Дәрес дауам итә09.10.2015
Сит милләт вәкилдәре ҙур тырышлыҡ менән башҡорт телен өйрәнә. Йөҙҙәрендә – етдилек, сикһеҙ ҡыҙыҡһыныу. Остаздары ла – күрше төбәктә үҫкән башҡа милләт егете Вячеслав Чернев.

“Зәңгәр экран”дағы ошо күренеш тәүҙә күптәргә ғәжәп кеүек тойолғандыр. Әммә проект көслө булып сыҡты – халыҡты үҙенә тиҙ арала йәлеп итте. Һөҙөмтәлә тапшырыу республикабыҙҙың дәүләт телен өйрәнеүгә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятып, бындай теләк менән янған бихисап кеше, шул иҫәптән туған телен белмәгән милләттәштәребеҙ өсөн методик ярҙам сараһына әүерелде.
– Башланғысты тамашасылар хупланы – ул былтырғы телевизион миҙгелдең асышы, биҙәге тип баһаланды, – ти Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы проекттың етәксеһе Зөлфиә Рәхмәтуллина. – Ошо ҡаҙаныш эште артабан да дауам итеүгә этәргес бирҙе. Һөҙөмтәлә 10 октябрҙә проекттың икенсе миҙгеле башлана. Әйткәндәй, тәүгеһе лә Республика көнө алдынан старт алғайны. Тапшырыу был юлы ла Вячеслав Черневтың сит милләт вәкилдәренә башҡорт телен өйрәтеү буйынса авторлыҡ методикаһына нигеҙләнеп алып барыла. Йәш полиглоттан белемде Непалдан килеп, Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡып йөрөгән Дипендра Кунвал, Нигерия егете, Башҡорт дәүләт медицина университеты ординаторы Боджей Давид, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Наука 102” тапшырыуы продюсеры Гүзәл Хөрмәтова, БДУ-ның тарих факультеты студенты Александр Васильев һәм баш ҡаланың 52-се лицейы уҡыусыһы Маргарита Гейт аласаҡ. Тапшырыу һәр шәмбе 12.45 сәғәттә эфирға сыға. Йөкмәткеһе тағы ла тулыландырылды, байытылды.
Әйткәндәй, алып барыусы Вячеслав Чернев быйыл М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ны ҡыҙыл дипломға тамамланы. Ул башҡорт телен артабан донъя кимәлендә киң йәйелдереү маҡсаты менән йәшәй.





Вернуться назад