш, сайттағы эшмә­кәрлекте әүҙемләштерҙек, “Бәйләнештә”, “Фейсбук”, “Инстаграм” һымаҡ социаль селтәрҙәрҙә төркөмдәр астыҡ.
Сайтыбыҙҙа мәғлүмәттәр урыҫса ла, башҡортса ла баҫыла. Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы системаһында ул – хәҙер иң йыш ҡулланылғандар иҫәбендә, шулай уҡ цитаталау индексы буйынса бишенсе урында тора. Халыҡ өсөн айырыуса уңайлы платформа тип һанайбыҙ. Мобиль элемтә саралары өсөн ҡушымталар ҙа эшләгәнбеҙ.
Ғөмүмән, телерадиокомпанияны артабан үҫтереү, замансалаштырыу, рес­публикабыҙ халҡына, милләтебеҙгә хеҙмәт итеү өсөн коллектив менән бар көсөбөҙҙө, ижади ҡеүәтебеҙҙе һалабыҙ.

Даян МӘЖИТОВ әңгәмәләште.


Вернуться назад